+9 °С
Болотло
Халҡыбыҙҙа борон-борондан ғаилә иң төп ҡиммәттәрҙең береһе һаналған.
Тормоштоң ниндәй генә хәлдәрендә лә яҡындарыбыҙға һыйынабыҙ, уларҙан аңлау, аяу,
йылы һүҙ көтәбеҙ. Бер-беребеҙҙең ҡәҙерен белеп, ихлас, йылы мөнәсәбәттәрҙе һаҡларға яҙһын.
Тормош ҡото, йәшәү матурлығы – ғаиләлә. Именлек, татыулыҡ, иман һәм бәрәкәт юлдашығыҙ булһын, дуҫтар!
Ҡәҙерле төркөмдәштәр, комментарийҙарға ғаиләгеҙҙең фотоһын ҡуйып, йылы һүҙҙәрегеҙҙе яҙып ҡалдырығыҙ)) Милли байрам - Башҡорт ғаиләһе көнө менән!