Бөтә яңылыҡтар
Мөхәббәт баҡсаһы
17 Ғинуар 2023, 21:31

Тәрән хистәр эҙләп...

Үҙегеҙҙең ояны үҙегеҙ туҙҙырмағыҙ.

“Бер ҡатын яҙмалары менән һушты ала инде. Һөйгән йәрен эҙләй. Миңә шашып яратырға кәрәк, яратмаған кешене үбә лә алмайым, яратып үбәһем килә, ир эҙләйем. Кейәүгә сыҡҡым килә, тип асыҡтан-асыҡ яҙа”. Интернетта ошо һүҙҙәр менән башлаған яҙманы уҡығас, мин дә фекеремде еткергем килә. Пәйғәмбәребеҙ әйткән, барыһы ла уртаса булырға тейеш, шул иҫәптән һөйөү ҙә. Шашып яратыуҙың аҙағы күп ваҡыт ҡайғылы бөтә. Шуны башығыҙға һалып ҡуйығыҙ, йәштәр. Иң башта ғашиҡ булыусыларға аҡыл, иман кәрәк.

Шулай бер ауылда элегерәк булған хәл. Йәштәр, өйләнешкәс, айырым өй һалып кергән, бер-береһен күрмәй тора алмайҙар икән. Эштән һағынышып ҡайталар. Уларҙы айырып алырлыҡ түгел. Бер кеше иптәштәре менән мәкер ҡорған, ҡатынға яла яғыу уйлап тапҡандар ҙа иренә еткергәндәр. Йәнәһе, мөхәббәттәренең ныҡлы­ғын тикшереп ҡарайҙар... Бахырҙар төн буйы ирешкән, талашҡан, ә иртән ире башта – ҡатынын, унан үҙен үлтергән... Ул өйҙә күп йылдар кеше йәшәмәне, әле нисектер, бел­мәйем. Аҡыллы, иманлы кешенең мөхәббәте – бер-береңә ышаныу, хөрмәт итеү, кеше һүҙенә ышанып, араға ялған һүҙ керетмәҫкә үҙеңдә көс таба белеү. Аҡылһыҙ баш тәүҙә хатта шаһиттар эҙләп, тикшереп тә ҡарамаған бит. Ә теге яла яғыу­сыларҙың хәлдәре тағы ла мөш­кө­лөрәк, тамуҡ түре – урындары. Бер ыңғайҙан тел осонда торған тағын бер эпизодты ғибрәт өсөн ишеттерәйем. Мәктәптә уҡығанда уҡ бер-береһен ныҡ яратышып йөрөгән класташтарҙың егетенә (армияға китер алдынан ғына) ҡыҙҙың хыянат итеүе тураһында яла еткергәндәр. Шуның менән уларҙың юлдары 45 йылға айырылды. Шул юбилей айҡанлы осрашҡанда күңелдәрендә һаҡлап йөрөткән хистәре урғылып сыҡты, һөйләшеп, аңлашып, ир теге “хыя­наттың” яла яғыу булғанын аңланы. Мәктәптә осрашыуҙар йыш булып торҙо, күрешкәндә был мөхәббәт  ҡоштарының бер-береһенә ныҡ тартылғаны күренеп тора ине. Ләкин ул ваҡытта икеһе лә азат түгел: береһенең ҡатыны йылдар буйы ауырып ята, икенсеһенең эскесе булһа ла ире, ике улы бар. Ирҙең дә балалары бар.

Ирҙең ҡатыны үлгәс, һөйәркәһе иренән законлы айырылып, ҡаланы ташлап, ауылға мөхәббәте янына күсте.

Әйтәһе һүҙем шул: күп кешенең йәш саҡтағы мөхәббәт шикелле тәрән хистәр эҙләп ғүмере үтә, алған ҡатынын, ирен дә уның менән сағыштыра, тулыһынса ихтирам итмәй. Уны һиҙеп, был осраҡтағы кеүек, береһе ауырыуға әйләнһә, икенсеһенең ире эсә. Шулай ҙа уларҙың ғүмере бергә үткән, тормошто бергә кискәндәр, балалар үҫтергәндәр, үҙҙәре бәхеттәрен аңламаһа ла, өйрәнешкәндәр, ха­рак­терҙары ла теге саҡтағы түгел инде, икеһенең дә үҙгәргән. Хәҙер, хыялдары тормошҡа ашҡас, инде киреһенсә бер-береһен элекке тормош иптәштәре менән сағыш­тыралар.

Шуның менән бөттө ул мөхәббәт! Тора алманылар. Ике-өс йылдан ҡатын иренә кире ҡайтты (ул ғәфү итте). Эскәндә претензияһын белдереп алһа ла, “ярар, үҙемдеке бит”, ти ҡатын.

Үткәне үткән, элекке хистәре­геҙҙе күңел түрендә һаҡламағыҙ, бөгөн эргәңдәге кеше менән дөрөҫ мөнәсәбәт ҡороп, балаларҙы яҡшы тәрбиәләү юлын һайлағыҙ. Уларға үҙ атаһы, үҙ олатайҙары кәрәк. Шул хисте, үткән мөхәббәтте эҙләп, нәфсене ҡәнәғәтләндерәм тип, ваҡытлыса ғына булған кәйеф өсөн, әхлаҡты онотоп, иманын юғалтып, үҙ балаларынан да оялмай, икенсе ҡаш һикерткән ҡатындарға эйәреп, ғаиләһен ташлап йөрөгән ирҙәр ҙә етәрлек. Аҙаҡтан иҫтәренә төшә лә ул, ҡайһы бер ҡатындар ғәфү итмәй. Аҡыллылары балалар, ейәнсәрҙәр өсөн кире керетә.

Шундай бер таныштарым бар: шул хәлдәрҙән һуң элеккегә ҡарағанда ла яҡшыраҡ йәшәй башланылар, уларға ҡарауы күңелле, эштәрен бер һүҙҙән башҡаралар, ейәнсәрҙәре олатайҙарын ныҡ ярата. Бында ҡатын аҡыллы булып сыҡты, үҙенең дә ғәйептәрен танып, мөнәсәбәтте яйға һалды.

Ғүмер ике килмәй, үҙең башлап, ҡороп ебәргән ояны туҙҙырмағыҙ, ошо хәлдәрҙән ғибрәт алып, дөрөҫ йәшәргә ынтылығыҙ, балаҡайҙар!


Зәйтүнә КӨҪӘПОВА

Читайте нас: