Мөхәббәт баҡсаһы
30 Ноябрь 2023, 09:00

"Был һүҙҙәрҙе уҡығанһың икән, бел: мин һине яратам!”

Тик тормоштоң үҙ ҡанундары шул...

"Был һүҙҙәрҙе уҡығанһың икән, бел: мин һине яратам!”"Был һүҙҙәрҙе уҡығанһың икән, бел: мин һине яратам!”
"Был һүҙҙәрҙе уҡығанһың икән, бел: мин һине яратам!”

Зәйнәп менән Әмир бер-береһенә булған һөйөү хистәрен, өй йылыһын һаҡлап, һүҙгә килешмәй, татыу йәшәне. Матур ғаиләлә бер-бер артлы балалар тыуҙы. Хәҙер инде уларҙың үҙҙәренең ғаиләләре бар.
Тик тормоштоң үҙ ҡанундары: ғаилә башлығының ғүмере ҡаты сирҙән кинәт өҙөлдө... Бер нисә ай үткәс, улдары атаһының оҫтаханаһында эскәмйәне йүнәтергә була һәм уның күренмәгән бер өлөшөндәге яҙыуҙы күреп уйға ҡала. “Зәйнәп, мин һине яратам. Бөгөн ниндәй генә көн булмаһын, ул яҡшы үткәндер, тим. Бер көн Хоҙай миңә һине ебәргәйне: үҙең менән үткән һәр мәлем – тормошомдоң иң йәмле осоро. Әгәр был һүҙҙәрҙе уҡығанһың икән, бел: мин һине яратам!”
...Бер-береһен яратып, хөрмәт итеп йәшәгәндәр араһындағы йылы хистәр – иң юғары ҡиммәттәрҙең береһе. Улар кешелек өсөн мәңгелек өлгө булып ҡаласаҡ.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас