Ишембай районының Ишем ауылында йәшәгән Гөлнара менән Ильяс Хәбировтар, йәш саҡтарында бер аҙна ғына осрашып өйләнешһә лә, 35 йыл уртаҡ һүҙле, бер уйлы булып ғүмер итәләр. Бөрйән һылыуы менән Ишембай егетен яҙмыш ҡайҙа осраштырған? Әңгәмәбеҙ уларҙың танышыу тарихынан башланды.
– Мәктәпте тамамлағас, Бөрйәндә ветеринария лабораторияһында эшләй башланым. Ситтән тороп белем алырға тигән ниәт менән документтарымды Өфөгә Ауыл хужалығы институтына алып барған ерҙән, ҡарарымды ҡырҡа үҙгәртеп, Наумовка ауыл хужалығы техникумына тапшырҙым. Шулай студент булып киттем.
Яңы йылдан һуң ҙур сумка тейәп, уҡыу йортона юлландым. Мине Стәрлетамаҡ педагогия институтында уҡыған класташ әхирәтем оҙата барҙы. Стәрлетамаҡтан Наумовка яғына автобусҡа ултырғас, бер нисә егеттең беҙҙең яҡҡа ҡарап йылмайып нимәлер һөйләшкәненә иғтибар иткәйнек инде. Автобустан төшөп йәйәү китеп барһаҡ, баяғы егеттәр беҙҙе ҡыуып тотто ла, “Ҡайҙа, ҡыҙҙар, сумкағыҙҙы күтәрешәйек”, – тип йөгөбөҙҙө алды.
Егеттәр мин барған ауыл хужалығы техникумында уҡый булып сыҡты. Улар араһында буласаҡ тормош иптәшем дә бар ине. Шуныһы ныҡ иҫтә ҡалған: һөйләшеп килгәндә уға хатта күтәрелеп ҡарарға ла оялдым. Шулай ҙа уның ҡуян бүректә булыуы хәтергә уйылған.
Иртәгәһенә техникумда “Хәлдәрең нисек?” тигәнгә әйләнеп ҡараһам, Ильяс тора. Аҙаҡ минең тәнәфескә сығыуымды көтөп тора башланы. Шунда һөйләшәбеҙ ҙә ҡабат дәрескә инеп китәм. Береһендә: “Адресыңды әйт, әтеү дәресеңә индермәйем”, – тип ныҡышҡас, тиҙ генә әйттем дә йүгереп кереп тә киттем. Ул блокнотына яҙып алды.
Бер нисә көндән Бөрйәнгә юлландым. Ильяс адресты дөрөҫ яҙмаһа ла, миңә хаты килеп етте. Артабан арабыҙҙы хаттар бәйләне. Элек бөгөнгө һымаҡ һөйләшергә телефон булманы бит. Март айында йәнә сессияға барҙым. Ильяс менән икебеҙ ҙә был күрешеүҙе һағынып көткәйнек. Бер аҙна шулай көн һайын осрашып йөрөнөк, кино-концерттар ҡараныҡ. Бер көн ул: “Әйҙә, беҙҙең яҡты ла күрерһең”, – тип мине апаһына Петровск ауылына саҡырҙы. Апаһын ғына түгел, Ишемдә йәшәгән әсәһен дә ҡайтып күрҙек. Буласаҡ ҡәйнәм эште ҡыҫҡа тотто. “Апрелдә һоратырға барабыҙ”, – тип әйтеп оҙатты. Мин 1 апрелдә ауылыма ҡайттым, 13 апрелдә һоратырға килеп төштөләр. Шунда никах та уҡыттыҡ, туйҙы июлдә үткәрҙек. Ана шул ваҡыттан хәҙер 36-сы йыл мин – Ишем килене”, –тип өйләнешеү тарихтарын һөйләне Гөлнара Ғилметдин ҡыҙы.
Борондан малайҙарға атай нигеҙендә донъя көтөү, нәҫел ебен дауам итеү хас. Был йоланы Хәбировтар ҙа үтәй һәм йәш ғаилә Ишемдә төпләнә. Гөлнара ханым 34 йыл ҡәйнә менән бер йортта ғүмер иткән уңған килен дә!
– Йәш сағында ҡәйнәм беҙгә донъя көтөргә лә өйрәтте. Ситтән тороп техникумда уҡыған сағымда, “уҡыуыңды ташлама” тип баламды ла ҡарашты. Уға рәхмәтлемен, тәүге көндән үҙ ҡыҙы һымаҡ яҡын күреп торҙо, һис ҡасан һүҙ тейҙермәне, – тип хәҙер инде мәрхүм ҡәйнәһенә рәхмәтен дә әйтергә онотманы.
“Изгелек ерҙә ятып ҡалмай” тигәндәре бик хаҡ. Заманында ҡәйнә кеше киленен күтәрһә, ҡартлығы килгәс, үҙе улы менән килененән изгелек күрә. Гөлнара Ғилметдин ҡыҙы бер осорҙа түшәктә ятҡан әсәһен дә, ҡәйнәһен дә ҡарай. Улар икеһе лә 90 йәштән үтеп мәрхүм була.
– Әсәйем 95 йәшкә яҡынлашҡанда яҡты донъянан китте. Матур итеп һуңғы юлға оҙаттыҡ. Кейәүенә, миңә рәхмәттәрен әйтеп, риза булып йәшәне. Уның кәңәштәре, һүҙҙәре һәр ваҡыт хәтерҙә. “Сей тирегә ут ҡапмай, сабыр бул”, – тип ҡабатларға яратты. “Оло кешегә ҡаршы һүҙ әйтмә”, тип ололарҙы хөрмәтләргә лә бала саҡтан һеңдереп үҫтерҙе. Ҡәҙерле кешемдең арҡамдан яратып алған ваҡыттарын әле бигерәк һағынам, – тине, күңеле тулып, Гөлнара Ғилметдин ҡыҙы. – Йәштәргә теләгем – әсәйҙәренең кәңәштәрен тыңлаһындар, тормош күргән ололар, балаларына яҡшы булһын, тип әйтә. Иҫән саҡтарында ҡәҙер-хөрмәт күрһәтһендәр.
Бер аҙна ғына осрашып өйләнешһәләр ҙә, бер бөтөндөң ике яртыһы булып сыға Гөлнара менән Ильяс Хәбировтар. Тормош иптәшенән уңа Бөрйән ҡыҙы. Ире ғүмер буйы ғаиләһенең ҡалҡаны, һаҡлаусыһы, яҡлаусыһы була. Колхоз осоронда бригадир булып эшләй, һуңынан һаҡ хеҙмәтенә эшкә күсә. Бергәләп ике ул үҫтереп, аяҡҡа баҫтыралар. Өлкәне Илшат, ғаилә ҡороп, кәләше менән үҙҙәре ике ҡыҙға атай һәм әсәй. Кесеһе Илфат быйыл өйләнгән.
Гөлнара Ғилметдин ҡыҙы ла – үҙенең ипле, кешеләргә ихтирамлы холҡо менән ауылда күптән үҙ кеше. Ул ғаилә усағын һаҡлаусы өлгөлө әсәй, ҡатын ғына түгел, хәҙер инде 30 йылдан ашыу ауылда клуб мөдире вазифаһын да яуаплы башҡара “Хеҙмәтемде яратам, миңә халыҡ менән эшләү оҡшай”, – ти ул. Замандашыбыҙҙың байтаҡ йылдар йәмәғәт эшен алып барыуы, Ишем ауылының старостаһы булыуы ла уның һүҙҙәренә ҡеүәт. Был йәһәттән дә тормош иптәшенең, ауылдаштарының терәк-таянысын тоя ул. Әлеге мәлдә ауылдаштар күмәкләшеп махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан егеттәргә посылкалар әҙерләй.
– Ауыл халҡының берҙәм булыуы менән Ишем оҡшай. “Килен, еңгәй” тип үҙ итеп торғастар, күңелгә рәхәт. Тәүге йылдарҙа Бөрйәнде һағына торғайным. Шуны күреп, үҙе лә Әрмет ауылынан килен булып төшкән ҡәйнәм: “Тыуған ерҙән төшкән ер яҡыныраҡ була бит ул”, – тип йыуата ине. Ысынлап та, шулай булып сыҡты. Хәҙер ҡайҙалыр ҡунаҡҡа китһәм дә Ишемде һағынып ҡайтам. Ғүмеремдең ҙур өлөшө ошо ауылда үтте бит, – тине ул.
Ә инде тормош юлынан бергә үтергә бер-береһенә вәғәҙә биргән парҙарға Хәбировтарҙың теләге – “Берең ут булғанда, икенсең һыу булыу, шул ваҡытта тормош карабығыҙ талғын ағыр”, – ти улар.
Резеда ШӘҢГӘРӘЕВА