Алыҫтағы ҡояш йылыһына ышанып...

Ә теге социаль селтәрҙәге сәхифәлә ихлас йылмайған ҡатын – Илһамдың беренсе мөхәббәте Мәрйәм. Уның йөҙөнә күҙ һалғанда ирҙең бар донъяһы онотола: ҡатыны, балалары ҡайҙалыр упҡынға осоп юҡҡа сыҡҡандай тойола, хатта ваҡыт ағымы ла туҡтағандай була. Бөгөн кис тә...

Алыҫтағы ҡояш йылыһына ышанып...Алыҫтағы ҡояш йылыһына ышанып...
Алыҫтағы ҡояш йылыһына ышанып...

Яҙмыш бер тапҡыр икәүҙе ике яҡҡа айырған икән, ҡайтанан осрашыу кәрәкме? Әллә барыһы ла элеккесә ҡалһынмы? Һуңғы көндәрҙә бына ошондай уйҙарға йыш бирелә Илһам. Ҡайһы саҡ тормошон йәнә ялғап, үҙгәртеп ҡарарғамы әллә тип тә уйлап ала ир.

Был юлы ноутбук экранына оҙаҡ текәлеп ултырғанда ҡулындағы кеҫә телефоны ҡапыл төшөп китте. “Бына, йүләр, ниңә тағы шуның сәхифәһендәге фотоһынан күҙемде алмайым? Үткән, бөткән бит инде...” – тип һөйләнде лә ул йәнә экрандан йылмайып торған фотоға күҙ ташланы. “Һин бәхетле, күрәһең. Хәҙер тотам да шылтыратам бына! Ысынлап шулаймы икән? Тауышыңды ишетермен, исмаһам", – тип үҙ алдына һөйләнде лә һөйләнде Илһам...

Ә теге социаль селтәрҙәге сәхифәлә ихлас йылмайған ҡатын – Илһамдың беренсе мөхәббәте Мәрйәм. Уның йөҙөнә күҙ һалғанда ирҙең бар донъяһы онотола: ҡатыны, балалары ҡайҙалыр упҡынға осоп юҡҡа сыҡҡандай тойола, хатта ваҡыт ағымы ла туҡтағандай була. Бөгөн кис тә ирҙең күңелендәге Мәрйәм менән икәүһе – йәп-йәштәр. Ә артабан ул хатта хыялланырға ҡурҡа, тик бына ошо ара-тирә тәүге мөхәббәтенең социаль селтәрҙәге фотоһына күҙ һала ла уның яҙмышын белгеһе килә. Теге йәш, студент саҡта һүҙгә килешкәндән һуң бер ҡасан да күрешкәне юҡ уларҙың.

Ошо ваҡиғанан һуң ярты йыл яңғыҙлыҡтан яфаланды Илһам, әммә Зәйнәпте осратҡас, тормошо йәнләнеп, йәмләнеп, бәхет нурҙарына мансылып киткәндәй тойолдо. Тик ошо матур хистәр Мәрйәмдең фотоһүрәтен күргәс, селпәрәмә килеп юҡҡа сығыр булды.

Ә бөгөн Илһам, барлыҡ ҡыйыулығын туплап: “Ир әйтте – ир эшләне”, - тине лә Мәрйәмгә шылтыратырға йөрьәт итте. Тиҙҙән уға студент саҡтан таныш, һис онотолмаған тауыш: “Алло, тыңлайым”, - тип яуапланы. “Сәләм, Мәрйәм!” – тине Илһам. “Кем ул?” – тип һораны ҡатын. “Был мин, Илһам”, - тине тауышы бер аҙ ҡаушабыраҡ сыҡҡан ир.

Теге яҡ бер аҙға тын ҡалды. “Илһам? Һин мине нисек таптың?” – тип аптырап һораны Мәрйәм. “Зәлиәнең социаль селтәрҙәге дуҫтары араһында күреп ҡалдым да бына шылтыратырға булдым, - тине ир. – Мәрйәм, һин минең менән әле һөйләшә алаһыңмы, ҡамасауламайыммы?” “Юҡ, ирем - командировкала, улдарым – өләсәйҙәрендә. Ә һиңә берәү ҙә ҡамасауламаймы?” – тип һораны ҡатын. “Юҡ. Ҡатыным ҡыҙыбыҙға киткәйне. Улыбыҙ күптән башлы-күҙле булып, айырым донъя көтә”, - тип яуап бирҙе Илһам.

Бына шулай әллә ҡасанғы уй-хыялы тормошҡа ашты Илһамдың. Шылтыратты-шылтыратыуын, әммә Мәрйәмдең бәхетле, иренең хәстәрлекле, балаларының итәғәтле, эшенең килемле икәнен белгәс, балтаһы һыуға төшкәндәй тойолдо.

“Ә һин, Илһам, нисек йәшәйһең? Үпкәләшеп ташлашҡайныҡ бит әле. Хәҙер уйлайым да һис үкенмәйем. Бер нәмә лә тиккә булмай икән, барыһы ла яҡшыға”, - тигәс, уй-хыялдары тамам юҡҡа сыҡты Илһамдың. Шул саҡта ир үҙенең дә бына тигән ғаиләһе барлығын, барҙың ҡәҙерен белеп еткермәүе, ошо үҙенең тулы бәхетен саҡ юҡҡа сығара яҙыуына һиҫкәнеп китте...

Эйе, бәхет, ғәҙәттә, эргәлә генә була шул. Алыҫтағы ҡояш нығыраҡ йылытҡан кеүек кенә...

Нәсих Хәлисов фотоһы.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас