Йәшлек, хисле кистәр, ялҡынлы йөрәк... Икәүҙең араһындағы мәңгелек тойолған тойғолар нәфрәт менән дә тамамланырға мөмкин. Һәр мөхәббәт тарихының дауамы мәҡәләмдең таныштырасаҡ геройҙарыныҡы кеүек булырға тейештер, сөнки улар төрлө яҙмыш һынауҙарына бирешмәйенсә, бер-береһенә булған хисте юғалтмай, киреһенсә, сәскә атып, татлы емештәренә һөйөнөп йәшәй.
Таныш булығыҙ – Денис һәм Резеда Опря. Хәҙер өс бала үҫтергәндәрҙе күп балалы ғаиләгә индерәләр, ә биш балалы әсәйҙәргә “Әсәлек даны” миҙалы тапшыралар. Элек иһә һәр ғаиләлә тиерлек етешәр-унышар бала үҫеүе ғәҙәти күренеш булған.
Бөрйән районының Яңы Монасип ауылында йәшәгән Денис менән Резеданың ғаиләһендә туғыҙ бала. Баш балалары Арсенийға – 17 йәш, Русланға – 15, Илдарға – 13, Светланаға – 12, Илнарға – 11, Лианаға – туғыҙ, Сыңғыҙға – ете, Азаматҡа – дүрт, иң кесеһе Сафияға – бер йәш.
– Өләсәйемдең нигеҙендә төпләнеп ҡалдыҡ. Уның 10 балаһы булған. Шуға ауылдаштар, “өләсәйеңдең нигеҙендә ултырғас, унға тултыраһың”, тип шаярта, – тип көлә Резеда. – Яңы йортобоҙға күсеп сыҡһаҡ, тултырырбыҙ ҙа.
Денис – 1982, Резеда 1985 йылғы. Молдованан 1991 йылда күсеп килгән туғыҙ йәшлек Денис башҡорт мөхитенә тиҙ өйрәнә. Хатта башҡорт теленән диктанттарҙы тик “бишле”гә яҙҙы, тип хәтерләй уҡытыусылары. Резеданың һөйләүенсә, әле лә балаларына инша яҙырға ярҙам итә.
Икебеҙ ҙә бер ауылдан, бер мәктәптә уҡыныҡ. Денис уҡып бөткәс, әрмегә китте. 2001–2004 йылдарҙа контракт буйынса хеҙмәт итеп, декабрь айында ҡайтып төштө. Шул көндән башлап осраша башланыҡ. 2005 йылда тәүге улыбыҙ тыуҙы. Денис тағы ла контракт төзөп, хеҙмәт итергә китте, мин ауылда ҡалдым. Ике йылдан икенсе улыбыҙ тыуҙы. Денис ул ваҡытта хеҙмәт итә ине. Мин ауылда балалар менән донъя көттөм. 2008 йылдың октябрендә өсөнсөгә контрактын тамамлап, Денис, ниһайәт, ауылға ҡайтып төштө. Тағы ла контракт төҙөгәйне, күп хеҙмәт итмәне, өсөнсө улыбыҙҙы балалар табыу йортонан алырға тип кенә ҡайтты ла кире китмәне. 2010 йылда ҡыҙыбыҙ тыуҙы. Аҙаҡ бер-бер артлы балалар китте, – ти ғаилә усағын һаҡлаған уңған хужабикә.
2019 йылда өй күтәреп ултырталар, быйыл төкәтмә һуғалар. Булған эште ғаилә башлығы улдары менән берлектә башҡара. Бала саҡтан хеҙмәтсән итеп тәрбиәләй улар балаларын.
– Балалар бөтәһе лә эшкә тырыш. Малайҙар иҙәнен дә, ҡашығаяғын да, керҙе лә йыуа. Манты, бәлеш, билмән бешергәндә ҡамырҙы өлгөртөп кенә булһасы. “Һайт” тигәнсә эшләп, бешереп ҡуябыҙ. Ауыл халҡына ялланып, аҡса эшләргә лә өлгөрәләр. Ҡош-ҡорт, мал-тыуар аҫрайбыҙ. Бесәнде лә үҙебеҙ эшләйбеҙ. Төшөнкөлөккә бирелеп ултырмайбыҙ. Аллаһ бирһә, быйыл яңы өйөбөҙгә күсенергә ниәт итеп йөрөйбөҙ. Бына шулай, тормош һынауҙар бирһә лә, бөгөлөп төшмәйбеҙ. Барыһы ла балаларҙың киләсәге өсөн. Булған көсөбөҙҙө һалып, тырышып-тырмашып донъя көтәбеҙ. Тормош иптәшем ныҡ ярҙам итә. Былтыр ауырып дауаханала ятҡанда туғыҙ бала менән донъя көттө. Ул ваҡытта бәпәйебеҙгә ике ай ғына ине. Хәҙер шәбәйҙем, барыһы ла яҡшы, – ти тормошҡа ҡәнәғәт булып йәшәргә өндәгән ҡатын.
Денис та, Резеда ла сәләмәт тормош яҡлылар. Мәктәптә уҡыған ваҡыттарында уҡ бергәләп спорт ярыштарына йөрөйҙәр. Йүгереү, саңғы, волейбол, баскетбол буйынса ярыштар уларһыҙ үтмәй. Ғаиләләре менән дә ете йыл рәттән “Атай, әсәй һәм мин – спорт ғаиләһе” ярышында ҡатнашып, йыл да беренселекте бирмәй килә улар. Республика кимәлендә лә призлы урындар яулайҙар. Өфө ҡалаһында үткән ярышта – өсөнсө урын, Ағиҙел ҡалаһынан икенсе урын алып ҡайталар. Балалары ла мәктәп уҡыусылары араһында үткән бөтә спорт ярыштарында ҡатнаша.
Бала үҫтереү еңел эш түгел. Буйын үҫтерәһең дә ул, аҡылын үҫтерер кәрәк, ти беҙҙең халыҡ. Ысынлап та, дөрөҫ тәрбиә биреү ҙә мөһим.
– Күмәк баланы ҡарауы ауырға төшмәйме? – тип ҡыҙыҡһынам.
– Юҡ. Иптәшем ныҡ ярҙам итә, ул – ныҡлы терәгем. Һәр бала үҙ ризығы менән тыуа, тиҙәр бит. Уларҙы нисек үҫтерергә, тигән һорауҙар урынһыҙ. Артыҡ балабыҙ юҡ. Бер-береһен ҡарашып, беҙгә ярҙамлашып үҫеп киләләр. Тыңламаған саҡтары ла була. Әҙерәк юхалаштырып алһаң, майлаған кеүек булып китәләр. Балаларым үсегә белмәй. Кешеләр ҙә, ныҡ алсаҡтар, тиҙәр. Һәр ваҡыт дуҫтарына ярҙам итергә тырышып торалар.
Ауылда эш юҡ, тип аптырап тормайҙар. Ҡулы эш белгән Денис баш ҡала яҡтарына сығып, төҙөлөш өлкәһендә эшләп ала. Әле йорт һалып ятҡас, үҙ ихатаһында ла мәшәҡәте етәрлек. Дәүләттән балаларға аҡса һәйбәт түләнә, шул аҡсаны йыйып төҙөлөшкә тотонабыҙ, – ти хужабикә.
Балаларының күңелен дә күрә белә Опря ғаиләһе. Йыл һайын йорттарының эргәһенә урамға шыршы ҡуялар. Өйҙәре алыҫтан балҡып, иң матуры булып күренеп ултыра. Яңы йыл кәйефе тыуҙырған биләмә янында башҡалар ҙа туҡтап, иҫтәлеккә фото төшөп китә.
Йыл да донъяларын төҙөкләндереп, бөхтәлектә йәшәргә ынтылған Денис:
– Быйыл тирә-яҡ ихатабыҙҙы яңырттыҡ. Ике йыл элек яңы мунса һалып ултыртҡайныҡ.
– Төкәтмәне лә ирем улдары менән үҙҙәре күтәрҙе. Нигеҙен дә үҙҙәре ҡорҙо. Хатта, аптырап, “Денис үҙе генә һаламы, ни эшләп кеше ҡушмайһығыҙ?” тигәндәр ҙә булды. Алтын ҡуллы иптәшем, шөкөр. Һүҙ юҡ, – ти Резеда.
Атанан күргән – уҡ юнған, әсәнән күргән – тун бескән, ти халыҡ мәҡәле. Ата-әсәһенә оҡшап, балалары ла тырыш, хеҙмәтсән, ярҙамсыл. Малайҙары йәйге каникул ваҡытында Өфө ҡалаһына барып, төҙөлөш эштәрендә эшләп ҡайта. Резеданың бер туған апайы уларҙы саҡырып ала. Үҙҙәренең эшләгән аҡсаһына телефон, мәктәпкә кәрәк-яраҡ, кейемдәр алалар. Ауыл ерендә лә табышлы эш табып, аҡса эшләп йәшәргә була, ти улар.
– Йәй булһа, ғаилә менән еләккә сығып китәбеҙ, көҙ – бәшмәккә. Йыйған емеш-еләкте һатып, балаларҙы хәҙерҙән аҡса эшләргә өйрәтәбеҙ. Телефондарына һалырлыҡ аҡса эшләйҙәр. Беҙҙән улар бының өсөн аҡса һорамай. Оло улым кешегә утын яра, картуф сәсеп, утап, ҡаҙышып бирә. Икенсе улым бала ҡарашып, өйҙә донъя көтөргә ярата. Өсөнсө улым бар яҡтан да килгән, бөтә ергә лә өлгөрә. Балаларымдан да уңдым, – тип һөйөнә туғыҙ бала әсәһе.
Хәҙерге заманда йәш ғаиләләрҙең тарҡалыуы йышайҙы. Һәр кемдең үҙ яҙмышы. Шулай ҙа, күп балалы ғаиләнән йәштәргә кәңәштәр әйтеүен теләнек.
– Йәштәр ҙур суммала кредит алып, туй үткәрә лә, 1-2 йыл да йәшәмәй айырылыша. Әлбиттә, донъя көткәндә ауырлыҡтар, етешһеҙлектәр килеп сыға. Шулай ҙа бирешмәй, татыу йәшәргә тырышырға кәрәк. Беҙ ҙә күп ауырлыҡтар кисерҙек, аяҡ салыусылар ҙа булды, шулай ҙа һынауҙарҙы еңеп сыҡтыҡ. Бер нимәгә лә үкенмәйбеҙ, бер кемдән дә көнләшмәйбеҙ, үҙ яйыбыҙ менән йәшәйбеҙ! – ти улар.
Замандаштарыбыҙ араһында милләт бәҫен күтәреп, рухлы балалар тәрбиәләп, тормошҡа зарланмай йәшәгән ғаиләләр булыуы һөйөнөслө. Заман ауыр, был кәрәк, теге етмәй, тип аптырап ҡалмаған Опря ғаиләһе үҙҙәренең тормош баҡсаһын үҙ ҡулдары менән үҫтерә, йәмләй.
Рузилә ИҪӘНБАЕВА