Студент саҡта уҡ ғаилә ҡорған Дамир менән Рәйләнең барлыҡ проблемаларҙы бергә хәл итеп, ауырлыҡтарҙы бергә йырып йәшәүҙәренә ун йыл да булып килә. Ир бер ойошмала белгес, эшендә лә, ғаиләһендә лә абруйлы. Барыһы ла юлға һалынған, ҡатын менән ир үҙ-ара аңлашып, татыу йәшәйҙәр, үҫеп килгән балаларын да яҡшы өлгөлә тәрбиәләйҙәр. Әммә...
Уларҙың көйлө генә барған тормошо бер көн селпәрәмә килеп юҡҡа сыға яҙҙы. Байтаҡ ваҡыт тыныс ғүмер кисергәндән һуң ошондай тайпылыш, үҙгәреш булыр тип башына ла инеп сыҡмай ине Рәйләнең.
Дамир эштән һуң кистәрен эргәләге паркта йүгерергә ярата. Был ғәҙәтенә ике йыллап барҙыр. Элек Рәйлә, балалар менән бергә йәйәүләп саф һауа һулап йөрөрҙәр ине, тик ҡайһы мәлдәлер, ҡатыны теүәл генә әйтә алмаҫ, ир яңғыҙы ғына сығыр булып китә, ә ҡатын-ҡыҙҙың өй эшен, үҙегеҙ беләһегеҙ, тауыҡ сүпләһә лә бөтөрлөк түгел. Ул көндә, Дамир йыуынып-һиптеренеп сығып киткәс, өҫтәлдә онотолоп ҡалған телефонға смс-хәбәр төшкәнлеген ишетеп, Рәйлә уны ҡулына ала һәм "Килергә сыҡтыңмы әле, йәнем?" тигән һүҙҙәрҙе уҡып, тура мәғәнәһендә шаҡ ҡата. Бер мәлгә тын алышым хатта туҡталғандай булды, ти ул аҙаҡ был турала һөйләгәндә. Яңылыш күҙгә күренгән хәбәр булғандыр тип йәнә телефонда соҡона башлай һәм юйҙырылмаған элекке смс-хәбәрҙәрҙең шаһиты ла булған. "Кискә көтәм...", "Нимә алып киләйем?", "Беләһең бит минең нимә яратҡанды...", "Һағындым"...
Хәләл ефетенең хыянатын шул рәүешле белгән ҡатындың быға тәүге реакцияһы ҡатып ҡалыу булһа, икенсе минутында ул үҙ-үҙен тота алмай, сепрәктәй, һығылып диванға ултыра төшә. Нисек инде улай? Шул уҡ секунд эсендә тәүге танышыуҙары, уның инәлеп артынан ҡалмай йөрөүе, мәңге бергә булырбыҙ тип анттар әйтеүе иҫенә төшөп, үҙәген өҙә...
Бер аҙҙан хәлһеҙлеге үтеп, алҡымын яман асыу ялмап ала: "Ҡәбәхәт, ике йөҙлө, алдаҡсы... Ниңә иң яҡын кешеһен шулай алдап йөрөй икән ул, ниңә ике йөҙлөләнә, битһеҙ?"
Шунан күңел тетрәнеүенең өсөнсө тулҡыны бәрә: Рәйлә икеһен дә өҙгөләп ташларға әҙер януарға әйләнә тиерһең, иренең әйберҙәрен сумаҙанға тултырып тышҡа сығарып атҡыһы, шул мәлендә үк барып, хыянатты фашлап, биттәренә төкөргөһө, сәстәрен йолҡҡоһо килә...
Бер аҙ ваҡыттан һуң, уйларлыҡ халәткә ингәс, ирен әүрәткән ҡатындың исем-фамилияһын (заман технологияһына рәхмәт) табып, бәйләнештә төркөмөнә инеп күҙ һала һәм, фотоһына ҡарағанда, унан йәшерәк, ҡупшыраҡ көндәшен күреп эсе боша Рәйләнең. "Ир бирмәк - йән бирмәк" тип юҡҡа әйтмәгәндәрҙер, был ваҡытта бар йәне-тәне һыҡтай, һыҙлана, өҙгөләнә уның.
"Иремдең ҡайһы берҙә "эшем күп" тип һуңғаса тотҡарланыуы, йә булмаһа, кис йүгерергә сығып оҙаҡ ҡына йөрөп килеүҙәре тикмәгә булмаған икән. Үҙемә ышанғандай ышана инем, шуғалырмы, бер ваҡытта ла әйткән һүҙен, эшен тикшереп артынан йөрөгәнем булманы. Ә шулай итергә кәрәк булған икән дә..." тип хәҙер бошмаҫлығына үкенә ул.
Ире киске "йүгереүенән" ҡайтҡансы бер аҙ үҙен ҡулға алып өлгөрә шулай ҙа, бер ни ҙә һиҙҙермәҫкә тырыша. Тәүге ҡыҙыулығы баҫылғас, ҡойонло тойғоларын йүгәнләп, аҡылын эшкә егә. Ни тиһәң дә, ипотекаға алынған уртаҡ донъя, урынлашмаған уртаҡ балалар... Ирһеҙ нисек уларҙы аяҡҡа баҫтырырға ла ҡайҙан барыһына ла аҡса еткерергә? Һүҙ ҙә юҡ, иренә арҡаланып йәшәп өйрәнгән кешегә яңғыҙ ҡалыу бик ауырға тура киләсәк. "Дамир сит ҡатындарҙың күҙен ҡыҙыҡтырмаҫлыҡ түгел шул: төҫкә-башҡа бына тигән, һәр саҡ ыҫпай, тәрбиәле, әҙәпле, тыйнаҡ, яҡшы эштә. Башын әйләндерергә тырышаларҙыр инде, тик бит әле үҙе китеү, ташлашыу тураһында бер ни белгерткәне юҡ. Шуға мин икенсе юлды һайланым - уның өсөн көрәшергә!" - ти Рәйлә.
Хыянат, әлбиттә, бер генә мәлгә лә уның күңеленән сыҡмай, гел иҫләтеп, эсен өҙҙөрөп тора. Ни тиклем ҡыйынға тура килһә лә, иренең икенсе ҡатын менән сыуалыуы тураһында хәбәрҙар булғанын бер нисек тә белгертмәй, яңы көс-дәрт менән тормошона йәбешә. Өҫ-башына ныҡлап иғтибар итә башлай, күберәк йылмайырға, ихлас булырға тырыша, өҫтәлен тәмле аш-һыуынан өҙмәй. Эстән үҙгәреүе тиҙ һәм еңел булмай уға, тик юғары маҡсат - ғаиләне һаҡлау күҙ уңында тотолғас, бар һәләтен, күңелен һалып тырыша. Емерелгән ышаныс урынына яңыһын ҡалҡытыу талап ителгәнен аңламай буламы һуң балалары хаҡына ғаиләне һаҡлап ҡалырға тырышҡан ҡатын?
Ҡатынының тышҡы үҙгәрештәрен ире аңғармай ҙа - был Рәйләнең сәменә генә тейә. Ә инде иғтибарлы, йылы, яғымлы мөнәсәбәтте бер нисек тә инҡар итә алмай Дамир, бер аҙ аптырашта ҡалыуын-ҡала һәм үҙе лә киске йүгереүҙәрен кәметә төшә.
Яйлап тәжрибә лә туплана: кистәрен, ял көндәрен, отпуск ваҡытын да алдан уҡ планлаштырып, ғаиләнең тулы составта булыуын хәстәрләй Рәйлә: ҡайҙалыр бергәләп барырға, сәйәхәт итергә - балаларын яратҡан атай бындайға ҡаршы булмай, әлбиттә.
Ғаиләһе менән йышыраҡ булған һайын ире лә уларға яҡыная, ә теге һөйәркәһенән йырағая кеүек - быны Рәйлә күңеле менән тоя.
Автор фотоһы.