Мөхәббәт баҡсаһы
12 Май 2023, 12:53

Нисек ауырға ҡалырға?

Иң һөҙөмтәле ысулдар.

Беренсе бала табыу өсөн иң яҡшы мәл – 22–32 йәш. 33-тән һуң ҡатын-ҡыҙҙың бала табыу һәләте, йәғни ауырға ҡалыу һәм сәләмәт сабый табыу мөмкинлеге дүрт процентҡа кәмей. Ҡатын-ҡыҙ дөрөҫ йәшәү рәүеше алып барғанда һәм квалификациялы табип кәңәше ярҙамында ғына йөклөлөктө имен үткәрә һәм сабыйын тыуҙыра ала.

Ауырға ҡалыуға йоғонто яһаған шарттарҙы ентекләп өйрәнергә кәрәк.

Ҡатын-ҡыҙҙың йөклөлөк процесын тотҡар­лаған ғәмәлдәр:

* йыш стресс кисереү, ас йөрөү, диета ҡатын-ҡыҙҙарҙа циклдың боҙолоуына килтерә;

* гормональ дарыуҙар ҡабул итеү овуляцияны баҫа;

* алкоголь, тәмәке ҡулланыу, нур һәм химия терапияһы организмды ағыулай.

Был шарттарҙы бөтөрөү ҡатын-ҡыҙҙың организмын яйға һала, овуляцияны тергеҙеүгә ярҙам итә. Бынан тыш, организм тулыһынса витаминдар һәм микроэлементтар алырға тейеш.

Йөклөлөк процесын тиҙләтергә ярҙам иткән ысулдар.

Сәләмәт йәшәү рәүеше ҡатын-ҡыҙҙың көн буйы күнекмә залында спорт менән шөғөлләнергә тейешлеген аңлатмай. Был, киреһенсә, овуляцияның юғалыуына килтереүе ихтимал. Ике көнгә бер тапҡыр физик күнекмәләр менән шөғөлләнеү етә. Дөрөҫ туҡланыу, саф һауала йөрөү йәки ярты сәғәтлек аэробика балаға уҙыуға булышлыҡ итә. Шулай уҡ спиртлы эсемлектәрҙән һәм тәмәке тартыуҙан баш тартыу мөһим.

Он ризыҡтарында углеводтар һәм акриламид канцерогены күп. Улар нервы системаһына һәм гендарға кире йоғонто яһай. Акриламид ҡыҙҙырылған картуф, кекс, бәлеш, икмәк, “фри” картуфы составына инә.

Тәбиғи юл менән тиҙ ауырға ҡалыу өсөн ҡатын-ҡыҙҙарҙың һәм ир-егеттәрҙең организмына түбәндәге витаминдар инергә тейеш:

* А витамины биҙҙәрҙең эшмәкәрлегендә мөһим роль уйнай;

* E витамины етешмәгәндә күрем циклы боҙола, нервы ҡаҡшай, тире тиҙ ҡартая;

* В12₁₂ витамины май һәм углеводтарҙың алмашыныуы өсөн яуаплы, ҡандың форма элементтарын барлыҡҡа килтереүҙә ҡатнаша.

Мөһим микроэлементтарға түбәндәгеләр ҡарай:

* цинк – ферменттар етештереүҙә һәм аҡһым синтезында, тестостерон һәм сперма етештереүҙә ҡатнаша, репродуктив функцияны яҡшырта;

* калий аналыҡ муйынлығы эрозияһын иҫкәртеү өсөн һөҙөмтәле, яралғы төшөү хәүефен кәметә;

* алтын түлһеҙлекте иҫкәртә һәм импотенция ваҡытында файҙалы;

* баҡыр ҡатын-ҡыҙҙың полигормондарын синтезлауҙа ҡатнаша, тиҙ буйға уҙыуға булышлыҡ итә.

Бала табыу һәләтен юғалтыуҙы дауалау өсөн халыҡ сараларын ҡулланырға мөмкин. Әммә был осраҡта табип менән кәңәшләшеү һәм тикшерелеү мөһим.

Рүзилә ИҪӘНБАЕВА 

Читайте нас