Бөтә яңылыҡтар
Мөхәббәт баҡсаһы
30 Сентябрь 2023, 22:15

Бала һөйөүҙән мәхрүмбеҙ

Үҙем менән булған ҡурҡыныс хәл тураһында яҙып китәйем әле...

Бала һөйөүҙән мәхрүмбеҙ
Бала һөйөүҙән мәхрүмбеҙ

Үҙем менән булған ҡурҡыныс хәл тураһында яҙып китәйем әле... Кейәүгә сыҡҡас, ирем матур ғына алтын сылбыр бүләк итте. Әлбиттә, ҡыуанып ҡабул иттем hәм муйыныма тағып, йоҡлап киткәнмен... Төнөн ҡапыл муйынымды берәү hыҡҡанға уяндым. Күҙемде асhам, hылыу ғына, hары оҙон сәсле ҡыҙыҡай тора, ап-аҡ туй күлдәгендә. Һыға ла hыға муйынымды сылбыр менән, мин ҡурҡып ҡысҡырам, тауышым сыҡмай, иремде ҡарайым - юҡ. Шунан эстән белгән генә доғаларымды уҡый башланым, сөнки тауышым сыҡмай ҡысҡырырға. Доғанан уҡығандан hуң, мине ебәрҙе лә теге ҡыҙ юҡ булды, иртәнсәк торғас, сылбырымды сисеп hалдым hәм башҡаса таҡманым.

Тик төн еткәс, тағы ла шул хәл ҡабатланды, теге ҡыҙ сылбырҙы алып, мине тағы hыға башланы, шул мәлдә гел ирем тышҡа сыҡҡан була. Ҡурҡып, иремә hөйләп бирҙем, төнөн ҡурҡып йоҡламай башланым, тик ҡайҙа ғына сылбырҙы йәшерhәм дә, теге ҡыҙ уны табып ала ла мине hыға... Психиатрға ла барып ҡараным, йөрөмәгән мулла, күрәҙәсе ҡалманы! Сылбырҙы ҡәйнәмә алып барып, хәлде hөйләп бирҙем. Ул бер иремә, бер миңә ҡарап алғас, шуны һөйләне...

...Ирем ул сылбырҙы йөрөгән ҡыҙына бүләк иткән булған икән. Теге ҡыҙ ауырға ҡалған, ә ҡәйнәм уны алдырмаған, йәнәhе, hинең балаң түгел тип! Ҡыҙ ғәрлегенән аҫылынып үлгән. Уны ерләгәндән hуң, ҡыҙҙың сылбырын әсәһе кире килтереп биргән. Ирем миңә бер нәмә лә hөйләмәне, уны ташлап китер тип ҡурҡҡан инде... Сылбырҙы ҡәйнәмдә ҡалдырҙым, һәм ирем менән алыҫҡа күсеп киттек. Теге мәрхүм ҡыҙға исемләп аят уҡытып, ҡорбан салдырып, ҡәберенә барып, ирем ғәфү үтенеп... күсеп киттек! Шунан башҡа килмәне, ул миңә... 

P. S. Бала hөйөүҙән мәхрүмбеҙ әлегә. Ирем тыумаған бәләкәсен төшөндә күреп hаташып уяна...

Сәйер донъя төркөмөнән.

Автор:Рузилә Ҡолөмбәтова
Читайте нас: