Бөтә яңылыҡтар
Мөхәббәт баҡсаһы
2 Октябрь 2022, 20:30

Китек бәхет

...Уны күргәс, асыуымдан сәсрәрҙәй хәлгә еттем. Шул минутта барып боғаҙынан алғым килде: тимәк, ошо балаларҙың тыуырға хоҡуғы булған, ә минең сабыйымдың ғүмере тыумаҫ борон уҡ ҡыйылырға тейеш инеме?.. Эх, әгәр шул саҡта аборт эшләтмәһәм...

Китек бәхет
Китек бәхет

Алина исемле ҡатын үҙенең яҙмышы хаҡында һөйләне. Һеҙ уның менән килешәһегеҙме? Тыңлап ҡарайыҡ.

“Атайым менән әсәйем мине ҡурсалап ҡына үҫтерҙе. Апайым кейәүгә сығып, алыҫ яҡҡа күсеп киткәс, бөтә иғтибарҙары миндә булды. Иркәләттеләр, нимә теләһәм шуны алып бирҙеләр, гел ыңғайыма ҡуйҙылар. Мин үҙемде иң шәп, иң матур, иң аҡыллы ҡыҙ тип уйлай инем.

Институтҡа уҡырға ингәс, матур ҙа, маҡсатлы ла йәштәштәремдең күп икәнлеген күрҙем. Шулай ҙа бала саҡтан лидер булырға, әйткән һүҙемде һүҙ итергә өйрәнгәс, төркөмдә алдынғылыҡты бирмәҫкә тырыштым. Уҡырға ла, институт тормошонда ла ҡатнашырға өлгөрә инем. Дуҫ-иштәр ҙә күбәйҙе, был үҙ-үҙемә ышанысты арттыра ғына ине.

Тап ошо осорҙа Ғаяз исемле егет менән таныштым. Ул да баш ҡалалағы юғары уҡыу йорттарының береһендә уҡый, ата-әсәләре етеш йәшәй, уға уҡырға инеү менән фатир, машина алып биргәндәр ине. Был сибәр, фырт егеткә үлеп ғашиҡ булдым. Ул да мине иғтибарға, сәскәләргә, кәнфиттәргә күмде. Ятаҡтан машина менән генә килеп ала, иң зауыҡлы урындарҙа күңел асабыҙ, кафе-ресторандарға йөрөйбөҙ... Ҡыҫҡаһы, бер нисә айҙан, уға тамам эҫенгәс, мин ауырлы икәнлегемде белдем. Башта шатландым, әммә Ғаяздың был яңылыҡты ишетеү менән йөҙө боҙолдо. “Өйләнергә иҫәбем юҡ, мин йәш. Уҡыйым, карьера эшләйем. Беҙҙең мөнәсәбәттәр күңел асыу өсөн генә ине”, - тине ул. Башҡа мине күрергә лә, ишетергә лә теләмәне.

Минең өсөн донъя түңкәрелде. Таныштар аша аноним рәүештә абортҡа барҙым. Иң яҡын әхирәттәремдән башҡа был хәлде бер кем дә белмәне. Ошо хәлдәрҙән һуң уҡыуым да, тормошом да аҫҡа тәгәргәне. Миңә барыбер ине – ҡайҙа, нисек, кем менән... Ҡыҫҡаһы, Ғаяздың ташлауы мине һындырҙы, яҙмышымдың аҫтын өҫкә әйләндерҙе.

Институтты тамамлағас та, бер нисә йыл иркен тормошта йәшәнем. Ир-атҡа ышанысым бөтөнләй булманы. Береһен дә ярата алманым – уларҙы файҙаланыу һәм аҙаҡ ташлау миңә ниндәйҙер рәхәтлек тойғоһо бирә ине.

Утыҙ йәшкә еткәс, үҙемдең яңғыҙ ҡаласағымды аңлай башланым. Йәштәштәрем күптән ғаиләле, балалар үҫтерә. Ә мин? Эйе, яҡшы эшем, аҡсам, фатирым бар, “текә, һалҡын ҡатын” тигән даным да сыҡты, әммә төндәрен яңғыҙлыҡтан бүре булып олорҙай хәлгә етә инем.

Шул ваҡытта юлымда Рамаҙан осраны. Республика ҡалаларының береһенән командировкаға килгән ине ул. Беҙ тәүҙә эш буйынса аралаштыҡ, унан арабыҙҙа ниндәйҙер осҡон үткәндәй булды. Әлбиттә, иллегә инеп барған ирҙең ғаиләһе барлығын һорамаһаң да аңларға була – мин тәүҙә был хаҡта бер ни өндәшмәнем. Рамаҙан баш ҡала юлын йышыраҡ тапай башланы, беҙҙең мөнәсәбәттәр тәрәнәйеп китте. Эйе, ҡатыны һәм ике балаһы бар булып сыҡты, өлкән улы өйләнгән дә икән.

Ҡатыны менән аралары күптән һыуынған, үҫмер ҡыҙыбыҙҙы аяҡҡа баҫтырғансы бергә йәшәйәсәкбеҙ, тине. Белмәйем, ҡатыны мин барлыҡты белгәнме-юҡмы, мәгәр һүҙендә торҙо: ҡыҙы мәктәпте тамалап институтҡа уҡырға ингән йылда минең эргәмә күсеп килде.

Хәҙер уның менән биш йылға яҡын бергә йәшәйбеҙ. Эйе, тағы ла бик үк шәптән булмаған аҙым яһаным – кеше ғаиләһен туҙҙырҙым, тик минең дә бәхетле булғым килә!

Былай аңлашып йәшәйбеҙ, тик бер ҙур проблема бар: балабыҙ юҡ. Хәҙерҙе заманда ҡырҡты үткәс тә бала табалар, ваҡыт бар әле тип үҙемде тынысландырған булам, күпме табиптарҙы үттем, аҡса түктем, әлегә һөҙөмтә юҡ. Хоҙай Тәғәлә барлыҡ гонаһтарым өсөн мине һынаймы икән?

Ә Ғаяз? Тормошомдоң ошо йүнәлештән китеүендә уның да ғәйебе бар бит! Әйткәндәй, уны бер нисә тапҡыр күргәнем булды. Балалары, ҡатыны менән сауҙа үҙәгендә осраттым, күрмәмешкә һалыштым. Асыуымдан сәсрәрҙәй хәлгә еттем. Шул минутта барып боғаҙынан алғым килде: тимәк, ошо балаларҙың тыуырға хоҡуғы булған, ә минең сабыйымдың ғүмере тыумаҫ борон уҡ ҡыйылырға тейеш инеме? Эх, әгәр шул саҡта аборт эшләтмәһәм икән...

Бына ошолай йәшәп ятам, йәнем әрней. Үҙемсә бәхетле булырға тырышам, тик барыбер нимәһелер китек килеп сыға һымаҡ... Ниндәй кәңәш бирерһегеҙ миңә?”

Хөрмәтле дуҫтар, Алинаға әйтер һүҙегеҙ булһа, яҙығыҙ.

Фото: province.ru

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: