Бөтә яңылыҡтар
Мөхәббәт баҡсаһы
17 Ғинуар 2023, 21:30

Һөйөү баҫҡыстары

Был мәғлүмәт ярҙам итер.

Ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ араһындағы үҙ-ара мөнәсәбәтте мөхәббәт тип атайбыҙ. Белгестәр уның башы һәм аҙағы була тип иҫәпләп, уны стадияларға бүлеп йөрөтә. Төрлө сығанаҡтарҙа парҙа өс-ете мөнәсәбәт баҫҡысын табырға мөмкин. Әммә иң киң таралған схема — ғашиҡ булыу, иртә эҫенеү, көрсөк һәм тәрән эҫенеү. Был стадияларҙы ентекләп ҡарап үтәйек. Был мәғлүмәттәрҙе белеү, бәлки, ҡыҙыу ҡарарҙарға килгәндә ярҙам итер.

 

  1. Ғашиҡ булыу

Кеше тураһында даими уйланыуҙар, аппетиттың кәмеүе, кәйефтең ҡырҡа үҙгәреүе – мөхәббәт билдәләре.

Эйнштейн медицина колледжында неврология буйынса профессор Люси Браун коллегалары менән бергә ғашиҡ­тарҙың мейеһен күҙәткәндә уларҙың префронталь ҡабығының әүҙемлеге кәмеүен асыҡлай. Тап ул кешеләр тураһында кире фекер йөрөтөү өсөн яуап бирә. Шуға күрә “һуҡыр мөхәббәт” тигән һүҙ фән күҙлегенән дөрөҫ.

“Мөнәсәбәттәрҙең иртә стадияһында — мөхәббәт стадияһында — икенсе кеше һеҙҙең тормош үҙәге булып тора. Бөтәһен дә ғәфү итәһегеҙ. Ул кешенең етешһеҙлектәре бар, һеҙ уларҙы күрәһегеҙ, әммә был мөһим түгел. Яҡшылыҡ насарлыҡтан өҫтөнлөк итә”, – тип иҫәпләй Люси Браун.

Ғашиҡлыҡ стадияһы алты айҙан ике йылға тиклем һуҙылыуы мөмкин. Әммә парҙарҙың 15 – 30 проценты ғына был стадияла 10 – 15 йыл була.

 

  1. Иртә эҫенеү стадияһы

Ғашиҡлыҡтан һуң ғәҙәттә тынлыҡ урынлаша. Һеҙ үҙегеҙҙең партнеры­ғыҙҙан айырым йәшәй алаһығыҙ: үҙ эштәрегеҙ менән шөғөлләнәһегеҙ, бер аҙға айырылып тора алаһығыҙ.

Әгәр берләшеү “уңышлы” һәм һеҙ пар булдыраһығыҙ икән, күпмелер ваҡыт үткәс, организм юғары кимәлдәге дофамин — химик матдә менән бүләкләй. Ул ҡәнәғәтлек һәм ҡәнәғәтлек уятыу йәһәтенән нервы системаһын әүҙемләштерә.

Был стадияла һеҙҙең партнерығыҙ идеаль булып күренә, барыһы ла яҡшы һәм һәр ваҡыт (йәки бик оҙаҡ) бергә булырһығыҙ һымаҡ тойола.

 

  1. Көрсөк стадияһы

Өсөнсө этап – һынылыш осоро. Ғәҙәттә, ул биш-ете йыл мөнәсәбәт­тәрҙән һуң килә. Был – үҙенсәлекле мәл. Һеҙ уны йә йырып сығып, артабан бергә бараһығыҙ, йә айырылаһығыҙ.

Идеаль партнерҙың образы ысын­бар­лыҡтан айырылғаны асыҡлана, мөнәсәбәттәр боҙола башлай. Бер-береңдең ҡәҙере китә. Идеаль образды һәм ысынбарлыҡты сағыштырыу дәғүәләргә һәм ғәйепләүҙәргә килтерә. Әгәр партнерҙар мөнәсәбәттәрен һаҡларға теләй икән, улар нимәнелер үҙгәртергә кәрәклеген аңлай. Әммә уны үҙе теләмәй икән, бик ауыр мәсьәлә. Унда үҙегеҙҙе үҙгәртә башларға кәрәк.

 

  1. Тәрән эҫенеү

Был ваҡытҡа парҙар бер-береһен яҡшы белә, улар ҡотолғоһоҙ осоштар һәм һынауҙар кисерә, көрсөктәрҙе еңеп сығырға мөмкин икәнен белә. Партнер­ҙар бер-береһен идеаллаштырыуҙан туҡтай. Көслө һәм көсһөҙ яҡтарҙы күрәләр һәм ҡабул итәләр. Партнер үҙ теләктәре, уй-фекерҙәре, хистәре, ҡиммәттәре булған башҡа кеше булыуын аңлайҙар.

Ҡайһы бер психологтар, ошо стадияла ғына ысын мөхәббәт формалаша, тип иҫәпләй. Әгәр мөнәсәбәттәрҙең дүртенсе этабын үтһәң, бер һүҙ менән әйткәндә, тыныслыҡ буласаҡ. Ул оҙон-оҙаҡ, хатта ғүмер буйына һуҙылырға мөмкин.

Рузилә ИҪӘНБАЕВА

Читайте нас