Бөтә яңылыҡтар

Яралы йөрәк...

“Иххх... Заяға үтеп бара бит ғүмерем... Бер ҡәҙер-хөрмәт юҡ... Ана, күрше ҡатындың ире үҙенә бер гөлләмә рауза ғына түгел, бүләген дә йәлләмәгән...”

Яралы йөрәк...
Яралы йөрәк...

Ҡатын-ҡыҙҙар, 8 Март байрамы,  үтте-үтеүен, тик бына Нурзиләнең генә күңеле әле һаман  болоҡһоу, кәйефе бөтөнләй  юҡ. Әле һаман ҡолағында бер үк һүҙҙәр яңғырай: “Бер нимәгә лә эшкинмәйһең! Хатта ашарға ла тәмле итеп бешермәйһең! Йүнһеҙ...”. Нурзиләнең ире был һүҙҙәрҙе йыш әйтә, тик бына байрам көнөндә шул уҡ һөйләмдәр яңғырағас, ҡатындың йөрәге бик ныҡ һыҙланы. “Иххх... Заяға үтеп бара бит ғүмерем... Бер ҡәҙер-хөрмәт юҡ. Ә мин бит тырышмай түгел, тырышам...Ана, күрше ҡатындың ире үҙенә бер гөлләмә рауза ғына түгел, бүләген дә йәлләмәгән...”

Нурзилә шулай тип уйлап алды ла, Яңы йыл башында уҡ бәйләй башлаған шәленә тағы тотондо. “Яҙмыш – һәр кемдең ҡулында, тиҙәр. Әллә мин дә тәүәккәлләп ҡарайыммы икән? Минең дә бәхетле йәшәүгә хаҡым бар бит...” – тип уйлап алды ла ҡатын, үткән йәй баҡсала осратҡан ирҙе күҙ алдына килтерҙе, уның йөҙөн тағы иҫенә төшөрөргә тырышты.

Иртәгә нимә булырын, ҡайҙа кемде осратырын, нимә юғалтырын йәки, киреһенсә, табырын бер кем дә алдан күҙаллай алмай. Бына ошо хаҡта уйланып, йәкшәмбе иртән тәгәрмәсле ҙур сумкаһын һөйрәп туҡталҡаға ҡарай йүнәлде Нурзилә. Яҙ ҙа етте, ҡыш буйы бармаған баҡсаһына юлланды ул.

 Тик бына ире Биктимер генә, һәр ваҡыттағыса, һөйләнә: “Кемгә кәрәк һинең сәскәләрең? Йәй буйы ыҙалап үҫтергән картуф менән помидорҙы ла күрше баҙарҙан да һатып алып була. Магазинда йәшелсә-емеш бөткәнме? Аҡса эшләйһең бит, һатыр ҙа алырһың...” Эйе, бер ҡасан да аңламаны Нурзиләне ире. Ғаиләләрендә бар ауырлыҡтар тиерлек - ҡатын иңендә. Шуға Нурзилә баҡсаға ла үҙе генә йөрөргә күнеккән. Бөгөн дә, ялда сағында, барып әйләнмәксе булды.

Яҙ һулышы бында, ҡалалағы шау-шыу ҙа юҡ... Эргә-тирәләге ағастар ҙа ҡояштың нурҙарын ирәйеп таратыуын көтөп кенә тора. “Бына бында, исмаһам, рәхәт! Бер кем дә көн дауамына мыжымай! Атай-әсәйемдән ҡалған ер! Анау баҡсалағы өйҙө лә атайым күтәргәйне бит! Шул саҡта ул: “Ҡыҙым, ошо йорт һәр ваҡыт мине хәтерләтеп торһон. Зинһар, бер үк ошо ерҙе һатып ҡуйма. Ерҙең һәр саҡ иң ҡәҙерле нимә икәнлеген хәтерҙән сығарма. Өҫтәүенә, ер кешене ашата, туйындыра”,  - тигәйне. Анау йәмле яҙ, йәй һәм көҙ көндәрендә тирә-яҡты йәмләп ултырған сәскәләрҙе әсәһе ултыртҡан ине. “Күп йыллыҡ сәскәләрҙе үҫтерергә яратам. Улар ғүмерҙең оҙон булыуын теләүгә ишара кеүек”,  – тип, әсәһенең әйткән һүҙҙәрен дә йыш хәтерләй Нурзилә.

Эйе, ҡатындың атаһы менән әсәһе бик татыу йәшәгәйне. Өс балаһын да һөйөү-хөрмәттә үҫтерҙеләр. “Ҡыҙым, ниндәй генә эште атҡарһаң да, намыҫ менән эшлә. Иң мөһиме: бар күңелеңде һалып башҡар. Ғөмүмән, ғүмер бер генә, шуға уның ҡәҙерен бел, бәхетле йәшә”,  – тип өйрәткән ине. “Тик бына ҡатын бәхетен генә ҡайҙан алырға? Балалар ни, үҫте лә, үҙ ояһын ҡорҙолар. Нисек тормоштан йәм табырға?”

Биктимеренә бер күреүҙән ғашиҡ булып, ҡыуанып кейәүгә сыҡҡан ине Нурзилә. Был хәлгә шаһиттар ике сибәр кеше бәхет өсөн генә яралған тип уйлаған ине. Тик бына иренең ҡырыҫлығы, тәккәбберлеге, үҙен ҡырыҫ тотоуы, һаранлығы һәм һалҡын күңеллелеге ҡатындың күңелен тамам ташҡа әйләндерҙе. “Бынау байрамда бер генә сәскә булһа ла бүләк итһә була бит. Тормош ошондай ваҡ ҡына әйберҙәрҙән әүәлә, ғүмер шулай үтә...”- тип уйлап алды ҡатын.   

Әле ул күршеһе Мораҙымды күреп ҡалды. Ул гел баҡсаһынан ҡайтышмай: ҡышын да, йәйен дә шунда. Яңғыҙ кешегә бында еңелерәктер: эш менән үтә ял көндәре. Ул арала: “Һаумы, Нурзилә! Был ваҡытта һин дә бынданмы ни?!” – тип ҡысҡырҙы әллә ҡайҙан Мораҙым. Ҡатын уға йылмайып, сәләмләп ҡул болғаны ла баҡсаларындағы йортҡа инеп китте. “Һуңғы ваҡытта ошо күршем хаҡында йыш уйланамсы” тигән уйынан һиҫкәнеп китте ул...

 Йыл һайын баҡса миҙгеле башланғас, бында һәр ялда килергә тырыша Нурзилә. Тик был юлы эш һәм уйҙары менән артыҡ мауығып киткән: тиҙ генә әйберҙәрен алып һуңғы автобусҡа йүгерҙе.

 Күп тә үтмәй, ҡар ныҡлап яуа башланы, көслө ел сыҡты. Тик автобустың күҙ алдынан юғалыуын алыҫтан ғына күреп ҡалды Нурсилә. Аптырағас, баҡсаға ҡарай кире барайым тип торғанда, күршеһенең шәп-шәп атлап килеүен күреп ҡалды. “Нурсилә, көн насарланды, көслө ел сыҡты, өшөп  бөтәһең бит. Бөгөн мин дә һуңлағанмын. Ғәҙәттә, иртәрәк ҡайта торғайным. Баҡсаға ҡарай кире китергә тура килә инде беҙгә. Шифалы бал, ҡарағат ҡайнатмаһы менән сәй эсербеҙ. Бынау һалҡын көндө сирләп ҡуйма инде”, – тип һөйләнде.

 ...Мораҙымдың хуш еҫле үләндәрҙән яһалған сәйен тәмләп эсте Нурзилә һәм һәр йотом һайын уның күңеле тынысланғандай кеүек булды. Ҡатын ирҙең ауыр яҙмышы хаҡында йотлоғоп тыңланы ла тыңланы. Беренсе тапҡыр ул үҙен яҡлаулы һәм  һаҡлаулы кеүек тойҙо. Өҫтәүенә, бер туҡтауһыҙ яуған ҡар менән көслө ел  ҡатындың шик-шөбһәләрен, ҡурҡыуын юҡ иткәндәй тойолдо. Ошо мәлдә ул хатта ҡалала ире Биктимерҙең көтөүе хаҡында ла онотҡайны, телефоны ла һүнгән ине...

Автор фотоһы.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: