

Салауат ҡалаһында ете пар юбилярҙы тантаналы шарттарҙа ҡотланылар. “Алтын” һәм “гәүһәр” юбилярҙар оҙаҡ йылдар буйы Салауат ҡалаһының төрлө предприятиеларында һәм учреждениеларында хеҙмәт итеп, наградалар менән бүләкләнеп, лайыҡлы балалар үҫтереп, хәҙер ейән-ейәнсәрҙәрен тәрбиәләүҙә ярҙам итә. Хеҙмәт ветерандарына Башҡортостан Башлығының ҡотлау адресы һәм иҫтәлекле бүләк тапшырылды.
2022 йыл башынан Салауат ҡалаһында 60 пар күркәм байрамдарын үткәргән, лайыҡлы хеҙмәт ветерандарына тантаналы шарттарҙа ҡотлау һүҙҙәре, иң яҡшы теләктәр әйтелгән. Юбилярҙарҙың 48-е —алтын, 12-һе гәүһәр туйын уҙғарған.
Фото: Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты.