Бөтә яңылыҡтар
Мөхәббәт баҡсаһы
16 Февраль 2023, 22:00

"Хас әсәйең икәнһең..."

 Ҡыҙын тыңлап торған атай кешенең ҡатыны менән ни сәбәпле айырылышҡаны иҫенә төштө. Ул саҡта ла...

"Хас әсәйең икәнһең..."
"Хас әсәйең икәнһең..."

“Атай, мин кейәүгә сығам!” – тип ҡыуанып шылтыратты бер көндө Нәлиә. Ҡыҙҙың ата-әсәһе күптән айырылышҡан, әммә әсәһе бер ваҡытта ла уға атаһы менән аралашыуҙы тыйманы. Көн һайын булмаһа ла, йыш ҡына телефон аша һөйләшә, һирәк-һаяҡ күрешә ине Нәлиә ҡәҙерле кешеһе менән. Ғаилә тарҡалғас, ҡыҙлы-әсәле икәү икенсе ҡалаға йәшәргә күскәйне. “Мин һинең өсөн бик шатмын, ҡыҙым. Бәхетле генә бул инде, - тип атай кеше балаһына фатихаһын биреп, изге теләктәрен еткерҙе. - Туйға ҡасан килергә?” ”Атай, ЗАГС-ҡа ғариза биргәс шылтыратырмын әле һиңә”, - тип яуап бирҙе Нәлиә.

Атаһы менән һөйләшкәндән һуң ҡыҙ иң яҡын әхирәте Альбинаға ла шылтыратты. “Беләһеңме, мин үҙемә туй күлдәге лә һайлап ҡуйҙым инде. Тантана үтәсәк кафены ла ҡараным, туйҙан һуң ҡайҙа барырыбыҙҙы ла хәл иткәнмен...” – тип туҡтауһыҙ тәтелдәне Нәлиә, әхирәтенә ара-тирә һүҙ ҡыҫтырырға ла ирек бирмәйенсә. “Тыуасаҡ балаларыма исем дә әҙерләгәнмен. Ильяс Рәмил улы буласаҡ улым, ҡыҙым – Ләлә Рәмил ҡыҙы. Матур яңғырай иве-е-ет? Рәмил бик яҡшы атай буласаҡ...”.

Тәғәйенләнгән көндә йәштәр ЗАГС-ҡа юлланды, тик унан Нәлиә илап ҡайтты. Тап ошо ваҡытта, балаһының кәйефенең төшөүен һиҙгәндәй, атаһы шылтыратты: “Ҡыҙым, хәлдәрең нисек? – тиеүенә уныһы түгелеп илап ебәрҙе. – Ҡыйырһыттымы әллә? Улай икән, хәҙер килеп кәрәген бирәм...” "Юҡ. Тик, беләһеңме, атай, мин уға кейәүгә сыҡмайым. Ғариза ҡалдырманыҡ. Рәмил тип яҙылмаған икән паспортында, ә - Рәфил... "Мине ике төрлө исем менән йөрөтөүҙәренә күнеккәнмен", - тине...”

"Берәй енәйәтсеме әллә?” – хәүефле тауыш яңғыраны теге остан. “Юҡ. Мин ҡыҙымдың - Ләлә Рәфил ҡыҙы, малайымдың Ильяс Рәфил улы булыуын теләмәйем. Рәмил түгел, нисек Рә-фил була инде? Миңә был исем бөтөнләй оҡшамай...”

Шул саҡ атай кешенең ҡатыны менән ни өсөн айырылышҡаны иҫенә төштө: “Хас әсәйең икәнһең! – тине аҙаҡ. - Шулай ҙа һин ашыҡма, балам, бәлки, ул бик яҡшы кешелер. Исемдең түгел, ә үҙенең оҡшауы мөһим...”

Бер нисә көндән Нәлиә Рәфилдән исемен алмаштырыуын һораны. Ә тегенеһе үҙгәртеүҙән ҡырҡа баш тартты. “Шул тиклем ҡыйынмы ни?” – тип ныҡышты Нәлиә, тик бирешмәне егет. Был сетерекле хәлгә тағы ике яҡ өсөн дә кире тәьҫорат ҡалдырған ваҡиғалар ҙа өҫтәлде. Әммә ике йәш йөрәккә лә үҙ принциптары ҡәҙерлерәк ине. Һәм икеһе лә үҙ яртыһын эҙләргә төрлө яҡҡа китте, тик әле һаман да береһе лә һөйгәнен тапмаған, тиҙәр...

Фото: mgazeta.com

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: