Бөтә яңылыҡтар

95 йәшлек Йәүһәриә инәйҙе бер мәсьәлә генә борсой...

Оҙон ғүмерлелектең сере тураһында ла һөйләне ул.

95 йәшлек Йәүһәриә инәйҙе бер мәсьәлә генә борсой...
95 йәшлек Йәүһәриә инәйҙе бер мәсьәлә генә борсой...

Йәүһәриә Фәйзелкәбир ҡыҙы 95-се яҙын  ҡыуанып ҡаршы алды. Алсаҡ, аралашыусан, ҡыҙыҡһыныусан ветеран йәш быуын өсөн сағыу өлгө булып тора. Уның әйтеүенсә, оҙон ғүмерлелек сере  – даими хеҙмәттә, әүҙемлектә, тормошто яратыуҙа, тип яҙа “Янаульские зори”.

 Йәүһәриә Борай районында тыуып үҫкән. Белемгә юл ябай булмай. Мәктәпкә барып етеү өсөн бер нисә километрҙы атларға кәрәк була. Ветерандың әйтеүенсә, “бындай йәйәү йөрөүҙәр сәләмәтлекте нығытҡандыр, күрәһең”. Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда ул бишенсе класты тамамлаған ғына була. Атаһын хеҙмәт армияһына алалар. Уның ялға ҡайтҡылауы биш бала, ҡатыны һәм өләсәй йәшәгән ғаилә өсөн ҙур ярҙам була. Атаһы аҙыҡ-түлек алып ҡайта, хужалыҡта ярҙам итә. Йәүһәриә лә тик ятмай, почта тарата, йәйге каникулда бригадир ярҙамсыһы булып эшләй. Мәктәпте тамамлағас, балалар уҡыта.

1949 йылда ауылдашы Хәмит Ғәлимйәновҡа кейәүгә сыға. Дүрт йылдан һуң Яңауылға күсеп киләләр. Тик иренең фажиғәле үлеме бөтә пландарҙы юҡҡа сығара. Утыҙ йәшендә өс бала менән тороп ҡалған Йәүһәриә тәүҙә балалар баҡсаһында эшләй, аҙаҡ яңы ғына асылған интернат-мәктәпкә  эшкә күсә. Ғаиләне тәьмин итеү өсөн нефтселәрҙең эш кейемен йыуыу буйынса цехта эшләргә лә, баҙарҙа сауҙа итергә лә тура килә.  Икенсе тапҡырға яҙмышын һынап ҡарап, тол ҡалған ике балалы Фәрит Мөхәмәтшин тигән иргә тормошҡа сыға. Зөһрә менән Илһамды үҙ балалары итеп тәрбиәләп үҫтерә.

Оҙаҡ йылдар бер-береһенә таяныс булып, татыулыҡта йәшәй Мөхәмәтшиндар. Иренең вафатына 18 йыл инде хәҙер. Йәүһәриә инәй  бөгөн ейәнсәре Юлиә янында йәшәй. Уның һигеҙ ейәне, дүрт бүләһе бар. Төрлө ауыр һынауҙарҙы үтеүенә ҡарамаҫтан, ул үҙен бәхетле һанай, оло ғаиләһе өсөн шатланып йәшәй. Бары бер мәсьәлә генә ветеранды борсой: махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ике ейәненең иҫәнлеге һәм именлеге.  95 йәшлек Йәүһәриә Мөхәмәтшина уландарының еңеү менән тиҙерәк тыуған йорттарына әйләнеп ҡайтыуын көтә.

Рөстәм Сангов фотолары. https://yanzori.com/articles/society/2024-03-17/95-let-proleteli-bystro-3688540

 

 

 

95 йәшлек Йәүһәриә инәйҙе бер мәсьәлә генә борсой...
95 йәшлек Йәүһәриә инәйҙе бер мәсьәлә генә борсой...
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: