Һәр районда бар ул оҙаҡ йылдар ҡулға-ҡул тотоноп татыу йәшәгән парҙар! Улар бар яҡлап та - ғаиләлә үҙ-ара мөнәсәбәте менән дә, эштәре менән дә йәш быуынға өлгө булып тора.
Ошо көндәрҙә Бөрйән районында 50 йыл бергә ғүмер кисергән дүрт ғаиләгә - Иҫке Собханғолдан Клара менән Сәлих Сафиндарға, Рәйсә менән Рафиҡ Хәкимовтарға, Флүрә менән Фитрат Рысбаевтарға, Тәнзилә менән Дамир Ҡәҙерғоловтарға, Байназарҙан Хәтирә менән Салауат Туҡтамышевтарға – ошо уңайҙан матур байрам ойоштороп ҡыуандырҙылар, улар тураһында йәштәргә һөйләнеләр.
Юбиляр ғаиләләр барыһы ла бер дәүерҙә ғаилә ҡорғандар, балалар үҫтергәндәр, төрлө тармаҡтарҙа намыҫлы хеҙмәт итеп, хаҡлы ялға сыҡҡандар. Мәҫәлән, Дамир Ҡәҙерғолов ғүмере буйы ағас эшкәртеү хужалығында эшләгән – ул 50 йыллыҡ хеҙмәт стажына эйә.
Тантаналы байрамға парҙарҙы ҡотларға район, ауыл етәкселәре, ЗАГС хеҙмәткәрҙәре, балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, күршеләре, дуҫтары килде. Һәр береһен элек эшләп киткән хеҙмәт урындарынан коллегалары тәбрикләне. Ағинәйҙәр, ҡатын-ҡыҙҙар советы ла юбилярҙарға иң изге теләктәрен, ихтирам һүҙҙәрен еткерҙе. Ейән-ейәнсәрҙәре ҡәҙерле кешеләренә арнап шиғыр һөйләне, йырланы-бейене. Һәр ҡотлау сығышы концерт номерҙары менән аралашып барҙы.
Был иҫтәлекле тантана тураһында район башлығы Ғәзиз Манапов сәхифәһендә яҙып сыҡты: “Яҡынлашып килгән матур байрам – Халыҡ-ара ғаилә көнө алдынан 50 йыл бергә ғүмер иткән парҙарҙы тәбрикләнек. Беҙгә, йәштәргә, татыу ғаилә үрнәге күрһәткән һоҡланырлыҡ парҙарҙың булыуы менән ысын күңелдән ҡыуанабыҙ һәм ғорурланабыҙ. Барлыҡ район халҡы исеменән оло байрамдары менән ҡотлайбыҙ! Иҫәнлек-һаулыҡ, тигеҙ ҡартлыҡ, бәхетле һәм оҙон ғүмер теләйбеҙ!”
Оҙон ғүмер юлын бергә үткән ғаилә парҙарын беҙ ҙә ҡотлайбыҙ, уларға иҫәнлек-һаулыҡ, бала-сағалары хәстәрлегендә бәхетле тормош теләйбеҙ!
Фотолар: Бөрйән районы хакимиәте сайтынан.