Бөтә яңылыҡтар
Мөхәббәт баҡсаһы
18 Ғинуар 2023, 21:30

11 айҙа ике сабыйға ата-әсә!

Хәҙер  2,5 йәшлек Платон  туғандарының барыһына ла "ағай"  

11 айҙа ике сабыйға ата-әсә!
11 айҙа ике сабыйға ата-әсә!

Ҡалтасы районында йәшәгән Екатерина һәм Михаил  Әликәйевтар ғаиләһе үткән йылға рәхмәтле, “сөнки йортобоҙға ҡауҙы ике тапҡыр килеп ҡунды”, тип шаярта йәштәр.

Былтыр февраль башында Захар тигән улдары донъяға килһә, Ҡуян йылын ҡаршылар алдынан, 29 декабрҙә, ата-әсәне ҡыуандырып,  ҡыҙҙары Дарина тыуҙы. Хәҙер  2,5 йәшлек Платон барыһына ла ағай.

Яңыраҡ ғаилә башлығын ЗАГС хеҙмәткәрҙәре ҡыҙҙары тыуыуы менән ҡотлап, тыуыу тураһында таныҡлыҡ тапшырҙы һәм күп балалы ғаиләгә һаулыҡ һәм бәхет теләне. Именлек, сабырлыҡ һәм уңыштар насип итһен!

Фото: ok.ru

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: