Бөтә яңылыҡтар
Мөхәббәт баҡсаһы
12 Сентябрь 2022, 09:00

“Ҡайтып булмай унан һорап та...”

Бер кешелә шундай матур сифаттар һәм ҡанһыҙлыҡ нисек йәнәш һыйышып йәшәне икән? 

“Ҡайтып булмай унан һорап та...”
“Ҡайтып булмай унан һорап та...”

Мәҙинә апай – тормоштоң әсеһен дә, сөсөһөн дә етерлек татыған ҡатын. Шулай ҙа яҙмышының әсе һынауҙары һындырмаған уны, тормошто яратыуына, алсаҡ, көләс булыуына гел һоҡланып бағам.

Рәшит ағай менән йәшләй генә яратышып ҡауышҡандар. Кешегә яҡшы мөнәсәбәтле, шаян, йор һүҙле шул ағай эсеп алһа, алмаштырып ҡуйылған кеүек була торғайны. Мәҙинә апайҙы аҙ йәберләмәне, береһенән-береһе бәләкәй өс балаһы менән кеше өйөндә ҡунған, өсәр-дүртәр көн иҫерек ире янына ҡайтырға ҡурҡып йөрөгән саҡтары ла күп булды. Эсһә, бигерәк ҡанһыҙ ҡыланды, ҡатынына ҡул күтәреүҙән дә тартынманы. Бер шулай эсеп илергәнендә үҙ-үҙенә ҡул һалып, мәрхүм булып ҡалды.

Иренең йыллығына әҙерләнгән саҡта апай өй йыуырға өмәгә әйтте. Барлыҡ түшәк-ҡаралтыны тышҡа сығарып елләтеп, ҡарағай бүрәнәләрҙе ҡырып йыуып, мейесте ап-аҡ итеп ағартып ҡуйҙыҡ. Стеналарҙы йыуып бөткәс, таҙа сепрәк менән картиналарҙы, рамдағы фотоларҙы һөртөп элә башланым.

Бына ҡулымда – Рәшит ағайҙың портреты. Оҙон буйлы, матур йөҙлө, көлөмһөрәп баҫып тора. Бер кешелә шундай матур сифаттар һәм ҡанһыҙлыҡ нисек йәнәш һыйышып йәшәне икән? Фотоһүрәттең артында Мәҙинә апайҙың ҡулы менән шиғыр яҙылған. Яҡынса түбәндәгесә ине ул:

“Иртә киттең мине ҡалдырып...

Барып була унда һуңлап та.

Барып була, ләкин ҡайтып булмай,

Ҡайтып булмай хатта һорап та...”

Фото: stihi.ru

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: