Ойоп ҡына китеп барғанда, водитель музыка ҡуйып ебәрҙе:
“Күпме яра миңә һалынмаған,
Ғазаптарым биле алынмаған,
Хыялыйҙар булып кителмәгән,
Яраларға тоҙҙар бит һибелгән...”
Илсур Тайсиндың, күңелдәргә шул тиклем дә һағыш һалып, йөрәктең әллә ҡайһы ҡылдарына сиртеп, мөхәббәт тигән бөйөк хистең беҙҙе яңғыҙлыҡты ҡосаҡларға мәжбүр итеүенә ғазапланып, өҙгөләнеп башҡарған йыры. Эх-х! Йыр минең генә түгел, водителдең дә уй-кисерештәрен әллә ҡайҙарға алып китте буғай...
Сибай – Баймаҡ – Өфө юлын күп тапағанлыҡтан, таксиҙарға йыш мөрәжәғәт итергә тура килә. Уңайлы график, йомшаҡ машина, кеше лә күп түгел, шуныһы һәйбәт. Өйҙән килеп алалар, илтеп ҡуялар. Һөйләшергә яратҡан водителдәр булһа, барып еткәнсе аралашып, юлдың оҙонлоғон һиҙмәй ҙә ҡалаһың. “Ауыҙына һыу уртлаған” булһа, рәхәтләнеп йоҡлап бараһың, салонда тып-тыныс була.
Ғәҙәттә, водителдәр һауа торошо тураһында мәғлүмәт менән уртаҡлаша, юлдың насарлығына зарланып ала, бер аҙ машинаһы хаҡында бәйән итә лә ҡатын-ҡыҙ темаһына төшөп китә. Эйе, ир-егетте күпселек өс тема борсой: машина йәки ат, футбол йәки хоккей һәм ҡатын-ҡыҙ. Ошоларҙың береһе тураһында булһа ла һүҙ башла, телдәре асылып та китә. Улар футбол йәки хоккей ҡарамай, машинаһы юҡ икән, ҡатын-ҡыҙ хаҡында сәғәттәр буйы һөйләргә мөмкин.
Үҙ сиратында, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа шулай: булған ир-егетте “бер сыбыҡтан ҡыуҙырып”, “сволочь” яһамаһалар, күңелдәре булмай. Аҙаҡ килеп: “Шул хәтлем эт, бәғерһеҙ булһа ла, яратам бит үҙен. Унан башҡа бер кем дә кәрәкмәй”, – тигәндәренә аптыраһаң да, хәл юҡ, сөнки ҡатын-ҡыҙҙың фекерләүе башҡасараҡ шул.
Әллә рулдә йоҡлап китмәҫ өсөн, әллә үҙҙәренә шулай ҡыҙыҡ, күпселек водитель был теманы үҙе үк башлай. Уларҙың ҡатындары булһа ла һәм бармаҡтарында алтын балдаҡтары ялтырап торһа ла, күптәр осрашыр өсөн һөйәркә эҙләй, ҡатындарының ялҡытыуын һөйләй башлай. Кәләш итеп алыуын алғас, уның етешһеҙлектәрен ниңә кешегә һөйләргә? Икенселәр артынан сапҡансы, икәү-ара аңлашып һөйләшеү етер ине, моғайын. Ошонан һәр кемебеҙҙе алып ҡара, бер идеаль кеше юҡ инде ул. Әлбиттә, бер-береһен ныҡ яратҡандар һәм бер-береһеҙ йәшәүҙе күҙ алдына ла килтерә алмағандар ғына аңлашып, араларындағы низағты бөтөрә алалыр. Яратмай икән, тимәк, уның күҙе лә, йөрәге лә сит-яттарҙы байҡай башлай.
Уның һөйләгәндәрен өндәшмәй генә тыңлап, уйланып киләм. Проблема бит был, етди проблема. Шул арҡала күпме ғаилә тарҡала, балаларҙың күҙ йәше түгелә, бөртөкләп йыйған донъя, яҙмыштар селпәрәмә килә. Ҡатындарҙың һәм ирҙәрҙең “һулға” йөрөүе – йәмғиәтебеҙҙә таралған күренеш. Уларҙың һәр береһенең сәбәптәрен асыҡлай башлаһаң?.. Ә был сәбәптәр, ай-һай, бик күп һәм сетерекле. Ғәҙәттә, беҙ ир-егеттәрҙе генә ғәйепләп, улар ғына ситкә йөрөй, тиергә яратабыҙ. Ғаиләле ирҙәр икенсе ҡатындар менән йөрөй, ә ул ҡатындар – кемдәрҙеңдер хәләле. Шулай булғас, ғәйеп атта ла, тәртәлә лә булып сыға түгелме? Әйләнә-тирәбеҙҙә ғаиләле була тороп та, һөйәркәһе йәки һөйәре булған, шул уҡ ваҡытта уларҙың мөнәсәбәттәре бер кемгә лә сер булмаған парҙар, дөрөҫөрәге, “мөхәббәт өсмөйөштәре” лә осрай. Ҡайһы бер ирҙәрҙең ҡатындары белһә лә, улар икенсе ҡатын менән йөрөүен дауам итә. Ә кейәүгә сыҡҡан ҡыҙҙар оҙаҡ дуҫлашыуға юл ҡуймай: йөрөһә, бер-ике тапҡыр “һулға“ сығып ала. Йәш ҡыҙҙар иһә, ирҙәр уларға ҡараған икән, ғаиләһе һәм балалары булыуына ла иғтибар итмәй, осрашыу өсөн төрлө план ҡора, сараһын таба.
“Исемем Рауил минең”, – тип таныштырған водитель “һулға” йөрөү-йөрөмәүен, берәү һорамаһа ла, үҙе үк һөйләй башланы.
Аҙаҡ хыянат итеү, көнләшеү, балаларҙы етем итеп, улар өсөн яуаплылыҡ тоймаған кешеләрҙең әйләнә-тирәбеҙҙә бигерәк күп булыуы асыҡланды. Һәр кемеһенең үҙ тарихы, үҙҙәре әйтмешләй, “депрессияһы”. Уларҙың фекерҙәре ҡыҙыҡлы, әммә бәйән ителгәндәрҙә әйтелмәгән һүҙҙәр, үпкәләшеүҙәр, үс алыуҙар, яратмау һәм яңылышыуҙар кеүек проблемалар үтә лә ҡырҡыу төҫ алған осраҡтар күп. Балалы ҡатындар ғына ыҙа сигә, атайҙары алимент түләһә, түләй, түләмәһә – юҡ, ә әсәйҙәр яңғыҙҙары аяҡҡа баҫтыра, уларҙы кеше итәм, тәрбиә бирәм тип, әллә нисә эшкә саба, өйҙә ултырып “ҡалым” эшләй, тип бер яҡлы ғына уйлаһаҡ, яңылышабыҙ. Бындай балалы ҡатындар тик тәрбиәле, ана шул балаларын беренсе планға ҡуйған, “эш – өй” маршрутында ғына йәшәгән әсәйҙәр булыр. Баҡтиһәң, ирҙәре донъя көтәм тип тырышып, аҡса-мал табам тип сапҡан арала, ҡатлы-ҡатлы яҡшы шарттарҙағы өйҙәрҙә һәм етеш тормошта йәшәп, ике-өс балаһы булған ҡатындар ҙа, аҙғынлыҡ юлында йөрөп, кешенән һис оялмай йәшәй икән.
Ғаиләле ҡатын һәм ирҙәргә яңылышлыҡтарҙы икәү аңлашып хәл итеүгә нимә ҡамасаулай? Ни өсөн хәҙер тарҡалған ғаиләләр күп? Был яуапһыҙлыҡмы, әллә тулы ҡанлы тормош алып барыуға теләк хата аҙымға этәрәме? Ә балалар? Уларҙы тәрбиәләү менән кемдәр шөғөлләнергә тейеш һуң? Һорауҙар күп булған һайын, яуаптарҙың төрлөлөгө лә хайран ҡалдыра. Һөйләүселәрҙең фекерҙәрен тыңлап ҡарайыҡ әле.
Рауил, водитель, 50 йәшкә етеп килә:
– Мин ғүмер буйы шофер булып эшләйем. Армиянан ҡайтҡас, рулгә ултырғайным, бына 20 йылдан ашыу инде машинанан төшкән юҡ. Тәүге ике ҡатын менән “борсаҡ бешмәй”, өсөнсөгә кәләш алдым. Дүрт йәшлек ҡыҙыбыҙ бар. Ул, әллә ҡыҙғана, әллә нимә, көнө-төнө шылтыратып, ҡайҙа икәнлегемде, ҡасан ҡайтырымды белешеп кенә тора. Таксиҙа эшләгәс, төнөн дә юлда булырға тура килә. Алыҫҡа китһәң, бер нисә көн өйгә лә ҡайтып булмай. Минең телефон һүндерелгән булһа, диспетчерҙарҙы ҡаҡшата. Шуға рейсҡа сығыр булһаң, улары гел генә киҫәтеп сығара: “Ҡатының гел шылтыратып, беҙҙән һине таптыра, бер үк телефоныңды һүндереп ҡуйма инде”. Хәҙер берәй ҡатын менән осрашып, үҙебеҙҙең ҡалала йөрөһәм дә, шылтыратһа, мин алыҫ ҡалала йәки икенсе өлкәгә сығып киттем, тип әйтәм дә ҡуям.
“Ҡатынығыҙ булғас, ниңә икенселәр менән осрашаһығыҙ һуң? Өсөнсөгә өйләнгәнһегеҙ бит инде, – тим. – Нимәһе менән оҡшамай?”
“Гел генә ҡара икмәк ашау ялҡыта ла инде”, – тип яуаплай водитель.
“Ә ни өсөн “ҡара”, “аҡ” түгел?”
“Ярай, аҡ булһын, ти, – тиҙ генә минең менән ризалаша. – Көнө-төнө аҡ икмәк кенә ашаһаң, ҡараһын да ашағы килә. Ара-тирә “печенье”, “шоколад”, “торт” кеүек “тәмлекәстәрҙе” лә тәмләге килә. Төрлөлөк кәрәк бит”.
Һм-м-м, уйланырлыҡ! Уның кәнфит, печенье һәм башҡа тәмлекәстәр тигәненә аңлатма бирмәһәк тә, аңлашылалыр. Ҡара йәки аҡ икмәк – ҡатын, башҡа төрлө тәм-том – йәш ҡыҙҙар. Икмәк көн дә кәрәк, ә печенье ашап ҡына тамаҡты туйҙырып, ашҡаҙанды алдап булмай. Шулай ҙа улары ла кәрәк. Тимәк, ирҙәрҙе бер төрлөлөк ялҡыта. Көнө-төнө ирен контролдә тотҡан мыжыҡ ҡатын үҙенең холҡо менән “шәрбәт”кә уны үҙе үк этәрә. Эйе шул, эшкә тип сығып киткән иренең әллә эштә, әллә икенсе йәш ҡатын-ҡыҙ менән йөрөүен ул ҡайҙан белһен? Шуға ла шикләнә, тикшерә. Водителдәр бит тәүлек әйләнәһенә юлда йөрөй. Ә сәфәрҙә кемдәр генә осрамай, кемдәрҙе генә алып барырға тура килмәй.
Фәриҙә, пенсионер:
– Ирем ғүмер буйы тиерлек миңә хыянат итте. Тәүҙә, йәшерәк саҡта, быны белмәнем, икенсе ҡатындарға бара, тип башыма ла килтермәнем. Ҡыҙыбыҙ тыуғас, уның менән өйҙә ултырам. Ирем эштән һуң ҡайта, ҡайһы саҡ ярты төн үткәс ҡайтып инә. Уның башҡа ҡатындар менән сыуалыуын күрше әбей әйтте. Хатта ул ҡатындың ҡайһы өйҙә тороуын да белә ине. Башта ышанманым. Шул хәтлем оят, ғәрлек. Күрше-тирә белеп бөткән, ә мин – иҫәр, ир эшләп йөрөй, төнгә тиклем ҡала, арый, тип уйлаған булам. Нимә етмәгәндер?
Шулай ҙа бер кистә ҡыҙымды йоҡлаттым да эҙләп киттем тегене. Ул ҡатынға күп ирҙәр йөрөй икән, сөнки бер ҡайҙа ла эшләмәй, өйҙә генә ултыра, көнө-төнө “сәмәй” эшләп һата, үҙе үк ирҙәргә табын ойоштора. Килеп, ҡапҡаһын астым да урамдағы баҡсаһы эргәһендә көтөп торһам, минең һөйөклө ирем туп-тура бында килеп инде. Йөҙө шат, кәйефе күтәренке. Ҡараңғыла мине күрмәй ҙә. Исеме менән уға өндәшкәйнем, аптырап китте. Шунан, баҡса рәшәткәһенә терәп, муйынымды быуа башланы. “Мине аңдып йөрөгәнеңде тағы бер күрһәмме?! Ошо ҡулдарым менән һығып үлтерәм!” – тине. Башҡа сит ҡатындарға йөрөмәүен һорап, уны юхалап та, әрләп тә, ҡысҡырып та, ҡурҡытып та, оялтып та ҡараным, файҙаһы теймәне. Йәштән нисек бисәләргә туймай йөрөнө, шулай пенсияға сыҡҡансы дауам итте.
Миңә кешеләр аптырап: нисек йәшәйһең уның менән, күрәләтә һине кәмһетә, кешелегеңде аяҡ аҫтына һалып тапай бит, ти ине. Айырылышһам, ул минһеҙ нисек йәшәр, йә астан үлер, йә бер-бер хәл булып ҡуйыр тип ҡурҡа торғайным. Ныҡ йәлләй инем үҙен. Ә ул мине бер ҡасан да йәлләмәне! Ирҙәрҙе бөтөнләй йәлләргә ярамай, улар йыртҡыс менән бер. Шул “һулға” күп йөрөүе арҡаһында ниндәй генә ауырыуҙар йоҡторманы ул миңә.
Бер күренешкә ныҡ хәтерем ҡалды, һаман булһа онота алмайым. Сираттағы “ауырыуҙар букетын” алып ҡайтҡас, дауаланырға барҙыҡ. Табип-дерматовенеролог күптән беҙҙе танып-белеп бөттө бит инде, иремә: “Улай ҡатындарҙы ныҡ яратҡас, үҙең менән презерватив алып йөрө”, – ти. Шул һүҙҙәр уға етә ҡалды. Улары кеҫәләрендә, машинаһында тулып йөрөһә лә, тағы ла әллә күпме битемде ер итеп, дауахана тупһаһын тапарға тура килде.
Ирем 9 май алдынан аҫылынып үлде. Минең өсөн ысындан да “еңеү” көнө килде. Үҙемдең ғорурлығым, сабыр холҡом һәм оҙайлы түҙемлегем менән дә мин уны еңгәнмендер, тип уйлайым. Тик нервы ауырыуҙарына дусар булдым инде, уларҙы бит тиҙ генә дарыу эсеп йүнәлтеп булмай. “Ауырыуҙар гөлләмәһе” менән бергә күңелдә лә йыуып бөтөрә алмаҫлыҡ юшҡын, үкенес-һағыштар тороп ҡала. Ә ирҙәренең хыянатын белгән ҡатындарға минең һымаҡ ғәфү итеп, түҙеп йәшәргә кәңәш итмәйем. Нисә балаһы булһа ла, йәшәр урыны булмаһа ла, ҡатындар бер ваҡытта ла яңғыҙҙары бирешмәй. Аҡсаһын да, малын да таба беләләр. Һаулыҡтарын да һаҡлап ҡала алырҙар. Унан инде икенсе кешене осратып, матур тормош ҡороуҙары ла мөмкин.
Беҙҙең йәш саҡта улай өйрәткән, аҡыл биргән кеше булманы. Элекке замандарҙа айырылышыу ҙа оят була торғайны.
Бында хыянат итеүҙең әле иҫәпкә алынмаған сәбәптәре лә күп ҡалғандыр. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, үрҙә атап үткән кешеләр ярҙамында беҙ уларҙың ҡайһы берҙәрен ғәмәлдәге күренештәр менән асып бирҙек. Кешеләрҙе белеп булмай, улар бөгөн – бер төрлө, иртәгә – бөтөнләй икенсе. Шуға ла улар араһында, тормош иптәше йәки һөйәре-һөйәркәһе була тороп та, ҡайһы ваҡыт яңғыҙлыҡты ҡосаҡларға мәжбүр булған парҙар, алданып, керпек ҡаҡмай таң аттырыусылар бар.
Әйтелмәгән һүҙҙәр, бүләк ителмәгән наҙҙар ҡала. “Инде 40 йыл йәшәгән иремде аңламай китәм әле”, – тигәйне бер апай. Ғүмерлек тип һайлаған йәребеҙ бер көн килеп һине икенсегә алмаштыра. Ғазапланыу, әрнеү, үс алырға, үҙ-үҙеңә ҡул һалырға маташыу... Тағы килеп көтөү, утта янып, көлгә ҡалыу, үҙ-үҙеңде юҡҡа сығарыу, һаулығыңа зыян килтереү... Икенсе яҡтан, кемдер ошо юл аша үҙ бәхетен таба. Рустарҙың тапҡыр мәҡәлендәгесә әйтһәк, бәхет булмаҫ ине – бәхетһеҙлек ярҙам итә шул ҡайһы саҡ.
Көн дә ашаған икмәгебеҙҙән ялҡмаһаҡ ине ул. Берәүҙәр өсөн ул аҡ булһын, икенселәр өсөн – ҡара, әммә бер үк ҡамырҙан, уртаҡ уй һәм бер маҡсат менән әүәләп яһалһын. Төрлө ҡамырҙан яһалғандарын эҙләп, һайланып, аҙаҡтан ҡайһыһы кәрәк икәнен дә онотоп ебәрмәйек.
Земфира ТАҺИРОВА