Бөтә яңылыҡтар
Мөхәббәт баҡсаһы
9 Ғинуар 2023, 13:30

Тәүге игеҙәктәр теркәлде

Йәш ғаиләгә шатлыҡлы көндәр, һаулыҡ һәм сабырлыҡ  теләйбеҙ!

Тәүге игеҙәктәр теркәлде
Тәүге игеҙәктәр теркәлде

Шишмә районының ЗАГС бүлегендә тәүге игеҙәктәр теркәлде. Яңы йыл байрамын ҡаршылар алдынан Шишмә ҡасабаһында йәшәгән Алина һәм Азат Ноғомановтар ғаиләһендә игеҙәк ҡыҙ балалар донъяға килде.

Ата-әсә бәләкәстәргә Йәсмина һәм Ралина   тигән исем ҡушҡан. ЗАГС хеҙмәткәрҙәре йәш ғаиләгә сабыйҙарҙың тәүге документарын – тыуыу тураһында таныҡлыҡтарын  тапшырҙы һәм уларға ныҡлы һаулыҡ, именлек, бәхет теләне.   Йәштәргә шатлыҡлы көндәр, сабырлыҡ насип итһен!

Фото: Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты.   

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: