Мөхәббәт баҡсаһы
12 Май 2023, 12:52

“Ғаиләмә ҡот ҡунды”

Фәһем алырлыҡ тарих.

Тормош мәғәнәһе үҙеңдән һуң нәҫел ҡалдырыуға ҡоролған. Ғаиләне балаларһыҙ күҙ алдына килтереүе лә ауыр. Уртаҡ балалары булмаған ғаиләләр йыш ҡына тарҡала. Шулай ҙа, статистика мәғлүмәттәренә күҙ һалғанда, уҙған йылда Рәсәйҙә айырылған парҙарҙың 92 проценты балалы. Ҡалған 8 процентының айырылыу сәбәбе, моғайын да, балаһыҙлыҡтыр, сөнки күпселек осраҡта ир менән ҡатын балаға уҙа алмауҙы бер-береһенә тап килмәү сәбәбе итеп ала. Был, бәлки, дөрөҫ тә түгелдер. Өйләнешкәндәренән һуң алты йыл үткәс кенә бала һөйөү бәхетенә өлгәшкән ҡатын-ҡыҙҙың тарихы шундай проблемаға юлыҡҡандар өсөн фәһем булыр.

“Мин – Өфө ҡыҙы, Айгизә.  Миңә 32 йәш. Үҙемде кү­ңелемдә һөйөү һаҡларға ты­рышҡан кеше тип һанайым.

Буласаҡ ирем менән дуҫ­тарҙың тыуған көн кисәһендә таныштыҡ. Элек киске уйын­дарҙа гармунсы егеттәргә ға­шиҡ булғандар бит әле, шу­ның һымаҡ мин дә гитарала уйнаған егетте оҡшаттым. Ошо көндәрҙә бергә йәшә­үебеҙгә һигеҙ йыл булды.

Беҙҙең алты йыл буйы ба­лабыҙ булманы. Ауыр ине, әлбиттә. Кис йоҡларға ята­һың, ә күҙ йәштәре үҙенән-үҙе тәгәрәй. Шуға өҫтәп, ҡай­һы берәүҙәр “Ниңә һаман бә­пес алып ҡайтмайһығыҙ?” тип теңкәгә тейә. Өмөтһөҙлөк мәл­дәрендә айырылышыу уйы ла булды миндә. Ирем ал­дын­да үҙемде ғәйепле той­ҙом. Һәр кеше бәхет өсөн ты­уа, шуға күрә уны янымдан ебәрергә лә әҙер инем. Кем белә, бөтөнләй бала таба алмауым да ихтимал. Ирем әрләп, тәҡдимемде ки­ре ҡаҡты. Әле артҡа әйләнеп ҡараһам, миңә ул йылдар заяға үткән һымаҡ тойолмай. Беҙ бәхетле инек барыбер. Юлыбыҙҙа осраған ҡыйын­лыҡтарҙы еңеп, рух күтәрен­келеге һаҡларға тырыштыҡ.

Дауахана юлын да аҙ тапаманыҡ. Табиптар аныҡ диагноз ҡуя алманы. Төрлө тикшеренеү үтеп, байтаҡ ваҡыт уҙҙы. Оҙайлы ваҡытҡа туҡланыуҙы үҙгәрттем: глютен һәм һөт ризыҡтарынан баш тарттым. Спорт та тормошомда урын алды. Күп дарыуҙар, витамин комплекстары эселде. Ниндәй сара ярҙам иткәндер, аныҡ ҡына әйтеп булмай. Бәлки, комплекслы дауаның файҙаһы тейгәндер. Шулай оҙаҡ көткәндән һуң, игеҙәктәребеҙ донъяға килде.

Халыҡ медицинаһына ла мөрәжәғәт иттем, эс һылат­тым. Шул апай психолог бу­лараҡ та минең менән эш­ләне, башымды кәрәкмәгән уйҙарҙан бушатырға, күңел­дәге төйөндәрҙе сисергә ярҙам итте. Тағы бер белгес үләндәр менән дауаланыу тәртибен өйрәтте.

Ҡарында бала йөрөтөү осоро – гәлсәр һауыт һымаҡ. Кәрәгенән артыҡ ҡыуанырға ла ҡурҡтым, төрлөсә тамам­ланырға мөмкин ине бит... Һәр саҡ көсөргәнештә булдым. Хатта кешенән дә эсемде оҙаҡ ваҡыт йәшереп йөрөргә тырыштым. Шулай итеп, беҙ атай-әсәй булыу бәхетенә өлгәштек.

Ә инде икенсегә ауырға ҡалғас, тыныс булдым. Ихлас шатландым. Иркен кейем дә кеймәнем. Үҙем ябыҡ булғас, ауырлы икәнем иртә беленде. Кешеләр беҙҙең өсөн шатланыуын күреп, үҙем дә ҡыуандым.

Өсөнсө бала беҙҙең өсөн көтөлмәгән бүләк булды. Ҡатын-ҡыҙ ҡайһы ваҡыт ар­тыҡ күп уйлана башлай, ә уның күңеле бик нескә. Мәҫә­лән, ул бер-ике йыл буйға уҙа алмай икән, бөтөрөнә башлай, юҡ урында проблема тыуыуы ихтимал. Игеҙәк­тәремде тапҡас, күңел торошом тынысланды. Кемгәлер диңгеҙҙә ял итеп ҡайтыу ярҙам итә бит, шуның һы­маҡ... Әсә булыу бәхетен кисереү һөҙөмтәһендә ғаи­ләмә ҡот ҡунды”, – тигән ул.

Рүзилә ИҪӘНБАЕВА 

 

Читайте нас