Бөтә яңылыҡтар
Мөхәббәт баҡсаһы
12 Февраль , 23:00

Мөхәббәткә йәш кәртә түгел

2023 йылда ҡарсыҡ йорт-ҡаралтыһынан яҙа. Ас һәм ҡурҡҡан өләсәйҙе урманда табып алалар...

Мөхәббәткә йәш кәртә түгел
Мөхәббәткә йәш кәртә түгел

Башҡортостанда 88 йәшлек әбей 83 йәшлек һөйгәненең кейәүгә сығыу тәҡдименә ыңғай яуап биргән. “Оло” йәштәр туйҙарын Иҫке Байыштағы ҡарттар йортонда уҡ үткәрергә ҡарар иткән.

Зөһрә Таһирова 90-сы йәше менән барғанда ысын ғаилә бәхетен татырмын тип һис тә уйламаған. Пенсионерҙың тормошо еңелдән булмаған: аслыҡ менән һуғарылған һуғыш йылдары, Украинаға күсеп китеү һәм тимер юлында ауыр эш, иренең фажиғәле һәләк булыуы һәм балаларының юғалыуы ҡатындың йөрәгендә уңалмаҫлыҡ яралар ҡалдырған.

2023 йылда ҡарсыҡтың йорто хәрби хәрәкәттәр үҙәгенә эләгеп, емерелеп төшә. Ике тәүлек буйында урманда йәшәгән ас һәм ҡурҡҡан өләсәйҙе беҙҙең яугирҙәр табып ала. Шул ваҡыт ул Башҡортостанда туғандарының йәшәүен иҫенә төшөрә һәм яугирҙәр уны республикабыҙға ебәрергә ҡарар итә. Ағаһында бер аҙ ҡунаҡта булғандан һуң, ул Иҫке Байыш йорт-интернатында урынлаша. Урында ҡарсыҡҡа 83 йәшлек Хәләф Хәбирәловтың “күҙе төшә”.

Йәштәр бер-береһенә эҫенешеп китә һәм күп тә үтмәй Хәләф Зөһрәгә кейәүгә сығырға тәҡдим яһай. Улар ЗАГС-ҡа ғариза биргәндәр ҙә инде. Никах теркәү тантанаһы март айына планлаштырылған. Интернат етәксеһе туйҙан һуң парға ғаилә ояһын ҡороу өсөн айырым бүлмә бүлергә вәғәҙә иткән.

 

Фото: ufa.kp.ru

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас: