

Сибай ҡалаһының ЗАГС бүлегендә быйылғы йылдың 500-сө сабыйы тыуыу тураһында акт теркәлде. Бәләкәскә Алина тип исем ҡушҡандар. Ҡыҙыҡай Олеся һәм Фаил Әхмәтшиндарҙың икенсе балалары. Өлкән ҡыҙҙары Эмилия 2021 йылдың 6 октябрендә донъяға килгән.
ЗАГС бүлеге хеҙмәткәрҙәре бәхетле ата-әсәне сабыйҙары тыуыу менән ҡотлап, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Денис Назаров исеменән фотоальбом һәм "Беҙҙең сабыйға" бүләк йыйылмаһы тапшырған.
Әхмәтшиндарҙы ҡыҙҙары тыуыуы менән ҡотлайбыҙ һәм сабыйҙың һау-сәләмәт үҫеүен теләйбеҙ!
Фото:" Сибай ЗАГСы" төркөмөнән