

Стәрлетамаҡ ҡалаһында ике меңенсе сабый донъяға килде, тип хәбәр итә Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты. Ошо көндәрҙә ҡаланың ЗАГС бүлегендә бәхетле ата-әсәгә тантаналы шарттарҙа тыуыу тураһында таныҡлыҡ тапшырылды.
Беренсе мөһим документты Ольга Борисовна һәм Руслан Валерьевич Федоровтарға Стәрлетамаҡ ҡала округы Советы депутаты Игорь Пылпев тапшырҙы. Ҡаланың яңы гражданына һәм уның ата-әсәһе адресына иң йылы теләктәр белдерелде: ”Ғаиләгеҙҙә һәр ваҡыт мөхәббәт, тыныслыҡ, именлек хөкөм итһен! Тап шул ҡиммәттәргә сабыйығыҙҙың киләсәге бәйләнгән”.
Йәш ғаиләне оло ваҡиға менән ҡотлап, именлек, татыулыҡ теләйбеҙ!
Фото:Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты.