Мөхәббәт баҡсаһы
21 Октября 2022, 04:00

Өйҙәренә килеп ҡотланылар...

Хәҙер уларҙың ғорурлығы  – олатай-өләсәһен яратып туя алмаған дүрт ейәне

Өйҙәренә килеп ҡотланылар...Өйҙәренә килеп ҡотланылар...
Өйҙәренә килеп ҡотланылар...

Салауат районының Яңы Ҡаратаулы ауылында йәшәгән Зөһрә һәм Рәфис Бәшировтарҙы кем генә белмәй!  Илле йыл ғүмерҙәрен иңде-иңгә терәп йәшәгән тормош юбилярҙары яҡташтары өсөн тоғролоҡ, уңғанлыҡ өлгөһө.

 Икеһе лә ең һыҙғанып Салауат исемендәге колхозда хеҙмәт иткән. Рәфис Мөхәмәтрәхим улы  водитель  булып эшләй, хеҙмәт ветераны, әллә күпме Почет грамоталарына, Рәхмәт хаттарына лайыҡ булған. Зөһрә Малик ҡыҙы колхозда төрлө эштәр башҡара.  Шул уҡ ваҡытта Бәшировтар  ҙур шәхси хужалыҡ тота, мал-тыуар аҫрай, баҡса үҫтерә.  Өс баланы лайыҡлы тәрбиәләп, аяҡҡа баҫтыралар. Хәҙер уларҙың ғорурлығы  – олатай-өләсәһен яратып туя алмаған дүрт ейәне. Район һәм ауыл Советы етәкселәре тормош юбилярҙарын өйҙәренә килеп, ғаилә байрамы менән ҡотлап, уларға  Башҡортостан Башлығының ҡотлау адресын һәм иҫтәлекле бүләген тапшырҙы,  иң матур теләктәрен еткерҙе. Байрамығыҙ менән, хөрмәтле тормош юбилярҙары! Ныҡлы һаулыҡ, бәхетле ғүмер һеҙгә!

Фото: Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас