Бөтә яңылыҡтар
Мөхәббәт баҡсаһы
10 Февраль 2023, 23:42

Тәүге тапҡыр ҡасан ғашиҡ булдығыҙ?

kokurka.ru
Фото:kokurka.ru

Беренсе тапҡыр ғашиҡ булған мәл һәр кемдең күңелендә йылы хистәр уята. Әлеге яҙмала күптәр исемдәрен үҙгәртеп биреүҙе үтенһә лә, һәр ҡайһыһы һорауға бик ихлас яуап бирҙе.

Гөлназ (45 йәш):

– Беренсе тапҡыр туғыҙынсы класта уҡығанда ғашиҡ булдым. Яуапһыҙ мөхәббәт ине ул, уға хис­тәремде белгертмәҫкә, йәшерергә тырыштым. Мәктәптә коридорҙа ул ҡаршыма осраһа, йөрәгем күкрәгемдән сығырҙай булып тибә ине. Дәфтәрҙәремә уның исем­дәрен яҙып бөттөм. Әлбиттә, иң беренсе уның матурлығы йәлеп итте, шулай уҡ спортсы булыуы ла күңелемде яулағандыр. Ике йыл тирәһе ғашиҡлыҡ утында янып йөрөгәндән һуң, хистәр һүнде.

Айгиз (37 йәш):

– Тәүге тапҡыр 15 йыл элек әле бергә йәшәгән тормош иптәшемә ғашиҡ булдым. Мөхәббәт тигән хистең ҡуҙҙары көндән-көн нығыраҡ яна башланы. Шул ваҡытта ғына уға тиклем “ғашиҡ булдым” тигән уйҙарымдың ысын түгеллеген аңланым. Әле бергә йәшәйбеҙ. Ҡатынымды ваҡыт үткән һайын нығыраҡ ярата барам. Ғашиҡтар көнөнә бүләк тә әҙерләгән­мен. Сер әлегә.

Зәлиә (62 йәш):

– Тәүге тапҡыр 16 йәшемдә ҡала егетенә ғашиҡ булдым. Матур, шаян, был үҙаллы егеттең хатта исеме лә күңелгә яҡын ине, ләкин уға хистәремде белдерергә ғорур­лығым етмәне. Ваҡыт үтеү менән тойғолар юғалды. Бары тик матур исеме генә иҫтә ҡалды. Йылдар үтеп, кейәүгә сығып, улым тыуғас, сабыйыма шул  исемде ҡуштым.

Юлиә (23 йәш):

– Был тойғо биш йәш тирәһендә балалар баҡсаһына йөрөгәндә барлыҡҡа килгәндер. Үҙем менән бер төркөмгә йөрөгән матур ғына малай менән уйнауы, аралашыуы оҡшай торғайны. Йылы балалыҡ хәтирәһе булып иҫтә ҡалды ул саҡ.

Сәриә (47 йәш):

– Беренсе тапҡыр өсөнсө класта уҡығанда күрше ауыл малайына ғашиҡ булдым. Ул минән ике йәшкә өлкән ине. Көн-төн уны уйлап йөрөгән мәлем әле лә иҫтә. Уны күреп ҡалһам, шул тиклем ояла, уңайһыҙлана торғайным. Бер йыл самаһы ошондай хистәр менән янып йөрөгәндән һуң, ул тойғолар бөттө.

Шуныһы ҡыҙыҡ: аҙаҡ, йылдар үткәс, минең бала саҡта уны оҡ­шатып йөрөгәнемде кемдер аша белгән. Осрағанда быны иҫкә тө­шөрөп: “Шунан, мине – тәүге мө­хәббәтеңде онотманыңмы әле?” –  тип шаяртып көлөп китә торғайны.

Резеда ШӘҢГӘРӘЕВА

Читайте нас: