Бөтә яңылыҡтар

Иреңде үлгән тип күҙ алдына килтер...

Ире тураһында тәүгә һүҙ ҡуҙғатҡанда уҡ улар айырым йоҡлай ине. Береһе – бер бүлмәлә, икенсеһе – икенсе бүлмәлә...

Иреңде үлгән тип күҙ алдына килтер...
Иреңде үлгән тип күҙ алдына килтер...

Мин был ҡатынды хәҙер инде 10 йылдан артыҡ беләм. Беҙ уның менән туҡталышта танышҡан инек, икебеҙ ҙә бер яҡта эшләйбеҙ булып сыҡты, ойошмаларыбыҙ урам аша ғына. Шунан һуң гел автобуста осраша башланыҡ.

Юлда 40 минутлап бергә барабыҙ, ни хаҡында ғына һөйләшмәйбеҙ. Күптән инде ирҙәребеҙҙең дә, балаларыбыҙҙың да исемдәрен беләбеҙ. Осрашҡан һайын һуңғы яңылыҡтарыбыҙ менән уртаҡлашабыҙ.

Нисә күрешһәк тә, ул гел ире хаҡында һөйләй, гел зарлана. Бер йүнле һүҙ ишеткәнем юҡ унан, нимә эшләһәм дә, оҡшатмай, ти. Был ҡатынды белгәне бирле йәлләйем.
– Әллә айырылышаһыңмы? – тип әйткәнем дә булды.
– Тормошто өр-яңынан башларға хәҙер һуң инде, – тиер ине ул.

Ире тураһында тәүгә һүҙ ҡуҙғатҡанда уҡ улар айырым йоҡлай ине. Береһе – бер бүлмәлә, икенсеһе – икенсе бүлмәлә. Күршеләр кеүек.
– Беҙҙең бергә ултырып ашаған да юҡ. Мин бешергән ризыҡҡа ул ҡайһы ваҡыт аҙналар буйы ҡағылмай ҙа. Йә үҙе ниҙер бешерә, йә әҙерҙе алып ҡайтып ашай, – ти ине ул.

Күпмелер аралашҡас, әллә уның йөрөгән кешеһе бармы икән, тип һорағаным булды.
– Белмәйем... Бәлки, барҙыр, бәлки, юҡтыр, – тип бик сәйер генә яуап биргәйне ул.
– Нисек инде белмәйһең? Белергә лә теләмәйһеңме? – тинем аптырап.
– Юҡ. Нимәгә кәрәк уны белеү? – тине ул иҫе китмәйенсә.

Аҡсаны, билдәле, һәр ҡайһыһы айырым тота ине уларҙың. Әммә шул уҡ ваҡытта һәр кем эш хаҡын үҙенә генә лә тотонмай ине. Бер йылда ире фатирҙарына яҡшы ремонт яһатты. Ремонттан һуң иҫке һыуытҡыс йәмһеҙ күренә тип, ҡатыны яңы һыуытҡыс, унан һуң телевизор алып ҡайтып ҡуйҙы. Залда дивандарын да алмаштырҙылар. Уныһына кем түләгәндер, хәҙер инде хәтерләмәйем.

Бына шулай ситтән ҡарағанда татыу ғына йәшәп ятҡан ғаилә кеүек тә бит. Ҡыҫҡаһы, тыңлаған һайын шаҡ ҡата бара инем. Был донъяла ниндәй генә кеше юҡ, тип.

– Балаларығыҙ нимә ти һуң? Һеҙ дуҫ булмағас, уларға ҡыйындыр инде? – ти инем.
– Улар быға өйрәнгән инде, беҙ бит ғүмер буйы шулай йәшәйбеҙ, – тип яуап бирә ине ул.

Ярты йыл элек көтмәгәндә был ҡатындың ире үлеп китте. Кистән йоҡларға ятҡан, ә иртән уянмаған да ҡуйған. Бер ерем ауырта тип тә зарланмаған.

Мин хәҙер был ҡатын, ниһайәт, тыныс йәшәр башлар инде тип иркен һуланым. Ирем өйҙә булғанда ҡайтып та инәһе килмәй, ти ине бит. Ысынында... осрашҡан һайын күҙендә йәш бының. Телендә – һаман да гел ире. Һәм ул уның тураһында бер насар һүҙ әйтһәсе! Тыңлайым да шаҡ ҡатам: унан да яҡшы кеше булмаған икән!

Юҡ, мин ул ирҙе хурлау яғында түгел. Мәрхүмдәр хаҡында, ғөмүмән, насар һүҙ һөйләргә ярамай. Мине бары был ҡатындың иренә булған мөнәсәбәте ғәжәпләндерә. Ниңә иҫән сағында ҡәҙерен белмәне икән? Әллә юғалтҡас ҡына уның ниндәй кеше булғанын аңланымы?

Иренән ҡәнәғәт булмаусылар байтаҡ бит, уларға ла, моғайын, яҡынын был донъяла юҡ икән тип күҙ алдына килтереп ҡарарға кәрәктер, бәлки. Бик аҙға булһа ла. Бәлки, ирҙәренә бөтөнләй башҡаса ҡарай башларҙар?..

"Бәйләнештә" социаль селтәренән.                             

Нәсих Хәлисов фотоһы.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: