– Өләсәй, һалдат ағайыма хатымды яҙып бөттөм, күңелдән сыҡҡан бөтә ихлас теләктәремде еткерһәм дә, барыбер нимәлер етмәгән кеүек. Әйҙә, һиңә уҡып күрһәтәм! – тип Айгөл өләсәһе янына һыйынды. “Ҡыҙым, ҙур үҫкәнһең инде, барыһын да яҡшы аңлайһың, тейешле ерҙә урынлы һүҙҙәр табыу ҙа һәр кемдең ҡулынан килмәй. Йөрәктән сыҡҡан ғына йөрәккә барып етә. Шуны аңла, һөйөү тойғоһонан да көслө нимә юҡ был донъяла”, – тине өләсәһе һәм шуға бәйле бер хикмәтле хикәйәне һөйләмәксе булды.
Айгөл өләсәһенең халыҡ аҡылын, ауыҙ-тел хазинаһын сағылдырған әллә күпме хикәйәттәр, риүәйәттәр белеүенә күптән иҫе китә, был юлы ла шундай форсат сығыуына шатланды ғына.
– Хикмәтле хикәйәт ул аңлаған кешегә,– тип Хәлимә инәй аҡрын ғына һүҙ башланы. – Тыңла, ҡыҙым, һығымтаһын үҙең яһарһың. Быны миңә үҫмер сағымда әсәйем һөйләгәйне.
“Бер ҡатын ихата ҡапҡаһы эргәһендәге эскәмйәлә ултырған аҡ һаҡаллы өс ҡартты күреп, улар менән танышып, хөрмәт күрһәтмәксе итә. “Мин һеҙҙе белмәйем, оҙайлы сәфәрҙән киләһегеҙ ахыры, аҡһаҡалдар. Рәхим итегеҙ өйгә, ял итеп китерһегеҙ”, – ти.
– Ә ирегеҙ өйҙәме һуң? – тип һорай аҡһаҡалдар.
– Юҡ шул, бесәндән ҡайтып етмәгән, – тип яуаплай ҡатын.
– Улай булғас, өйөгөҙгә инә алмайбыҙ, – тип ҡырт киҫкәстәре, ҡатын аптырашта ҡала. Ире эштән ҡайтҡас, был сәйер сәфәрселәрҙең һаман да эскәмйәлә ултырыуҙары хаҡында һөйләй.
– Бәй, улай булғас, ниңә саҡырмайһың? Ирем өйҙә, һеҙҙе көтә, тип әйт. Йәһәт кенә табын әҙерләйек! – ти йорт хужаһы.
Ҡатын ире әйткәнсә эшләй, аҡһаҡалдарҙы табынға саҡыра.
– Рәхмәт саҡырыуығыҙға, тик беҙ өсөбөҙ ҙә бергә өйөгөҙгә инә алмайбыҙ, – тип яуаплай сәфәрселәр.
– Ни өсөн? – ти аптырашта ҡалған ҡатын.
Ҡарттарҙың береһе уны юлсылар менән таныштыра. “Бынау аҡ күлдәклеһен Байлыҡ тип атайҙар. Йәшел түбәтәйлеһенең исеме –Уңыш, ә мин Мөхәббәт булам, – ти йылмайып аҡһаҡал. – Өйөңә ҡайтып, ирең менән кәңәшләш, табын артында беҙҙең кемебеҙҙе күргегеҙ килә, шул инер”.
Йорт хужаһы ҡатындың һүҙҙәренән һөйөнөп, дәртләнеп китә. “Ҡайһылай яҡшы, әйҙә, Байлыҡты саҡырайыҡ! Исмаһам, көн дә тир түгеп эшләүҙән ҡотолормон, өйөбөҙ муллыҡҡа, байлыҡҡа тулыр”, – ти.
Тик ҡатынға иренең тәҡдиме оҡшап етмәй. ”Ҡәҙерлем, Уңышты саҡырһаҡ, яҡшыраҡ булмаҫмы? Уйлап ҡара, Уңыш булған ерҙә байлыҡ-муллыҡҡа ла урын бар ҙа баһа”. Ата-әсәһенең кәңәшләшкәнен шым ғына тыңлап ултырған ҡыҙҙары ла әңгәмәгә ҡушыла: ”Ә ниңә Мөхәббәте саҡырмайбыҙ ул? Ғаиләбеҙҙә Мөхәббәт хакимлыҡ итһә, ҡайһылай шәп булыр ине!” – ти.
Ата-әсә берҙән-бер ҡыҙҙарының теләгенә ҡаршы төшә алмай, әлбиттә. Мөхәббәтте өй түренә саҡыралар. Тик теге ҡарттар ҙа уның артынан юлланғас, ғәжәпкә ҡалған ҡатын ни өсөн уларҙың Мөхәббәт артынан бер тотам ҡалмай эйәреп барыуын белешмәксе итә.
– Әгәр һеҙ Байлыҡты йәки Уңышты ғына ҡунаҡҡа саҡырған булһағыҙ, ҡалған икәү урамда ҡалыр ине. Тик һеҙ Мөхәббәткә хөрмәт күрһәтмәксе булдығыҙ, ул ҡайҙа бара – беҙ ҙә шунда. Мөхәббәтле ерҙә һәр саҡ уңыш та, байлыҡ та бар! – тине аҡһаҡалдар”.
Өләсәһенең һүҙе тамамланыуы менән Айгөл телгә килде:
– Ағайыма бөтә ауыл яңылыҡтарын түкмәй-сәсмәй яҙып бөттөм: кем кейәүгә сыҡҡан, кемдең бәпесе тыуған, ауылға һылыу фельдшер эшкә килгән һ. б. Хеҙмәтендә уңыштар теләнем, тик уны нисек һағыныуым, нисек яратыуым, уның тиҙерәк әйләнеп ҡайтыуын көтөүем тураһында ғына яҙырға тартындым. Шуға күрә хатым да ҡоро, йәнһеҙ килеп сыҡты. Өләсәй, мин хатамды аңланым шикелле...
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.