Мөхәббәт темаһына тағы бер-ике кәлимә һүҙ. Хәйер, мөхәббәт темаһы ул бик ҙур, уның тураһында оҙон-оҙаҡ һөйләргә мөмкин, арытмай ҙа ялҡытмай ҙа, киреһенсә, йәш саҡтарҙы иҫләп, йәшәреп китәһең кеүек.
Баймаҡ мәктәп-интернатында уҡып йөрөгән саҡ. V-тән алып мине бер класташ малай яратты, яратҡанына иманым камил. Мин гел артҡы парталарҙа ултырҙым, бер йылды беренсе рәттең иң артҡы партаһында ултырһам, икенсе йылдарҙы өсөнсө рәттәге һуңғы партала ултырҙым. Әле һөйләгән класташым минән алдараҡ, урталағы рәттә ултырыр ине. Ул һәр ваҡыт артына боролоп миңә ҡарар ине, һәр ваҡыт күҙҙәребеҙ осраша торғайны. Уның етди ҡараштарын мин һаман да тоям. Тоям, иҫләйем, һағынам. Һөйөүҙең нимә икәнен белмәһәм дә, күңел төбөмдә уның мине яратҡанын һиҙә торғайным. Тәнәфес ваҡытында инде ул минең ҡулымды ҡайырып шаярыр ине, нимә тиһең инде, малайҙар шулай ҡул шаҡарып, тупаҫыраҡ итеп тойғоларын белдерәлер инде ул...
Бер мәлде кис дәрес әҙерләү тамамланғайны, класташым дуҫы менән тағы минең янға килеп шаяртырға ла өлгөрмәнеләр, түгелеп иланым да ебәрҙем... Малайҙар ғәжәпкә ҡалды, ныҡ аптыранылар... Ә мин ул кисте әсәйемде иҫләп, етемһерәп кенә, бойоғоп, моңайып, һағышланып ултыра инем. Етем ҡыҙыҡайҙың хәлен әсәйле малайҙар ҡайҙан аңлаһын инде! (Әле лә күҙҙәремдән йәштәрем соборҙап ағып китте). Әсәйһеҙ үҫкән балаларҙы мин йәлләйем, хәлемдән килгәнсә уларға ярҙам итергә тырышам. Бик булмаһа, башынан һыйпайым, ул да ҙур сауапҡа инә. Ошо хәлдән һуң теге малай миңә башҡаса ҡағылманы.
Шулай X класҡа ла килеп еттек, уның күҙҙәре мине һәр ваҡыт эҙәрлекләне, бер ваҡытта ла иғтибарһыҙ ҡалдырманы.
Мәктәпте тамамланыҡ. Айырылышыу мәле етте. Ошо кистә беҙ икәү, әхирәтем Миңзәлә һәм уның дуҫы Вәғиз, дүртәүләшеп, аэродром яғына тиклем етеп, таңды бергә ҡаршыланыҡ. Йоҡо килмәне лә хатта! Бик ҡыҙыҡ ине ул таң ҡаршылау, беренсе тапҡыр егет менән таң ҡаршылау шулай була икән... Күңелдә бары тик яҡты хәтирәлар, изге тойғолар ғына тороп ҡалған. (Эй-й-й йәш саҡтар... Бына иҫемә төшөп китте...) Үҙе бер тарих.
Эйе, сығарылыш кисәһенән һуң класташтар кемеһе ҡайҙа йөрөгәндер, әйтә алмайым. Мине ул осрашырға саҡырҙы! Һуңғы осрашыу-хушлашыу кисәһе. Ҡайһы бер класташтарымды шул мәлдән алып күргәнем булманы.
Эйе, ул мине тәүге аулаҡҡа саҡырҙы. Мин, Миңзәлә менән Вәғиз, дүртәүләп ер сигенә киткәндәй, интернаттың ҡапҡаһынан сығып, аэродром яғына иркенлеккә сығып киттек. Хәҙер ул ер киңлектәрендә бытырҙап өйҙәр теҙмәһе, аэродром күптән юҡ. Иҫемдә, алдыбыҙҙа ҙур ай шары, беҙ тулған айға ҡарай атланыҡ та атланыҡ. Нимә һөйләшкәнбеҙҙер, иҫләмәйем, әммә бик ҡыҙыҡ һәм күңелле ине. Минең яҙмышымда тәүге тапҡыр мөхәббәт шулай ишек ҡаҡты. Арала етәкләшеп бергә атлауҙан башҡа бер нимә лә, хатта үбешеү ҙә булманы. Шул тиклем изге хыялдар, уйҙар, яҡты мөнәсәбәттәр генә ҡалды иҫтәлеккә!
Иртәнсәк һәр кем сумкаларын тотоп, Баймаҡ АТП-һына килдек. Бер-беребеҙҙе оҙатышып, автобус килгәнсе эй бейенек тә бейенек. Кем гармунда уйнаны икән, иҫләмәйем, әммә гармунсы булды бит!
Класташтар берәм-һәрәм автобустарға ултырып, АТП-нан китә торҙо. Минең автобус кискә ҡарай ғына килде, биштәр тирәһе булдымы икән. Автобусҡа инеп ултырғансы ул бер ҡайҙа ла китмәне, мине оҙатып, автобустың артынан йүгереп тороп ҡалды... Шулай хушлаштыҡ беҙ.
Йәйгеһен ул ауылыма бер-ике тапҡыр мотоцикл менән килде. Тиҙҙән Өфөгә уҡырға инергә тип юл тоттом... Ауылға ҡайтыуын-ҡайттым, әммә ирем менән, улымды күтәреп. Уның менән башҡаса күрешмәнек...
Интернатты тамамлағанға биш йыл үткәс, Сибайға класташтар осрашыуына мин Силәбе өлкәһенән (Варненский районында мәктәптә немец теленән уҡытып йөрөй инем) ирем менән килдем. Февраль айы ине. Сибайға килеп етеүен-еттек, тик Баймаҡҡа барып етеп булманы. Көслө буран сығып, Сибай – Баймаҡ юлы ябыҡ булды, автобустар йөрөмәне. Сибайҙа класташыбыҙ Рәмзиә Әминеваның өйөндә туҡталдык. Миңзәлә әхирәтем дә килгәйне. Дүрт-биш класташ ҡына булдыҡ, иҫләмәйем, нисек бәйләнеш тапҡанбыҙҙыр... Ул килмәне.
Киләһе класташтар осрашыуы интернатты тамамлағанға 20 йыл үткәс булды, быныһын класс етәксебеҙ Гөлсара Искәндәр ҡыҙы Йәнтүрина ойошторҙо. Мәктәп-интернаттың директоры ул саҡта Буранбай Рәфҡәт улы Күсәбаев ине. Минең ул ваҡытта Өфөлә йәшәп, телевидениела эшләп йөрөгән сағым. Бик ҙур һәм мәртәбәле осрашыу булды был, Х “а” һәм “б” кластары бергә йыйылды, беҙҙең осрашыу аҙаҡтан телевидениела күрһәтелде. Яҙманы мин интернатҡа бүләк иткәйнем, архивта һакланырға тейеш. Осрашыуға ул килмәне...
Һәр беребеҙҙен яҙмышы - үҙе бер тарих. Яҙһаң, бер китап булырлыҡ. Әлеге тарих битенә ингән егет - алтын сығарған Ғәҙелша ауылы егете (бөгөнгө көндә ул ауыл юҡ).
Йылдар үткән һайын һәр кем тау үренә менеп, аҫтағы ваҡиғаларҙы күҙәтә, байҡау яһай. Үткән тормошондағы хәтирәләрен яңырта, үҙе менән булып үткән ваҡиғаларҙы ҡабаттан күҙ алдынан үткәреп, һығымта яһай...
РS. Сәхифәмдә алдараҡ яҙылған бер яҙмамдағы һорауға яуапты ошонда табырға була. Яҙғайным бит, 1-се Этҡол мәктәбе уҡыусыһы осрашыу ваҡытында минән: "Мөхәббәт бармы ул?" – тип һорағайны. Уҡыусының был һорауына яуап табыр өсөн ошо уҡыусы баланың кимәленә төшөргә, ул уйлаған хистәрҙе кисерергә кәрәк, үҙемдең ошо мәлдәремде хәтерләп, мин уға: "Мөхәббәт бар!" – тип яуапланым.
Әле телгә алған класташым менән беҙҙең арала ысын саф, таҙа мөхәббәт булған. Йылдар аша үҙемдең йәшлегемде иҫкә төшөрөп, үткән ғүмеремә байҡау яһағанда, шундай һығымта яһаным: "Саф мөхәббәт бар!"
Автор: Тәнзилә Кейекбаева.
Дубай.
Фото: vk.com