Бөтә яңылыҡтар
Мөхәббәт баҡсаһы
19 Февраль , 22:00

"Балаларымдың барыһының теле атай тип асылды"

ти әсәй кеше. Таныш булығыҙ: Ишкилде Фәхрийәнов "Башҡортостан" гәзитенең "Бәйләнештә" төркөмөндә ойошторолған "Өлгөлө атай" конкурсында ҡатнаша.

"Балаларымдың барыһының теле атай тип асылды"
"Балаларымдың барыһының теле атай тип асылды"

Бөрйән районының Брәтәк ауылы күркәм тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан: тирә-яҡтан уны мөһабәт ҡарағайҙар үҫкән мәғрур тауҙар уратып алған, ауыл уртаһынан таҙа һыулы Нөгөш йылғаһы аға. Ә ауылдың үҙен ошо тәбиғәт кеүек матур, саф күңелле, уңған, йүнсел кешеләре йәмләгәне – күптән билдәле хәҡиҡәт, тип әйтергә була.

Шундайҙарҙың береһе – Эльвира менән Ишкилде Фәхрийәновтарҙың ишле ғаиләһе. Ғаилә башлығы “Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә” төркөмөндә ойошторолған “Өлгөлө атай” конкурсында ҡатнаша. Райондан кемде һайларға була, тигән һорауға бер тауыштан тигәндәй Ишкилде Фәхрийәновҡа тиккә генә күрһәтмәгән яҡташтары. Ауылдаштары араһында абруйлы, хөрмәтле ир-уҙаманы, бөтмөр, уңған, оҫта ҡуллы хужа, хәстәрлекле атай, ҡатыны Эльвираға һәр яҡлап терәк-таяныс булған тормош иптәше лә ул. Ишкилде йорттарында, мәктәп ҡаҙанлығында эшләүҙән тыш, ауылдың йәмәғәт тормошонда ла әүҙем ҡатнаша. Ирҙәр ҡорон етәкләгән ирҙең һүҙе һәр саҡ баһалы, үтемле. Уның янына иң ихлас, уңған ир-егеттәр тупланған, улар бәләкәй тыуған яғын нығытыу, матурлау, халыҡты туплау, уңайлыҡтар тыуҙырыу кеүек ғәмәлдәр башҡара. Күмәк көс менән төҙөлгән иман йорто ла тиҙҙән ишектәрен асыр тип өмөтләнә ауылдаштар.

Ишкилде лә, Эльвира ла яҡшы, эшсән ғаиләнән сығып, үҙ ояларын да күркәм, татыу итеп ҡороуға өлгәшкән. Ғаиләлә бер-бер артлы тыуған сабыйҙарын да үҙ өлгөһөндә, күңелдәренә намыҫ, туғанлыҡ төшөнсәләрен һеңдереп тәрбиәләүҙе өҫтөн күрә йәштәр. “Иң ҙур байлығыбыҙ – балаларыбыҙ”, – ти улар бер тауыштан. Ә был шатлыҡты уларға 11 тапҡыр кисерергә яҙған.

Сабыйҙың яҡты донъяға килеүе – һәр саҡ көтөп алынған һөйөнөслө ваҡиға, шуның менән бергә бәләкәс кенә йән эйәһенең мәшәҡәттәре лә етерлек, бигерәк тә ғаилә ишле булғанда. Фәхрийәновтар ғаиләһендә һәр йәһәттән ныҡлы тәртип булдырылған, ҡулдарынан эш килерҙәй балаларҙың һәр береһенә тә­ғәйен бурыс йөкмәтелгән. Ҙурыраҡтары ҡул араһына инеп, үҙҙәре ата-әсәһенә ярҙамлаша: бәләкәс туғандарын тәрбиә­ләшә, өй эштәрендә булыша, мал ҡараша.

Күмәк үҫкән ғаиләләрҙә күҙәтелгәнсә, балалар үҙ-ара дуҫ, татыу, ярҙамсыл, һәр эшкә яуаплы ҡарап өйрәнә. Ваҡ-төйәк өсөн тартҡылашып алыу ғына була инде, сөнки 11 баланың һәр береһенә лә кәрәкле әйберҙе алып еткереү мөмкин булмаған хәл.

Шулай ҙа юҡтан һалдырып зарланмайҙар бында. Ғаилә башлығы тырыш, эшлекле, ул яҡындары етеш йәшәһен, күңелдәре бөтөн булһын өсөн бар көсөн һала. Хужабикә лә бик бөтмөр, иренең бар эшендә терәк, өйҙә йәм булдырып, балаларына матур өлгө күрһәтеп йәшәй белә. Өйҙәренә төкәтмә төҙөп, торлаҡтарын ҙурайтҡандар, хәҙер һәр береһенең үҙ мөйөшө үк булмаһа ла, балаларға йүгереп йөрөргә урын иркенәйҙе, тип һөйөнә әсәй менән атай. Фәхрийәновтар күп итеп мал, ҡош-ҡорт аҫрай, бал ҡорто тота. Күп балалылар өсөн булдырылған льготалар ҙа ныҡ ярҙам итә ғаиләгә.

 – Өйләнешкәс, биш йыл ауырға ҡала алманым. Балабыҙ булмай ҡуйыу хәүефе шул тиклем хафаға һалғандыр инде, дауаханаларға йөрөүҙән тыш, таныш инәйҙән эсемде һылаттым, үткәрмәнән дә үттем. Ә үҙем: “Эх, бәпес таба алһам, һәр береһенә ғүмер бирәсәкмен”, – тип теләй торғайным. Фәрештәләрҙең амин тигән сағына тура килгәндер инде: хәҙер 11 балаға әсәймен. Һәр сабыйыбыҙҙы теләп, шатланып көтөп алдыҡ, – ти Эльвира. - Балаларымдың барыһының теле атай тип асылды, Аллаға шөкөр, арҡалары ныҡлы терәүҙә.

Бына шундай ҙур, татыу ғаилә йәшәй төпкөл Брәтәк ауылында. Балалы йорт – ҡотло, ырыҫлы йорт. Шул ҡотто һүндермәй, ырыҫтарын һаман арттырып, бәләкәстәрен иҫән-һау аяҡҡа баҫтырып, матур үҙаллы тормош юлына сығарһындар, һәр яҡтан өлгөлө, лайыҡлы кешеләр итеп үҫтерһендәр, тигән теләктә ҡалабыҙ.

Өлгөлө атай, ғөмүмән һәр яҡтан да булдыҡлы ир-уҙаманға - Ишкилде Фәхрийәновҡа тауыш бирәйек, дуҫтар! https://vk.com/app7198399_-104965500#poll65ca28bdc85f..

Фотолар: ғаилә альбомынан.

"Балаларымдың барыһының теле атай тип асылды"
"Балаларымдың барыһының теле атай тип асылды"
"Балаларымдың барыһының теле атай тип асылды"
"Балаларымдың барыһының теле атай тип асылды"
"Балаларымдың барыһының теле атай тип асылды"
"Балаларымдың барыһының теле атай тип асылды"
"Балаларымдың барыһының теле атай тип асылды"
Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: