Бөтә яңылыҡтар
Мөхәббәт баҡсаһы
2 Декабрь 2022, 09:30

Йәштәр йолаларҙы ололай

Ғүмер ҡәҙерен белгәнгә тормош үҙе - оло туй...

Йәштәр йолаларҙы ололай
Йәштәр йолаларҙы ололай

 Хәҙерге заманда халыҡ йолаларын һаҡлау, үҫтереү һәм тергеҙеү мәсьәләләре көн үҙәгенән төшмәй. Кеше этник ҡиммәттәргә мөрәжәғәт итә, халҡының быуаттар дауамында туплаған мәҙәниәтенән психологик ярҙам, берлек, изгелек өмөт итә.

 Шндай йәштәр Әлшәй районында ла бар.Сәстәрен сәскә бәйләргә, татыу тормош ҡорорға  ҡарар иткән Зөлфиә һәм Фәнис боронғо туй йолаһын ололап, халыҡҡа уның күркәм өлгөһөн күрһәтмәксе булды. Матур традициялар,  ғөрөф-ғәҙәттәр  – рухи мәҙәни байлыҡтың бер өлөшө, йәш быуындың формалашыуында илһөйәрлек,  милли үҙаң, гармониялы шәхес тәрбиәләүҙә алыштырғыһыҙ ғәмәлдәр. Йәштәрҙе тормоштарындағы мөһим ваҡиға –тәүге ғаилә документы алыу менән менән ҡотлайбыҙ! Йәштәргә мул тормош, именлек, һаулыҡ теләйбеҙ!

Фото: #госкомюстициирб#загсырб

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: