Атайым менән әсәйем бер-береһен ныҡ яратты. Уларҙың йәшләй генә башланған мөхәббәте йылдар үткән һайын көсәйә барҙы. 64 йыл бергә йәшәнеләр. Һөйөү хистәре көндәлек тормошта, көнкүрештә, йәшәү стилендә, атлаған һәр аҙымдарында, әйткән һүҙҙәрендә минут, сәғәт һайын сағылды. Улар бергә саҡта ла бер-береһен һағынды. Әсәйем өйҙә булмаһа, атайым үҙенә урын тапманы, кәйефһеҙ йөрөнө. Әсәйем дә, күршеләргә инһә, магазинға барһа, оҙаҡ тормай ҡайта ине.
Атайым әсәйемде ҡурсалап ҡына торҙо. Уның тормошон, көнкүрешен ҡулынан килгәнсә еңеләйтергә тырышты. Колхозда ла артыҡ эшләтмәне. Бала саҡта атайымды ауыл советына, колхоз идараһына саҡыртып “Ниңә ҡатыныңды эшләтмәйһең?” тип әрләгәндәрен хәтерләп ҡалам. Бригадир булған сағында атайым әсәйемде тоҡ ямау, һарыҡ ҡырҡыу һымаҡ еңелерәк эштәргә йәлеп итә торғайны. Уға һүҙ теймәһен тип, үҙе колхозда ике кеше өсөн егелеп эшләне. Ауырлыҡты бергә күтәреп, хәләлен ел-дауылдан һаҡланы.
Атайымдың әсәйемде колхоз эшенән ҡурсалауы эгоислыҡтан түгел, ә ысынбарлыҡты дөрөҫ баһалауҙан ине. Өйҙә әсәйемә былай ҙа эш етерлек бит. Алты бала тәрбиәләй, уларҙы ашата, керен йыуа, ҡош-ҡортто, мал-тыуарҙы ҡарай. Бөтә эш ҡул көсө менән башҡарыла. Әсәйем арый, башы ауырта, ҡан баҫымы күтәрелә. Шуға атайым уның көнитмешен мөмкин булғанса еңеләйтергә тырыша. Өйҙә, “ҡатын-ҡыҙ эше” тип тормай, булыша. Кухняға төрлө ҡулайламалар яһап, уңайлы мейес сығарып, ҡоро утын, тап-топ әҙерләп, әсәйемә ярҙам итә.
Атайым: “Әсәйеңдән балаларығыҙҙы ҡаратмағыҙ, үҙегеҙ үҫтерегеҙ”, – тип беҙгә алдан уҡ әйтеп ҡуйҙы. Шулай иттек тә. Был да уның ҡәҙерле кешеһен ҡурсалауын аңлата ине.
Атайымдың әсәйемә мөхәббәте тағы ла шунда күренде: ул уны яман һүҙҙәрҙән, ғаилә тормошон бутарға әҙер торған кешеләрҙән һаҡланы. Ул, беҙҙе тәрбиәләү маҡсатынандыр инде, һөйләгәйне: “Мин өйләнгәс, ауылдың ҡайһы бер ҡыҙҙары араға керергә, мине үҙҙәренә ымһындырырға маташып ҡарағайны, ҡырҡа туҡтаттым. Ҡабат улайтып йөрөмәнеләр”. Атайым үҙенең көндәлек тәртибе менән дә әсәйемә яман хәбәрҙәр ишетелеүенә юл ҡуймаған.
Атайым да, әсәйем дә мөхәббәттәренә тоғро булды. Шикләнмәй, бер-береһенә ышанып йәшәнеләр. Әсәйем атайымды һуғыштан көтөп алды. Ауыл халҡы уның тоғролоғон хөрмәтләй торғайны. Атайым да әсәйемә хыянат итмәне, аҙып-туҙып йөрөмәне. Әсәйемде ул бөтә ҡатын-ҡыҙҙан, хатта балаларынан да өҫтөн күрҙе. Шулай булғас, беҙ ҙә әсәйемде ололап, илаһилаштырып йәшәнек.
Улар бер ваҡытта ла талашмағандыр, тип уйлайым. Һәр хәлдә, ундай осраҡты белмәйем. Һүгенеү, бер-береңде кәмһетеү атайым менән әсәйемдең мөнәсәбәттәрендә күҙәтелмәне. Ҡартайған көндәрендә бергәләп мөхәббәт йырҙарын йырлай торғайнылар. Улар башҡарыуында “Зәңгәр күлдәк”, “Килә яуа бер болот” беҙҙең өйҙә йыш яңғыраны. Уларҙың йәнендә лә, тәнендә лә мөхәббәт сағыла ине.
Атай-әсәйемдең ҡәберҙәре лә зыяратта бер-береһенә терәлеп кенә ята. Минең уйымса, улар теге донъяла ла һөйөшөп, яратышып, бер-береһе өсөн үлә яҙып йәшәйҙер.
Ҡатыным менән айырылышып, мөхәббәткә шикләнеп ҡараған мәлдә, атай-әсәйемдең мөхәббәте миңә көс бирҙе, ышаныс тыуҙырҙы, ҡайғымды еңеләйтте.
Яҡты донъя менән хушлашыр алдынан атайым миңә: “Иптәшлән инде, улым. Башҡорт ҡыҙына өйлән”, – тине. Әсәйем үҙенең холҡо, тәртибе, мөхәббәте, бөтә булмышы менән атайымда башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына оло хөрмәт тыуҙырғайны.
Юғарыла һөйләнелгәндәр атайым менән әсәйем араһында көслө мөхәббәт булғанлығын күрһәтә. Ни өсөн улар бер-береһен шулай ныҡ яратҡан икән? Был һорауға уларҙың яҙмышы, булмышы, тормошо яуап бирә.
Уларҙың мөхәббәтенең көсө – тәрбиәлелектә. Икеһенең дә ата-әсәһе – минең олатай, өләсәйҙәрем – уларға дөрөҫ тәрбиә биргән. Атайым менән әсәйем бер-береһенең һәйбәт сифаттарына ғашиҡ булған, холоҡтарын оҡшатҡан, хөрмәт иткән, ҡәҙерләгән. Өйләнешкән саҡтарында уларҙың тәрбиәле холоҡтарынан башҡа байлыҡтары булмаған. Байлыҡҡа ҡыҙып ғаилә ҡормағандар. Байлыҡҡа ҡыҙһалар, бәлки, мөхәббәттәре ғүмерһеҙ булыр ине. Тормош кәрәк-ярағын атайым менән әсәйем бергәләп йыйған. Уртаҡ хужалыҡ, дөйөм маҡсат, ынтылыш уларҙы бер кешегә әйләндергән. Уларҙың мөхәббәтенең көсө ошолар менән билдәләнә.
Ҡайһы берәүҙәрҙең ауыҙынан “Мөхәббәт юҡ ул” тигән һүҙҙәрҙе ишетергә тура килә. Был һөйөүҙең нимә икәнен белмәүҙән килә. Яҙыусылар, уҡытыусылар, ғалимдар уны халыҡҡа дөрөҫ аңлатмай. Уларҙың тырышлығы менән яратыу тойғоһо кешенән көслө итеп һүрәтләнә. “Мөхәббәт ул – утлы йәшен”, “мөхәббәткә ҡаршы барып булмай”, тип ебәрәләр. Уларса, мөхәббәт кешегә идара итә. Йырҙарҙа, шиғырҙарҙа, легендаларҙа тасуирланған романтик мөхәббәтте эҙләп, көтөп, кеше хаталар яһап бөтә. “Мөхәббәт юҡ ул” тигән дөрөҫ булмаған һығымта яһай. Был – тәрбиәһеҙҙәр, аңһыҙҙар эше. Тәрбиәле кеше улай эшләмәй, ул үҙ тойғоларына хужа була. Мөхәббәт уның менән түгел, ул мөхәббәткә идара итә.
Атай-әсәйемдең миҫалында мөхәббәттең ике тәрбиәле кеше араһындағы ысын, ғәҙел, изге мөнәсәбәт икәнлегенә ышандыҡ. Мөхәббәт бар! Ул бәхетле тормоштоң нигеҙенә һалынған.
Фәрүәз СӘЙФУЛЛИН