Тормошта ниндәй генә хәлдәр булмай! Улдарын яратып, ел-ямғыр тейҙермәй үҫтергән хөрмәтле әсәләр йыш ҡына иң уҫал, иң яуыз ҡәйнәләр исемлегенә инә. Әсәһенең һөйөп, тәрбиәләп үҫтергән ҡыҙ ғынаһы килен булып төшкән ғаиләлә ниңәлер үҙ кеше булып китә алмай, улын яратып кейәүгә сыҡһа ла, әсәһен хөрмәтләмәй, ҡабул итергә лә ашыҡмай. Бындай күңелһеҙ ваҡиғалар йәмғиәттә аҙ осрамай, хатта ғәҙәти хәлгә әүерелә бара.
Нәғимә апай үҙ ғүмерендә күпте күргән, күпте кисергән “күн ҡаталай” инде, йәштәргә генә түгел, олораҡтарға ла һабаҡ бирерҙәй ҡатын, өләсәй, биш киленгә ҡәйнә булған кеше. Ни өсөн улдары, ейәндәре өсөн генә түгел, килендәре, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙары өсөн дә ул көтөп алынған ҡунаҡ? Уның фәһемле тормош ҡағиҙәләре менән танышайыҡ.
“Беләһегеҙме, хәҙерге заманда күп нимәләр менән, теләйһегеҙме, юҡмы, килешергә тура килә. Үҙеңә килешкән “закондар” менән генә йәшәп булмай, – тип һүҙен башланы ҡәйнә. – Шуныһы мөһим, улығыҙҙың кәләшен һеҙгә ҡарағанда ла нығыраҡ, көслөрәк яратыу уйы менән килешергә кәрәк. Уның бәхетле булыуы һеҙҙең өсөн дә ҙур бәхет тә баһа. Улығыҙҙы биләүҙән алып, аяҡҡа баҫтырғанға ҡәҙәр күпме бәхет, һаулыҡ теләп үҫтерҙегеҙ– иҫегеҙгә төшөрөгөҙ әле. Хыялығыҙҙың тормошҡа ашҡанына ҡыуанып йәшәгеҙ!
Улығыҙ донъя ҡорғас, уның әйләнгән һайын тыуған йортона ҡайта алмауына күнегегеҙ. Таныштарым араһында улдарының “ваҡыт булманы, шуға килә алманым” тигән һүҙҙәренә асыуланып, ҡауға күтәргән ата-әсәне лә аңламайым. Йәш ғаиләнең дә мәшәҡәттәре етерлек, уй-пландары булыуын хөрмәт итегеҙ. Әгәр уның ысынлап та эше күп, ваҡыты тар булған икән, улығыҙҙың һүҙҙәренә ышанығыҙ, йәненә теймәгеҙ. Йәштәрҙең күп көстө һәм ваҡытты алған эшенән башҡа аралашыр, ялдарҙы үткәрерлек дуҫтары булырға тейешлеген дә онотмағыҙ. Түҙемле булһағыҙ, һеҙгә лә сират етер.
Мин үҙем дә балаларға ҡунаҡҡа йөрөргә яратам, тик бер саҡта ла табын тулы һый менән ҡаршы алырҙарына өмөт итмәйем һәм бындай “банкет” миңә кәрәк тә түгел. Барыр алдынан “бәлки,аш-һыу әҙерләп өлгөрә алмаҫтар йәки берәй мәшәҡәт килеп сығыуы ихтимал”, тип үҙем менән мул ғына күстәнәс алып барыу ғәҙәте аңыма һеңгән. Өләсәй кешегә ялҡауланыу килешмәй ул.
Ҡайһы берәүҙәр йыш ҡына балаларының ниндәй шәп булыуы, ата-әсәләре тураһында хәстәрлек күреүе, мәҫәлән, шифаханаға путевка, өйҙәренә яңы һыуытҡыс, телевизор, ҡиммәтле бүләк һатып алып биреүе тураһында һөйләргә ярата. Ололарҙың шатлығын мин дә уртаҡлашам, улар өсөн ҡыуанам, тик сит ғаиләләрҙе үҙеңдеке менән сағыштырырға, был миҫалды өлгө итеп алырға ярамай. Балаларыңды уңайһыҙ хәлдә ҡалдырыуың, кәмһетеүең мөмкин.
Үҙ аллы донъя ҡорған, балалар үҫтергән йәш ғаиләләр ҙә йыш ҡына тормошта хаталы аҙымдар яһай, мул тәжрибә туплай, ғүмергә етерлек һабаҡ ала. Ҡыҫылырғамы уларҙың тормошона, юҡмы? Ҡаш төҙәтәм тип, күҙ сығарыуың да ихтимал бит. Бындай саҡтарҙа сабырлыҡ, һалҡын ҡанлылыҡ, “ете ҡат үлсәп, бер ҡат киҫеү” аҡылы ярҙамға килә.
Бала-саға үҫтергән һәр ғаиләлә өләсәйҙең ярҙамына шат буласаҡтар. Ейәндәр менән ваҡыт уҙғарыу, шөғөлләнеү мөнәсәбәттәрҙе нығытыу өсөн ҙур мөмкинлек.
Тағы ла бер нимәгә күнегергә тура киләсәк. Килендәрегеҙҙең ябай ғаиләнән, йөҙ-ҡиәфәте ғәҙәти, моделдәрҙән ҡайтыш булыуы башҡалар алдында маҡтанырға форсат бирмәүе бар. Һеҙҙең улығыҙ ҙа Ален Делон йә булмаһа, Илон Маск түгел бит. Улығыҙ тап ошо ҡыҙҙы ғүмерлеккә йәр итеп һайлаған икән, тимәк, был һис тә юҡҡа түгел. Мөхәббәтте ғәйепләргә бер кемдең дә юҡ хаҡы.Тап ошо һөйөү тойғоһона һыйынып йәшәргә кәрәк.
Ҡайһы бер ҡәйнәләрҙең улдарының тормошона ҡыҫылырға яратыуын мин үҙемсә былай аңлайым. Сәбәптәрҙең береһе яңғыҙлыҡ булһа, икенсеһе –күңел һалып эшләгән шөғөлөң булмауы. Балаларҙың үҙаллы тормошҡа аяҡ баҫыуына, һинән айырылыуына тыныс ҡарарға, ваҡытыңды йөкмәткеле үткәреү өсөн яңы мөмкинлектәр табырға ваҡыт етте беҙгә,” – тип һүҙен тамамланы биш килененән дә уңған Нәғимә апай.
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.