Бөтә яңылыҡтар
Мөхәббәт баҡсаһы
6 Октябрь 2022, 13:00

Ләйсән һөйгәне янына барған

Һарытауҙа яңы башҡорт ғаиләһе тыуҙы. 

Ләйсән һөйгәне янына барған
Ләйсән һөйгәне янына барған

Өлөшләтә мобилизацияға эләгеү кешеләрҙең ҡайһы бер пландарына үҙгәрештәр индерҙе. Тик һүҙ мөхәббәт кеүек юғары хистәр тураһында барғанда, йәш йөрәктәргә бер нимә лә ҡамасау була алмай.

Ошондай матур тарихтарҙың береһе менән уртаҡлашмаҡсыбыҙ. Башҡортостандың Октябрьский ҡалаһында йәшәгән Ләйсән исемле ҡыҙҙың һөйгәне Нәфис мобилизацияға эләгә һәм Һарытау ҡалаһына хәрби әҙерлек үтеүгә йүнәлтелә. Йәштәр өйләнешеп өлгөрмәй. Ләйсән үҙе һөйгәне янына бара.

Шулай Һарытау ЗАГС-ында башҡорт ғаиләһе барлыҡҡа килде. Октябрьский ҡалаһы мэры әйтеүенсә, кәләшкә Һарытауға барыр өсөн автомобиль биргәндәр.

Билдәле булыуынса, мобилизацияланғандар ЗАГС-ҡа мөрәжәғәт иткән көндә үк никахлаша ала. Бының өсөн хәрби комиссариаттан белешмә генә кәрәк.

Йәштәргә һаулыҡ, уңыш, мөхәббәтле оҙон ғүмер теләйбеҙ. Нәфис тиҙерәк хәрби бурысын атҡарып, Ләйсәне янына ҡайтһын!

Фото: "Моя Уфа" порталы. 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: