Бөтә яңылыҡтар
Мөхәббәт баҡсаһы
16 Сентябрь 2022, 21:08

“Һеҙ һуңланығыҙ, беҙ ҡабаландыҡ...”

blackpantera.ru
Фото:blackpantera.ru

Атаһы эргәнән генә ҡаты баҫып үтеп китте. Уның таң менән ҡарайған йөҙөн күреп, Зөлфиәнең йөрәге “ыңҡ” итеп ҡалды. Башы әйләнде, күңеле болғанды. Йөҙөн йәшереп, әсәһе йоҡо бүлмәһенә үтте. Кисә, атайың менән һөйләшеп ҡарармын, тигәйне, күрәһең, ипкә килмәгәндер. Ана бит, туҙынып йөрөй. Уф, нимә була инде?.. Өҫтәлгә ултырҙылар. Зөлфиә күреп-һиҙеп тора, атаһы асыуҙан шартларҙай булған, үҙен саҡ тотоп тора.

– Уйнаштан тыуған балаға минең өйөмдә урын юҡ! – тип һөрәнләне һәм ауыр йоҙроғо менән өҫтәлгә һуҡты, аш түгелде, иҙәнгә ҡалаҡ шалтырап төштө. – Ҡара, тип күпме әйттем мин һиңә. Аҡса тап, дауаханаға үҙең алып бар! Һин мине әллә эштән ҡыуҙыртырға итәһеңме? Ул бит барыбыҙҙы ла тырнаҡ менән себен һытҡан һымаҡ иҙеп ҡуясаҡ. Смотри! Үҙенә лә, бисәһенә лә өндәшмә! Малайҙарын яҡлаясаҡтар.

Тимурҙы әйтә инде, Тимер­йәнде. Яңы йылдан дуҫлашып йөрөйҙәр ине. Үҙе быйыл ауыл хужалығы институтына уҡырға инде, Зөлфиәгә техникумда тағы ике йыл уҡырға...

– Таһир, ҡабаланмайыҡ, саҡ ҡына көтәйек, – әсәһе ҡыҙғаныс тауыш менән иламһыраны.

– Нимәһен көтәһегеҙ? Туй машиналары менән килеп төшөүҙә­ренме? Шатлыҡтарынан ҡосаҡлап алыуҙарынмы? Булмаясаҡ! Мин уларҙы беләм, боролоп та ҡара­мая­саҡтар. Әле нисә аҙна? – Атай кеше саҡ ҡына тынысланғандай итте.

– Өс аҙна... – тине әсәһе ҡал­тыранған тауыш менән.

– Өс аҙна?.. Как раз өлгөрәһегеҙ. Бөгөн үк алып бар, юғиһә үҙем тотонам. Бәйләп алып барып һалам. Һеҙҙең арҡала мәсхәрәгә ҡалып, эшһеҙ ҡалаһым юҡ.

Тимурҙың атаһы район хакимиәтендә башлыҡ урынбаҫары булып эшләй. Тура килеүен әйт, Зөлфиәнең атаһы бер бүлектә төҙөлөш өсөн яуап бирә. Эш буйынса йыш ҡына бәхәсләшеп алырға тура килә икән. Атаһының эше ҡатмарлы, үҙе лә ауыр кеше, юҡҡа ғына ҡыҙып бара, вазифаһын юғалтыуҙан да ҡурҡа.

Таһир ишекте шартлата ябып сығып китте. Зөлфиә тамам шаңҡыны, үкереп илап ебәрҙе. Әсәһе ҡыҙын ҡосағына алды:

– Уф, ҡыҙым, Тимур менән һөйләшеп ҡараныңмы һуң? Мин бит уны ипле генә егеткә оҡшатҡайным. Әсәһенә-атаһына әйтеп ҡарамағанмы? – тине, иламһырап.

– Әсәһенә әйтергә ҡурҡа...

– Башҡа әмәл юҡ, ҡыҙым, әйҙә, ҡуҙғалайыҡ, һиңә уҡып бөтөргә кәрәк. Атайың былай ҙа туҙынды. Кискә ҡалмайыҡ.

– Әсәй, әсәкәйем! Минең барғым килмәй!

– Әйтте бит, нимә көтәһең? – Әсәһенең тауышы етдиләнде. – Тиҙ бул, кейен! Борсолма, тәүге тапҡыр ғына ҡыйын була ул.

Оҙаҡ кейенделәр, ҡыҙ язаға барған хөкөм ителеүсе һымаҡ тағы бер тартылды, уҡшып алды, илап ебәрҙе.

 

***

 

Кис менән атаһы килеп кергәс тә:

– Барҙығыҙмы? – тип ҡаты өндәште.

– Ана ята, такси менән саҡ алып ҡайттым.

Таһир, ышанмаған һымаҡ, үре­леп ҡыҙҙы ҡараны һәм тыныс­ланғандай булды.

Шул ваҡыт баҙнатһыҙ ғына итеп ишек ҡыңғырауы зыңғырланы. Ип­ле генә шаҡып та алдылар. Таһир, ауыр атлап барып, тимер ишекте асты.

– Мөмкинме, Таһир Ғимра­но­вич? – тине ышаныслы һәм ипле тауыш. – Ғәфү итегеҙ, алдан әйтеп торманыҡ инде.

Ишектә Тимурҙың ата-әсәһе күренде.

– Һаумыһығыҙ, хәйерле кис! – Тимурҙың әсәһенең тауышы йомшаҡ ҡына икән.

– Үтегеҙ, үт!.. Әсәһе, сыҡһаңсы... Беҙгә ҡунаҡтар килгән.

– Ҡунаҡ тип инде... Йәштәр мәшәҡәте менән йөрөп ятабыҙ. – Тимурҙың атаһы күңелле генә итеп көлөп ебәрҙе. – Көтмәйҙәрҙер, тинем дә.

– Тимурҙың атаһы менән әсәһе булабыҙ, – тип әсәһе ҡушылып көлдө. – Мәшәҡәт тип өркөтмә әле, шул да булған мәшәҡәт. Тормош бит, төрлө саҡ була. Һәр нәмәнең үҙ мәле. Әгәр йәштәр ҡушылған икән, беҙ ҡаршы түгел.

– Әллә ҡаршы булыр инеңме? Һинән һорап торҙолар, ти. – Тимурҙың атаһы һис икеләнеүһеҙ тунын сисеп элде, ботинкаларын һалды. – Эйе, бәлиғ булғандар, яҙмыштарын хәл итеп ҡуяйыҡ. Тимерйән улым, ҡайҙа сәскәләр?

– Атай, бына... – Тимерйән йәлп итеп ҙур ғына гөлләмә килтереп сығарҙы.

– Бәй, ниңә миңә һонаһың? Зөлфиәнең әсәһенә тоттор. Ә Зөлфиә үҙе ҡайҙа? Әллә дәрестән ҡайтып өлгөрмәнеме?

Таһир өтәләнде, ҡайҙа баҫырға белмәне, Зөлфиә яғына үрелеп ҡараны.

– Ҡайҙа, беҙҙең киленде күрһәтегеҙ әле... Фотоһын күргәнебеҙ бар. Бөгөн Тимерйән әйткәс, тәүҙә шаңҡыным да ҡалдым. Өндәшмәй йөрөгән бит әле хәйләкәр малай. Әйҙә, һөйләшеп-килешеп, мәлендә туйын үткәреп ҡуяйыҡ. Булмаһа, Зөлфиәнең үҙен саҡырығыҙ.

Ҡыҙҙың әсәһе, өтәләнеп, Зөлфиә эргәһенә килде.

– Зөлфиә ҡыҙым, ишетәһеңме? Беҙгә килгәндәр...

Карауатта ятҡан ҡыҙ саҡ ҡына ҡыймылданы, ҡалҡынырға иткән­дәй булды ла көс-хәл менән тороп ултырҙы.

Атаһы үҙ алдына һөйләнгәндәй:

– Зөлфиә, тор, ана һиңә килгәндәр, – тип мығырҙаны.

Ҡыҙ аҡрын ғына торҙо, ике ҡуллап карауаттың башына йә­беште һәм ҡып-ҡыҙыл булып ше­шенгән йәнһеҙ, битараф күҙҙәрен Тимурҙың атаһы менән әсәһенә төбәне, бер ҡулы менән сәстәрен йыйырға теләгәйне, улары, туҙып, тағы битен ҡапланы.

– Уф, Аллам, әллә Зөлфиә сирләйме? – Тимурҙың әсәһенең тауышы ҡалтыранды. – Табип саҡырҙығыҙмы?

– Саҡырманыҡ, – тине Зөлфиә­нең әсәһе, – һеҙ  һуңланығыҙ, беҙ ҡабаландыҡ, шикелле...

Карауат башына ҡуш ҡуллап йәбешеп торған ҡыҙ икегә һынғандай булды һәм яңынан урынға ауҙы:

– Әсәй, минең башым әйләнә...

Ҡунаҡтар, нимә эшләргә белмәгән һымаҡ, урындарында тапанды.

– Юҡҡа ашыҡҡанһығыҙ... – Тимурҙың атаһының үкенесле тауышы ҡалтыранды, ярҙам көткәндәй, бер ҡатынына, бер улына ҡараны. – Ярай, ҡайтайыҡ булмаһа. Ғәфү итегеҙ, һеҙҙе юҡҡа борсоноҡ шикелле...

- Рәлиф КИНЙӘБАЕВ

Читайте нас: