Мөхәббәт баҡсаһы
4 Ноябрь 2022, 14:00

Ниндәй ҡатындарҙы ташламайҙар?

"Ни өсөн минән йәмһеҙерәк, ялҡауыраҡ ҡатындар бәхетлерәк?"

Ниндәй ҡатындарҙы ташламайҙар?Ниндәй ҡатындарҙы ташламайҙар?
Ниндәй ҡатындарҙы ташламайҙар?

Һорау бер ҡатлыраҡ тойолһа ла, аналитиктарҙың уға яуабы бар. Хәҙерге ваҡытта ирҙәрҙең ҡатындарҙы ташлап китеү осрағы аҙым һайын, беҙ был хәлгә күнегеп тә бөткәнбеҙ. Яңғыҙ ҡалған ҡатындың “ни өсөн минән йәмһеҙерәк, ялҡауыраҡтарҙы ташламайҙар, ә ни өсөн ирем мине бүтәнгә алыштырҙы?” тип үҙ-үҙенә һорау биреү ғәжәп түгел.

Айырылышыу сәбәптәре мең төрлө һәм бик тә ҡапма-ҡаршылыҡлы. Ирҙәр ҡалаҡҡа һалып йоторҙай һылыуҙарҙы ла, йәмһеҙҙәрҙе лә, күҙеңә генә ҡарап торған мыштымдарҙы ла, яһилдарҙы ла ташлай ҙа китә... Был статистика өҫтөндә белгестәр ҙә әллә ҡасандан бирле баш вата, мәғлүмәттәрҙе анализлай. Һеҙгә уларҙың бер  ҡыҙыҡлы эш һөҙөмтәһен тәҡдим итәбеҙ.

Баҡһаң, ир-ат өсөн яратҡан ҡатын-ҡыҙҙың тышҡы ҡиәфәте лә, хатта холоҡ-фиғеле лә әллә ни әһәмиәтле түгел икән. Ирҙе эргәңдән ебәрмәй тотоу өсөн ҡатын-ҡыҙҙың  эс бошорғос, күңелһеҙ булмауы мөһим икәнлеге асыҡланған. Хәҙерге дөйөм депрессия һәм эмоциональ яныу дәүерендә быға өлгәшеү анһат бирелмәй.

Әгәр ҡатын кеше көн дә ҡара ҡойолоп, кәйефе төшөп йөрөһә, эләгешергә генә торһа, бер нимә менән дә ҡыҙыҡһынмаһа, арыу-йонсоу йөҙөнән китмәһә – уны яңғыҙ ҡалдырып китеүҙәре ихтимал. Хатта кәртинкә кеүек матур һәм аҡыллы булыуына ҡарамаҫтан, тип раҫлай аналитиктар.

Бындай ҡатын-ҡыҙ физик рәүештә ыңғай хис-тойғолар уята һәм шатлыҡлы энергия менән ирҙе тоҡандыра алмай, ә тап ошо сифаттар ир-атты үҙенә бик ныҡ тарта.

Бошонҡо ҡиәфәтле, төшөнкө күңелле хәләл ефеттәрен ташлап, яңы, энергиялы, күңелсәк ҡатындарға китәләр. Ә яңы йәрҙәр уларҙа һүнгән йәшәү утын тоҡандырырға һәләтле, энергияһы менән көс бирергә, шатлығы менән уртаҡлашырға әҙер. Был магнит ир-ат өсөн бик ылыҡтырғыс. Шуға күрә улар бындай ҡатын-ҡыҙ янында үҙҙәрен көслөрәк, әүҙемерәк тоя, йәрҙәрен ҡулдарында күтәреп йөрөргә, гөлләмәләр бүләк итергә һәм яратырға әҙер.

Фото:hug.ru

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас