Мөхәббәт баҡсаһы
16 Ғинуар 2024, 02:00

Һигеҙ бала әсәһе тип уйламаҫһың да...

 Яңы йыл алдынан ғаиләkә тағы бер пар игеҙәк улдар донъяға килде.

Һигеҙ бала әсәһе тип уйламаҫһың да...Һигеҙ бала әсәһе тип уйламаҫһың да...
Һигеҙ бала әсәһе тип уйламаҫһың да...

Бишбүләк районының Йылбулаҡ-Матвеевка ауылында йәшәгән күп балалы Йосоповтар ғаиләһенә ҡарап һоҡланырға ғына була. Ете ул һәм бер ҡыҙҙы тәрбиәләгән, уларҙы хәстәрлек, һөйөү һәм наҙ менән сорнаған атай һәм әсәй күптәргә өлгө булырлыҡ, тип яҙа "Светлый путь" гәзите.

 2023 йылдың декабрендә Оксана һәм Марсель Йосоповтарҙың ғаиләһендә Захар һәм Марк исемле игеҙәк улдары донъяға килде. Малайҙар – ишле ғаиләлә етенсе һәм һигеҙенсе бала. Улар – икенсе игеҙәк пар. Балалар баҡсаһына йөрөгән игеҙәктәр Радик менән Владикка алты йәш инде.

Марсель менән Оксана Себерҙә таныша. Йәштәр Оксананың тыуған ауылында төпләнергә була. Ғаилә башлығы байтаҡ йылдар инде Бәләбәй ҡалаһында вахта ысулы менән водитель булып эшләй. Ә ҡатыны – йорт хужабикәһе, ғаиләләге бөтә мәшәҡәттәр, балалар тәрбиәләү уның иңендә.

Был һылыу, йөҙөнән йылмайыу китмәгән тыныс холоҡло ханымдың күп балалы әсә булыуын күҙ алдына килтереүе лә ауыр. Һигеҙ баланы тәрбиәләп үҫтереүҙе ул ҙур шатлыҡ тип иҫәпләй. Өлкән улдары Арсенийға 19 йәш, Бәләбәй электрификация һәм механизация колледжының һуңғы курсында уҡый. Икенсе улдары Савелий быйыл мәктәпте тамамлаясаҡ, спорт менән шөғөлләнә, көрәш ярыштарында ҡатнашып, призлы урындар яулай. Ҡыҙҙары Виолетта – 10-сы класс уҡыусыһы. Ул – Оксананың бер туған һеңлеһенең ҡыҙы. Ғаиләләге фажиғәнән һуң Йосоповтар уны тәрбиәгә ала. Улдары Давидҡа оҙаҡламай өс йәш тула.

Оксананың әйтеүенсә, ул үҙе лә күп балалы ғаиләлә тыуып үҫкән. “Беҙ дүрт ҡыҙ һәм бер малай бергә үҫтек. Ә беҙҙең өйҙә тотош футбол командаһы – ете малай! Иң мөһиме, барыһы ла иҫән-һау!” – ти әсә.

Ғаиләлә бер кем дә ул ҡаушырып ултырмай, һәр кемдең тәғәйен эше бар. Шәмбе етһә, күмәкләп билмән, манты эшләйҙәр, торт бешерәләр, тыуған көндәрен бергәләп үткәрәләр.

– Күп балалы ғаилә тәрбиәләү бәхете һәр кемгә лә эләкмәй. Мин әсәлек бурысыма ауыр, тынғыһыҙ эш тип ҡарамайым. Балалар – баһалап бөтмәҫлек байлығыбыҙ һәм таянысыбыҙ, – ти әсә.

Неля Сәбәхова.

 Бишбүләк районы.

Фото: ғаилә архивынан.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас