“Һеҙгә “Ир һәм әхирәт” темаһы буйынса мөрәжәғәт итәм. Һуңғы мәлдә тап ошо проблема миңә тыңғы бирмәй. Яҡындарыма һөйләй алмайым, бәлки, сит-ят кешеләр аҡыллы кәңәш бирер?
Иремә лә, миңә лә 31 йәш, студент йылдарында, бынан ун йыл элек өйләнештек. Уҡыныҡ, карьера эшләнек, балалар тураһында уйлап та бирмәнек. Ата-әсәләр ҙә аҙым һайын: “Йәшләй өйләнештегеҙ, үҙегеҙ өсөн йәшәп ҡалығыҙ”, – тип ҡабатлап торҙо.
Дуҫтарыбыҙ күп, күңелле компания менән походтарға йөрөнөк, сәйәхәт иттек, гитараларҙа уйнап, бик күп матур таңдар ҡаршыланыҡ. Эшләргә лә, күңел асырға ла өлгөрә инек.
Әлеге ваҡытта мин ауырлы, беренсе бәпесебеҙҙе көтәбеҙ. Ошо йылдар эсендә беҙҙең компанияға кемдер ҡушылды, кемдер, киреһенсә, төшөп ҡалды, әммә студент саҡтан нығынған бер төркөм үҙгәрешһеҙ: әле лә ял көндәрендә осрашырға, бергә матур итеп ваҡыт уҙғарырға тырышабыҙ.
Бынан бер нисә йыл элек дуҫтарға Дилә исемле ҡыҙ ҡушылды. Әлеге ваҡытта беҙҙең барыбыҙ ҙа өйләнеп, кейәүгә сығып бөткән, күбеһе балалар үҫтерә. Кемдер хатта айырылышырға өлгөрҙө, ә Дилә һаман яңғыҙ. Аңламаҫһың: ҡарап тороуға алсаҡ та, сибәр ҙә, әүҙем дә, әммә егеттәр менән борсағы бешмәй. Һирәк кенә булған романдары һөҙөмтәлә етди тамамланмай, ҡыуаныс килтермәй.
Оҙаҡ йылдар ул беҙҙең ғаилә менән дә дуҫ. Бер-беребеҙҙең фатирҙарына ҡунаҡҡа йөрөйбөҙ, походҡа барғанда бер палаткала йоҡлайбыҙ, ауылға ата-әсәйҙәр янына ҡайтҡанда ла ул беҙҙең менән ҡайтҡаны бар.
Тәүге ҡарамаҡҡа барыһы ла яҡшы һымаҡ, мәгәр, Диләнең ир-аттарға сәйер мөнәсәбәтен һиҙәм, бигерәк тә минең ирем менән нисек аралашҡанын күреп шаҡ ҡатам.
Ҡыҫҡаһы, Дилә өсөн “кеше ире” тигән төшөнсә юҡ. Уның өсөн ир-ат ҡына бар. Әгәр ҙә ул Диләгә оҡшай икән, уның ҡатыны бармы-юҡмы – әхирәтте борсомай. Унан һуң, Дилә бәлә һалырға ярата. Уны һәр саҡ ҡайҙалыр алып барырға, алып килергә, проблемаһын хәл итергә, сумкаһын күтәрешергә, кәңәш бирергә кәрәк. Үҙенең ире булмағас, ул ошо мәсьәләләрҙе башҡаларҙың ирҙәренең иңенә һала, атап әйткәндә, минең ирҙән эшләтә. Әхирәт бит, үпкәләп булмай...
Тағы бер сәйер күренеш. Мәҫәлән, ул беҙгә ҡунаҡҡа килде ти, ә мин ашарға әҙерләп йөрөйөм. Дилә ихлас ярҙамлаша башлай. Ул арала ирем сәскә тотоп ҡайтып инһә, Дилә шаяртыу ҡатыш былай ти:
– Ә миңә сәскәләр ҡайҙа? Мин дә һиңә ашарға әҙерләнем дә һуң?
Ә бер мәлде ҡунаҡта ошондай хәл булды. Бүлмәлә мин, уртаҡ дуҫ ҡыҙ, Дилә һәм тағы бер әхирәтебеҙҙең ире тороп ҡалды. Ир, әлбиттә, ҡыҙмаш, бер аҙ эсеп алған ине. Ҡатыны иһә бәләкәс бала менән күрше бүлмәлә йоҡлап китте. Бер мәл Диләнең ошо иргә һырыға башлағанын, бейергә саҡырып, ҡосаҡлашырға маташыуын күреп хайран ҡалдыҡ. Эскән иргә ни, бер ҙә ҡаршы түгел... Тиҙ арала араларына кереп, бөтәһен дә йоҡларға оҙаттыҡ.
Иртән Диләне ипләп кенә иҫкәртмәксе булдым: кеше ире менән улай ҡыланмаҫҡа ине; ҡатыны стена аша ғына йоҡланы, етмәһә беҙҙең уртаҡ әхирәт! Дилә үсекте, был темаға һөйләшергә теләмәйем тип, ҡырт киҫте.
Бына шулай, бер ҡараһаң, насар һымаҡ, икенсе яҡтан, әллә нәмә эшләмәй ҙә төҫлө, ваҡ-төйәк кенә. Шул уҡ ваҡытта беҙ ирем менән әрләшкән саҡта уның ҡаш аҫтынан ғына йылмайыуын күрәм. Унан төпсөнә башлай, төрттөрә, кәрәкмәгән аҡыл өйрәтә.
Әйткәндәй, проблемалары булһа миңә түгел, иремә шылтырата, һуңғы айҙарҙа иһә, машинам боҙолдо тип, уға ултырып эшкә йөрөй (күрше йорттарҙа йәшәйбеҙ).
Күптән түгел беҙҙә әсәйем ҡунаҡта булып китте. Кинәт ул ошо мәсьәләне күтәрҙе. Диләне ауылға алып ҡайтҡанда ла күҙәтеп йөрөгән икән.
– Иреңә битараф түгел бит был Дилә, ҡараштары, ана, нисек яна. Ә иргә икенсе йәш ҡатын иғтибар күрһәткәс, ни эшләп оҡшамаһын? Һаҡ бул! Ай-һай, уйындан уймаҡ сығарып ҡуймағыҙ, - тип шаҡ ҡатырҙы.
Әле аптырап ултырам. Дилә менән күптән әхирәтбеҙ, мин ауырға ҡалғас, ул ярҙам итә, хәстәр күрһәтә, ғөмүмән, уның менән аралашыу күңелле. Тик бына ир мәсьәләһен нисек хәл итергә? Уның менән асыҡтан-асыҡ ҡыҙыҡһынғанын тоям, әммә талаш-тартыш, бигерәк тә минең хәлдә, урынһыҙ кеүек... Икенсе яҡтан, шиктәрем ысынбарлыҡҡа әйләнгәнсе нимәлер эшләргә кәрәк бит инде. Кәңәш бирегеҙ, дуҫтар!”
(Миләүшә Т. исемле ҡатын һөйләгәндәрҙән)
Г. БАЛТАБАЕВА.
Фото: a.d-cd.net