Бөтә яңылыҡтар
Мөхәббәт баҡсаһы
22 Февраль , 22:10

Яй булһаң да, янымда бул...

"Эй бошмаҫ та инде, аяғын саҡ һөйрәп йөрөй, эшкинмәгән", - тип екһенеп уйланы Сәкинә, түрбаш тәҙрәһенән ишек алдында нимәлер эшләп маташҡан иренә ҡарап. Ҡасанға тиклем ошолай үҙен игәр, ни менән бөтөр ине икән был ғаиләнең яҙмышы? Әгәр ҙә бер көндө ирен уның күҙ алдында юғары күтәрерлек хәтәр ваҡиға булмаһа...

Яй булһаң да, янымда бул...
Яй булһаң да, янымда бул...

"Эй бошмаҫ та инде, аяғын саҡ һөйрәп йөрөй, эшкинмәгән", - тип екһенеп уйланы Сәкинә, түрбаш тәҙрәһенән ишек алдында нимәлер эшләп маташҡан иренә ҡарап.

- Минһеҙ нисек тормош көтөр ине икән? Үҙе һымаҡ берәй яй бисә осраһа, донъялары ҡыйрап ятыр ине быларҙың, ул да, ҡыҙ ҙа тыумаҫ ине. Йә шул әҙәмгә нимә тип кейәүгә сығып ултырам мин? Ҡарт ҡыҙ булып ҡалмайым, әсәйем менән атайымдың һүҙен йыҡмайым тигән булып инде. Ир булғас, умырып ашаһын да ул, эшен дә емертеп эшләһен. Юҡ, был минең ни әйткәнде көтә, шунан тотона алмай бер була, аҙаҡ, сантиметрлап үлсәйме ни шунда, бик оҙаҡ мыштырҙай. Түҙемлегең етһә, аҙаҡтан матур ғына килтереп сығара инде былай. Һүҙ һөйләгәндә лә бик оҙаҡ уйлап тора, шунан ипле генә йылмайған булып хәбәрен башлай. Уф, йыбытҡы. Ир булғас, баҫҡан ерендә ут сәсрәтһен ул, өҙә һуғып, аныҡ һөйләһен, ана, күрше Рәмил һымаҡ. Вәт, исмаһам, ир. Эшләгәнен күрмәй ҙә ҡалаһың. Утын һөйрәтеп килтереүҙәре булды икенсе көнөнә үк бер нисә кешене саҡырып, ярып, утынлыҡҡа өйөп тә ҡуйҙы. Ҡатыны эргәһенә бер сығып ураманы. Наҙланып өйҙә генә ултыра. Эй, Аллам, шуныҡы кеүек тә бәхетем юҡ бит...

Ирен шулай күршеһе менән сағыштыра ла, үҙен яҡлауһыҙ, һаҡлауһыҙ, ғөмүмән, бәхетһеҙ тойоп, эсе боша башлай Сәкинәнең. Иреңә арҡаңды ныҡлы терәп, бер ни өсөн баш ватмай ғына йәшәмәгәс ни, тип уйлай. Ҡасанға тиклем ошолай үҙен игәр, ни менән бөтөр ине икән был ғаиләнең яҙмышы? Әгәр ҙә бер көндө ирен уның күҙ алдында юғары күтәрерлек хәтәр ваҡиға булмаһа...

Ял көнө ине. Сәкинәнең, ғәҙәттәгесә, өй эштәре менән булғанда әленән-әле ирен тәҙрәнән ҡәнәғәтһеҙлек менән ҡарап-ҡарап йөрөгән мәле. Шул саҡ күршеләр яғынан Рәмилдең ҡатыны сәсе-башы туҙып йүгереп килеп сыҡты ла тура уларға йүнәлде. Ул йәһәт кенә өйгә инде лә, уй, күрше, йәшер тиҙерәк, тине, тыны быуылып. Ни ҙә булһа аңлап өлгөргәнсе, ярһыған күрше ирҙең дә уларға табан енләнеп, ҡыҙыу-ҡыҙыу баҫып килгәне күренде. Уны индермәҫкә тип Сәкинә соланға ҡаршы сыҡты һәм күҙҙәренә ҡан һауған, аларған, һаулыҡ та һорашмаҫтан, "ҡайҙа минең бисә?" тип ыҫылдаған Рәмилде күреп, теҙ быуындары ҡалтыранды, йөрәге сығырҙай булып ярһып типте. Абау, ҡайһылай йәмһеҙ, ҡурҡыныс икән бынау күрше тип уйлап, беҙҙә юҡ ул, тип көскә телен әйләндереп әйтә алды. Шул ваҡыт Рәмил уны этәрергәме, һуғырғамы уйлап ҡулын күтәргәйне генә, арттан кемдер шаҡарып тотоп алды ла еңел генә бороп ҡапҡа яғына этәрҙе. Үҙ күҙҙәренә үҙе ышанманы Сәкинә, был уның һәр саҡ йыуаш, мәмәй тип әрләгән ире ине...

Күршеһе ҡаршылашырға маташып ҡараһа ла, булдыра алманы, ҡыпһыуырҙай ҡулдар тегене ысҡындырмай арттан шаҡарған көйө ҡапҡанан сығарып уҡ ебәрҙе. Сәкинәнең күңеле ғорурлыҡ, рәхмәт тойғоһо менән тулышып, күҙҙәренә йәш булып атылып килеп сыҡты. Был ваҡытта ире уға әкиәттәге батыр кеүек күренде. Хәләленең бындай яғын беренсегә күреүе ине ҡатындың.

"Бәй, иренең яҡшы яҡтары ла күп бит, ниңә шуларҙы күрмәмешкә һалыша әле ул? Ошоға тиклем уға берәйҙе тауышын күтәреп тә өндәшкәне булманы бит. Яйлығы өсөн күберәк үҙенә эләгә әле ул, унда ла өндәшмәй йылмая ла ҡуя. Иртән торһа, уятмайым тип ипләп кенә баҫып йөрөүе һуң? Шуға ла йәне көйөп бер була бит әле ул иҫәр ҡатын. Ашағанда ла шундай ипле, тыйнаҡ. Ауыҙынан бер әҙәпһеҙ һүҙ сыҡҡаны юҡ. Уның шундай тыныс булыуы арҡаһында ла өйҙә һәр саҡ һиллек, бөхтәлек хөкөм һөрә түгелме ни? Яйлығы бар инде былай, тик был булдыҡһыҙлығынан түгел дә, уныһы ла эште еренә еткереп берәгәйле итеп башҡарып ҡуйырға теләүҙәндер, бәлки. Ут булмаһа ни, уның ҡарауы, тәртипле, тәрбиәле, юҡ миңә бүтән төрлөһө кәрәкмәй ҙә. Булһын әйҙә яй, мыштыр, тик һәр саҡ янымда булһын ғына".

Ошондай уйҙар үтте Сәкинәнең башынан күрше менән булған ваҡиғанан һуң һәм ул тәүге тапҡыр ысын күңелдән иренә яратып, хөрмәт менән йылмайып ҡараны...

Гөлгөнә Мозафарова фотоһы.

Автор: Әҡлимә Ғиззәтуллина.

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: