Бөтә яңылыҡтар
Мөхәббәт баҡсаһы
2 Декабрь 2022, 10:15

Гармун да, ҡумыҙ ҙа телгә килде

Төхвәтуллиндар яҡташтарына көтөлмәгән бүләк әҙерләгән ине... 

Гармун да, ҡумыҙ ҙа телгә килде
Гармун да, ҡумыҙ ҙа телгә килде

Ағиҙел ҡалаһының “Иҙел” мәҙәниәт йортонда илле йыл татыу ғүмер иткән Гөлсирә һәм Ғилмеғаян Төхвәтуллиндарҙы яҡташтары тормош юбилейҙары менән ҡотланы. Ҡала хакимиәте башлығы Фәнис Ғилуанов хеҙмәт ветерандарына Башҡортостан Башлығының Ҡотлау адресын һәм бүләк тапшырҙы.

Ғилмеғаян Мәғфүр улы менән Гөлсирә Кирам ҡыҙы ла яҡташтарына көтөлмәгән бүләк әҙерләгән булып сыҡты. Ғаилә башлығы гармунда яратҡан көйҙәрҙе һуҙһа, хужабикә ҡумыҙҙа уйнаны. Зал уларҙың сығыштарын көслө алҡыштарға күмде.

Яҡташтары 35 йыл ғүмерен балаларға белем биреүгә арнаған рус теле уҡытыусыһы Гөлсирә Кирам ҡыҙын һәм ауыл хужалығында агроном, төҙөлөштә монтажсы булып эшләгән Ғилмеғаян Мәғфүр улын яҡшы белә һәм хөрмәт итә. Уларға тормоштоң әсеһен дә, сөсөһөн дә байтаҡ татырға килгән. Өс улға ғүмер бүләк итеп, уларҙы лайыҡлы итеп тәрбиәләп үҫтергәндәр.  Төхвәтуллиндар бөгөн хаҡлы ялда, улар - күптән инде алты ейән-ейәнсәргә олатай-өләсәй. Иң ҙур ейәнсәрҙәренә 24 йәш булһа, иң кесеһенә – ете йәш.


Фото: БР Дәүләт юстиция комитеты. 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: