

Стәрлебаш ауылында йәшәүсе Розалия һәм Закир Дәминовтар өсөн ноябрҙә икеләтә байрам: ғаилә башлығы 75 йыллыҡ юбилейын билдәләне, оҙаҡламай уларҙың никахҡа инеүенә теүәл илле йыл тула. Икеһе лә күп балалы ғаиләлә тыуып үҫкән.
–Мин эшсе ғаиләһендә тыуып үҫтем. Әсәйем балалар йортонда эшләне, атайым – Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Сталинград, Будапешт, Прага, Вена ҡалаларын азат итеүҙә ҡатнашҡан. Тыуған яғына миҙалдар менән ҡайтып төшкән. Оҙаҡ йылдар “Промкомбинат”та хеҙмәт итте.Тәүге һөнәрем – слесарь.Тормош беҙҙе иртә олоғайтты, бик иртә йорттан сығып китергә тура килде. Стәрлетамаҡ ҡала автопаркында слесарь булып эшләнем, хеҙмәт хаҡы яҡшы булды, атай-әсәйемә ярҙам итә алдым, – тип хәтерләй йәш сағын Закир Бакир улы.
Егер армиянан хеҙмәт итеп ҡайтыуға һеңлеһе Сәүиә кейәүгә сыға. Стәрлетмаҡ егетенә. Уларға кейәүҙең һеңлеһе Розалия ҡунаҡҡа килә. “Мин иң тәүҙә уның матур зәңгәр күлдәгенә иғтибар иттем, –тип көлә Закир Бакир улы.–Аҙаҡ үҙен һиҙҙермәйсә генә баштан-аяҡ күҙләнем һәм... мөкиббән ғашиҡ булдым. Тик өс йыл үтмәйенсә барыбер кейәүгә сығырға риза булманы...
Розалия ла күп балалы ғаиләлә үҫә. “Авангард” заводында эшләй, аҙаҡ “Заготзерно” предприятиеһында, балалар баҡсаһында... Ихлас, тырыш ханымды һәр ерҙә хөрмәт менән ҡаршы алалар.Ошо йылдарҙа Дәминовтар өс ҡыҙ тәрбәиәләп үҫтерәләр, исемдәре лә үҙҙәре кеүек бик матур: Гөлназ, Гөлнур, Гөлшат.Закир Бакир улы ситтән тороп төҙөлөш техникумын тамамлай, оҙаҡ йылдар етәксе вазифаларында эшләй: мастер, баш инженер, үҙәк котельный начальнигы, район хакимиәте башлығы урынбаҫары... Әле лә йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша, тип яҙа “Стәрлебаш шишмәләре” гәзите. Дәминовтарҙың фекере бер: бары сабырлыҡ, бер-береңә хөрмәт кенә ғаиләне һаҡларға, матур, берҙәм донъя көтөргә ярҙам итә.
Фото: шәхси архивтан.