Мөхәббәт баҡсаһы
16 Май 2024, 15:30

Йәштәргә аҡ юл!

Был аҙнала республикала 254 бәхетле пар никахтарын теркәйәсәк.

Йәштәргә аҡ юл!Йәштәргә аҡ юл!
Йәштәргә аҡ юл!

Республикала Ғаилә аҙнаһы дауам итә. Никахҡа инеүсе йәштәрҙе ҡотлау уның сағыу бер биҙәге булды. Халыҡ-ара ғаилә көнөндә республикала 62 ғаилә никахтарын теркәне. ЗАГС-тың Киров районы бүлексәһендә тормош ҡорорға йыйынған Аделя Хайретдинова һәм Лут Нуриев, Эмма Ғәләүева һәм Аяз Ғәниевтәрҙе ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова ҡотлап, йәштәргә иң матур теләктәрен еткерҙе.

– Һеҙҙе ғүмер буйы бәхетле, ҡыҙыҡлы тормош оҙатып йөрөһөн! Ҡәҙерле йәштәр, тормошоғоҙҙа мөхәббәт һәм гармония юлдаш булһын! Тормош байрам ғына түгел. Ауырлыҡтарҙы бергәләп еңергә өйрәнегеҙ, аңлашып, ярҙамлашып йәшәгеҙ! Изге юл теләйем, ҡәҙерле йәштәр! – тине Ленара Иванова.

 “Беҙ Ғаилә йылында өйләндек” акцияһы аҙна буйы дауам итәсәк, ҡала һәм райондарҙың ЗАГС бүлексәләрендә йәштәргә иҫтәлекле открыткалар тапшырыласаҡ. Был аҙнала республикала 254 бәхетле пар никахтарын теркәйәсәк.

 Фото: Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.

 

Йәштәргә аҡ юл!
Йәштәргә аҡ юл!
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас