Бөтә яңылыҡтар
Мөхәббәт баҡсаһы
8 Сентябрь 2022, 18:00

"Ә минең бала һөйгөм килә..."

Зәлифә менән Самирҙың нисек танышҡандарына барлыҡ курсташтары шаһит...

"Ә минең бала һөйгөм килә..."
"Ә минең бала һөйгөм килә..."

Зәлифә менән Самирҙың нисек танышҡандарына барлыҡ курсташтары шаһит: университетҡа уҡырға ингән йылды булғайны был хәл. Ул саҡта ике төбәктән уҡырға тип килгән ҡыҙ менән егеттең маҡсаты бер – диплом алыу, һөнәрле булыу ине. Был тарихи ваҡиғаға ла әллә күпме ваҡыт үткән инде. Хәҙер икеһе лә бына тигән ойошмала уңышлы ғына эшләп йөрөй: береһе – юрист, икенсеһе – дәүләт хеҙмәткәре. Фатирҙары ла бына тигән, ундағы йыһаз, өҫтәүенә, машиналары ла өр-яңы. Тик бына төркөмдәштәренең әйтеүенсә, инде күптән бергә йәшәг һабаҡташтарын борсоған, бигерәк тә Зәлифәне уй-хафаға һалған хәл бар икән. Баҡтиһәң, Самир ҡатынға өйләнешеү тураһындағы тәҡдим яһаймай,имеш.

Күптән түгел урамда осрашҡанда Зәлифә лә үҙенең бала һөйгөһө тураһында әйткәйне. “Тик баланы законлы никахта табырға кәрәк. Самирға әллә нимә булды, миңә өйләнергә ашыҡмай, - тип хафаланыуы хаҡында әйтте. – Гражданлыҡ никахы шартлыса, ваҡытлыса ғына бит ул. Миңә ҡалһа, был ирҙең яуаплылыҡтан ҡасыуы. Был – минең тормош позициям. Тик бына ниңә генә ваҡытында бергә йәшәргә тип ризалығымды бирҙем  икән, - ти ҡатын. -  хәҙер Самирға был хаҡта әйткәс: “Барыһы ла яҡшы бит. Матур итеп кейенәһең, ресторанға ла йыш барабыҙ, ана күптән түгел генә диңгеҙ буйында ял итеп ҡайттыҡ”, - тип белдерҙе. Ә минең бала һөйгөм, тик уны законлы никахта ғына тапҡым килә.. Көтөп арыным...”

Ҡатындың һөйләүенсә, бер йыл элек дуҫтары менән бергә табынға йыйылғанда, барыһы алдында үҙенең иренә законлы ғаилә ҡороу тураһында тәҡдим итеүе тураһында әйткән. Ул ваҡытта Самир: “Бер йылдан, әлбиттә”, - тип яуаплаған.  Әммә был ваҡыт үткән, тик әле һаман: “Аҙағыраҡ, иртә әле, өлгөрөрбөҙ” тигән яуап ишетелгән. “50 йәшем тулғас булырмы икән был хәл? Ә минең әсәй булғым, бала һөйгөм килә”, - тине аҙаҡ Зәлифә...

Ысынлап та, ваҡыт бик тиҙ үтә, ә ғүмер бер генә, бала һөйөп, бәхеттә йәшәүгә ни етә?! Был осраҡта, дуҫтар, Зәлифәгә ниндәй кәңәштәр бирер инегеҙ?

Фото: hochu.ua

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: