Бөтә яңылыҡтар
Мөхәббәт баҡсаһы
10 Февраль 2023, 23:41

Һөйөүҙе һайлап алмайҙар

Ул тормошобоҙға үҙе килеп инә.

skazka-arkhyz.ru
Фото:skazka-arkhyz.ru

Ғашиҡ булыу тойғоһо кешегә нисек йоғонто яһай? Психологик күҙлектән ошо турала тулыраҡ белеү маҡсатында Ишембай ҡалаһынан юғары квалификациялы педагог-психолог Гөлнара КӨҪӘПҠОЛОВАға мөрәжәғәт иттек.

– Быуаттар буйы дан йырланған һөйөү хисе һымаҡ башҡа тойғо юҡтыр ҙа. Ғалимдар фаразлауынса, мөхәббәт кеше күңелендә бик күптән, меңдәрсә йыл элек барлыҡҡа килгән. Шул осорҙан алып ул тормошобоҙҙа ҙур роль уйнай һәм кешенең иң көслө тойғоларының береһе булып ҡала.

Һөйөү – ҡатмарлы хис, ул кешегә тормоштағы күп проблемаларға ҡаршы көрәшергә ярҙам итә. Тап ошо тойғо нигеҙендә ныҡлы, гармониялы мөнәсәбәт булдырыла.

Психолог-гуманист Маслоу фекеренсә, кеше тотороҡлолоҡҡа, хәүефһеҙлеккә, үҙенә ышанысҡа һәм һөйөүгә мохтаж. Окситоцин тигән мөхәббәт гормоны кешенең үҙ-үҙен тотошо психологияһында мөһим роль уйнай. Был психологик торош ыңғай тойғо ғына түгел, кеше сәләмәтлеге өсөн дә файҙалы.

Шулай уҡ бындай химик элемент мөнәсәбәттәрҙе ҡорорға ярҙам итә, тормошто ыңғай яҡҡа үҙгәртергә этәргес көс бирә, тирә-яҡтағыларға ышаныс тойғоһон арттыра. Ғашиҡтар көнө – үҙебеҙҙең хис-тойғоно күрһәтеү, яратҡан кешебеҙгә уның ни тиклем ҡәҙерле икәнлеген әйтеү өсөн бына тигән мөмкинлек. Бүләктәр, сәскәләр, романтик киске аш ойоштороп һәм башҡа төрлө иғтибар аша яҡындарыбыҙҙың күңелен күрәбеҙ. Ғәҙәти тормошта тойғоларҙы ошолай асыҡ итеп белгертеп бармайбыҙ, әлеге байрам быға юл аса.

Кешене илһамландырған һөйөү хисе күп ҡыйынлыҡтарға ҡаршы көрәшергә, етди мәсьәләләрҙе хәл итергә, ғаиләлә йылы мөхит тыуҙырырға, балалар үҫтерергә ярҙам итә. Мөхәббәтте һайлап алмайҙар, ул үҙе тормошобоҙға килеп инә һәм йәшәүебеҙгә йәм, биҙәк өҫтәй, – ти Гөлнара Вәкил ҡыҙы.

Резеда ШӘҢГӘРӘЕВА

Читайте нас: