Бөтә яңылыҡтар
Мөхәббәт баҡсаһы
18 Апрель , 13:30

Икеһе лә шәп балыҡсы!

Өлкән улдары махсус хәрби операция зонаһында хеҙмәт итә.

Икеһе лә шәп балыҡсы!
Икеһе лә шәп балыҡсы!

Яңы Балаҡатайҙа йәшәгән Аллабирҙиндар ғаиләһен яҡташтары яҡшы белә. Айҙар Рафаил улы күп йылдар Эске эштәр органдарында хеҙмәт итә, хаҡлы ялға сығыуына ҡарамаҫтан, әле Екатеринбург ҡалаһында һаҡсы булып эшләй. Ҡатыны Регина Хажиәхмәт ҡыҙы район дауаханаһында секретарь вазифаһын башҡара.

Улар 30 йыл буйы татыулыҡта йәшәй, өс ул һәм бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр, тип яҙа “Новый Белокатай”.

Өлкән улдары бөгөн контракт төҙөп, махсус хәрби операция зонаһында хеҙмәт итә, икенсе улдары – Өфө фән һәм технологиялар университеты студенты, өсөнсө улдары 10-сы, ә ҡыҙҙары 9-сы класта уҡый. Аллабирҙиндарҙың биш йәшлек ейәнсәрҙәре үҫеп килә.

Айҙар Рафаил улы махсус хәрби операция зонаһына гумантар ылау оҙатыуҙа әүҙем ҡатнашты. Ул – Чечнялағы хәрби хәрәкәттәр ветераны. Һөнәрҙәре төрлө булһа ла, олатай менән өләсәйҙең уртаҡ шөғөлдәре лә бар. Икеһе лә әүҙем балыҡсы улар. Йыл һайын районда ҡышҡы балыҡ ҡармаҡлау фестивалендә ҡатнашып, еңеү яулайҙар. Быйыл Регина Аллабирҙина “Иң яҡшы балыҡсы” номинацияһында алдынғы булды.

Икеһенә лә бер үк мауығыуҙар, бер үк шөғөлдәр, бер үк ауырлыҡтар. Һәр татыу, берҙәм ғаиләлә шулай була торғандыр.

– Ғаиләлә бер-береңә йылы, хөрмәт тойғоларынан тыш, уртаҡ тел табыу оҫталығы, бер-береңә юл биреү, тыңлай белеү ҙә кәрәк. Никахлашыу – ул бит бөтә ғүмергә тигән һүҙ, - ти Регина Хажиәхмәт ҡыҙы. – Оҙаҡ йәшәгән һайын тормош ҡәҙерен, бер-береңдең баһаһын яҡшыраҡ аңлайһың кеүек.

 Фото: "Новый Белокатай".

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: