Бөтә яңылыҡтар
Мөхәббәт баҡсаһы
9 Сентябрь 2022, 10:56

Сибәр ҡыҙҙан ҡарасҡы итте...

Үҙ-үҙеңде яратырға кәрәк.

uznayvse.ru
Фото:uznayvse.ru

“Уйлап ҡараһаң, кешегә ғүмер бер генә тапҡыр бирелә һәм уны матур итеп үткәрергә кәрәк. Әммә тормошта улай ғына булмай шул. Ҡайһы саҡта кеше бөтөнләй үҙ ғүмере өсөн яуаплы түгел, ул башҡалар өсөн йәшәй, үҙен ҡорбан итә һәм, ни тиклем бәхетһеҙ булмаһын, йәшәйешен үҙгәртергә хәленән килмәй. Ҡәнәғәтһеҙлек тойғоһо артҡандан-арта бара, һәм был фажиғәгә килтереүе ихтимал...

Апайым бер йүнһеҙгә кейәүгә сыҡты. Ситтән ҡараһаң, башҡа ир-ат менән сағыштырғанда, яҡшы кеүек – эсмәй, тартмай. Бөтәһе менән дә матур һөйләшә, үҙенә ылыҡтыра белә, ләкин бер ҡасан да йүнләп эшләгәне булманы, балалары үҫкән саҡта осто-осҡа ялғап, аслы-туҡлы йәшәнеләр.

Ғаиләлә иһә ул ысын мәғә­нә­һендә тиран ине. Йылдар үткән һайын көләкәс апайым кипте, күҙҙәрендә нур һүнде. Иң аяныс­лыһы шунда: еҙнәм кәмһетә торғас, уны “йүнһеҙ хужабикә, насар ҡатын һәм әсә” тип ышандырған. Апайым­дың был хәлде үҙгәртерлек, ошо иҫәүәндән айырылып, артабан яңы тормош башларға хәле лә, теләге лә юҡ ине. 

Йәш сағында апайым ап-аҡ йөҙлө, матур, һомғол ҡыҙ булһа, ошо йылдар эсендә ул үҙ-үҙенә бөтөнләй ҡул һелтәне, оҙон, төҫһөҙ күлдәктәр, әбейҙәр кейә торған кофталар кейеп йөрөй, косметика ҡулланмай башланы. Ул ғына түгел, ире уға китап уҡырға ла ҡуш­май ине. Йәнәһе, ваҡытты бушҡа сарыф итә, ана, ашарға бешерһен йә балалар менән булһын. Ә күпме китапты утҡа ташлағанын белһәгеҙ! Туғандарыбыҙ менән дә арала­шырға яраманы – “йүнһеҙҙәр генә ғәйбәт сәйнәп, ләстит һатып ваҡыт­ты үткәрә” булды уның һүҙе.

Апайым уға нисек кенә ярарға тырышманы! Тик ирен тыңлаған һайын, уныһының башҡа һыймаған талаптары артҡандан-арта барҙы. Әлбиттә, өлкәнәйгән һайын күҙе асылһа ла, ул сабыр булырға һәм тиктомалдан уны асыулан­дыр­маҫҡа тырышып йәшәне. Беҙ ҙә уны был тотҡонлоҡтан ҡотҡа­рырға аҙ тырышманыҡ, әммә апайым ыңғайламаны. Бәғзеләр: “Ул ир апайыңа ҡул күтәрә инеме?” – тип һорар. Туҡмағанын иҫләмәйем, әммә әхлаҡи яҡтан уны шул тиклем ҡаҡшатты. Апайҙың тормошто яратыуы, йәшәү көсө һүнгәндән-һүнә барҙы. Балалары ла атаһы юлын ҡыуа ине... “Бөтәһенән дә ялҡтым, ҡотолаһы ине”,  –  һуңғы ваҡытта уның ауыҙынан ошо һүҙҙәрҙе йыш ишетергә тура килде. Был хәлдең аҙағы аяныслы тамамланды – апайым яман сирҙән йәшләй генә теге донъяға китеп барҙы...

Апайҙан иҫтәлек булып  үҙ ҡул­дары менән йәшереп яҙған көндә­лектәре, ҡыҙыҡлы әкиәттәре ҡалды. Уны нисек теге иҫәр ир күрмәгәндер – вафаты алдынан осрашҡанда йәшереп кенә миңә биргәйне.

Бына ошо миҫал йәнә бер шуны иҫбатлай: үҙ-үҙеңде яратырға кәрәк! Хатта мөмкин­лектәреңде арттырып баһалағанда ла хилаф түгел – тормош барыбер үҙ яйына төшөрә. Ҡыҙҙарға иһә, тормош иптәшен һайлағанда һаҡ булығыҙ, күрәләтә тороп үҙегеҙҙе кәмһеткән һәм һеҙҙең иҫәпкә үҙ баһаһын күтәргән иҫәрҙәргә кейәүгә сыҡмағыҙ, тип әйткем килә”.

М. Наилә исемле ҡатын һөйләгәндәрҙән.

- Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА

Читайте нас: