Бөтә яңылыҡтар
Мөхәббәт баҡсаһы
30 Сентябрь 2022, 08:00

Йорт һалырға, ул үҫтерергә ҡалды...

Сентябрь айы Айбулат Ғизетдинов һәм Альбина Мөхәмәҙиеваға шундай күркәм, ғүмерҙә иҫтә ҡалырлыҡ ваҡиға бүләк итте.

Йорт һалырға, ул үҫтерергә ҡалды...
Йорт һалырға, ул үҫтерергә ҡалды...

Әлшәйҙең никахлашыусы бәхетле йәштәре “Йәшел Башҡортостан” экология акцияһында ҡатнашты. Һәр кемдең тормошонда иҫтәлекле ваҡиғалар һәм көндәр була. Сентябрь айы Айбулат Ғизетдинов һәм Альбина Мөхәмәҙиеваға шундай күркәм, ғүмерҙә иҫтә ҡалырлыҡ ваҡиға бүләк итте.

Улар законлы никахҡа инеүҙәрен тантаналы шарттарҙа теркәне. Тәүге ғаилә документын ҡулға алғас, йәштәр паркка йүнәлде һәм унда үҙҙәренең ғаилә ағасын ултыртты.

Боронғо күркәм ғәҙәттәр буйынса, ғаилә  башлығы ғүмер дауамында ағас ултыртырға, йорт һалырға һәм алмашҡа ул үҫтерергә тейеш, тип иҫәпләйҙәр. Никах көнөндә бәхетле пар был шарттарҙың береһен үтәне. Ғаилә ағасы тамыр ебәреп үҫкән арала йәштәрҙең мөхәббәте һынауҙарҙа сыныҡһын, ихлас мөнәсәбәттәр  нығынһын.

Йәш ғаиләгә уңыштар, ҡояшлы көндәр, һаулыҡ теләйбеҙ!

Фото:Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты.

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: