Танышым һөйләгән тарих уйландырырға мәжбүр итте: тормош, ысынлап та, бик ҡатмарлы шул. Кемдәр генә осрамай ғүмер юлында...
“Мират үҙенең буласаҡ кәләше Зәлиәне өйҙәренә таныштырырға тип алып ҡайтҡас, егеттең ата-әсәһе һәм туғандары сикһеҙ ҡыуанды. Бик яҡшы ҡатын булмаҡсы, тип уйланылар. Үҙе сибәр, уңған, етеҙ, теле телгә теймәй, ғәләмәт эшлекле!
Ҡыуаныстарынан барыһы ла йәштәргә ҡулынан килгәнсә ярҙам итергә әҙер ине. Туй гөрләп уҙғас, Мираттың ата-әсәһе, өләсәйҙән ҡалған фатирҙы һатып, тағы йыйнаған аҡсаларын ҡушып, йәш ғаиләгә ҡаланың уртаһынан бына тигән фатир һатып алып бүләк итеп, өй туйлап та ҡуйҙы...
Зәлиәнең быға тиклем бер ҡайҙа ла эшләгәне юҡ ине. Был мәсьәлә лә танышлыҡ арҡаһында бик еңел һәм тиҙ хәл ителде: ҡалалағы ойошмаларҙың береһендә хеҙмәт урыны табылды.
Йәш кәләшкә был урын бик килеште, кейәүенең туғандарына: “Әлегә миңә барыһы ла оҡшай. Декрет ялына тиклем эшләйем дә, аҙаҡ ҡарармын”, – тине. Ҡәйнәһе килененең был һүҙҙәренән хатта иреп төштө: күптән ейән-ейәнсәр хаҡында хыяллана бит ул!
Ә йәш кәләшкә, ысынлап та, барыһы ла оҡшай ине. Эргә-тирәне тағы ныҡлыраҡ ҡарай башланы, хатта үҙенән бер нисә тиҫтә йәшкә оло бай иргә күҙ һалды.
Был хәлдән һуң хәләленә: “Мин һинән китәм”, – тине. Тегеһе: “Хаталанаһың бит. Ҡайҙа бараһың?” – тиһә лә, хатта уның үҙенә хыянатын ғәфү итеүе тураһында әйтһә лә, кәләше үҙ һүҙендә торҙо. “Айырылышайыҡ”, – тип ҡәтғи торҙо.
Был хәлгә, әлбиттә, барыһының да иҫе китте. Өҫтәүенә, ҡатын, законға ярашлы тип, бар мөлкәтте, шул иҫәптән фатирҙы ла уртаға бүләсәге хаҡында белдерҙе. Килендәренең сираттағы ҡылығына ҡәйнә кешенең йөрәге түҙмәне: дауаханаға эләкте.
Мират та оҙаҡ ҡына үҙенә килә алмай йонсоно, хатта бер кем менән дә аралашмай башланы. Иргә барыһы ла унан көлгән кеүек тойола ине. Бигерәк тә гүзәл зат вәкилдәренә ҡарай алмай йонсоно: улар барыһы ла ир өсөн хыянатсы булып күренде.
Тик тормош, шөкөр, ҡара биттәрҙән генә тормай. Бер көн ирҙең ата-әсәһе улдарын ғаилә байрамында ҡатнашырға саҡыра алды. Унда Мират төҫкә сибәр генә Нурания менән танышты. Улар аралаша һәм аҙаҡ осраша башланы. Шулай итеп, ирҙең тормошо көйләнгәндәй тойолдо һәм ул икенсе тапҡыр ғаилә ҡорорға ниәтләнде.
Был хәл тураһында белгәс, ата-әсәһе лә еңел һулап ҡуйҙы. Кем генә ғәзиз балаһына бәхет теләмәҫ?!
Тик шул уҡ ваҡытта Зәлиәнең тормошо хөртәйгәндән-хөртәйҙе. Теге бай ир уның менән никахлашырға ашыҡманы. Баҡтиһәң, өлкән йәштәге балалары булған икән. Улар атаһының мөлкәте йәш ҡатынға китеп бармауын ентекле күҙәтте. Зәлиә уларҙы “таң ҡалдыра" алманы. Ирҙең ҡыҙҙары атаһының сираттағы ҡатыны менән хатта осрашырға ла теләмәне.
Зәлиә Миратты иҫенә төшөрә башланы. Һуң аңланы шул ул тәүге иренең бик яҡшы булғанлығын. Оҙаҡ уйлап тормай, Мират менән осрашыу мөмкинлектәрен эҙләй башланы, уны хатта урамда ҡарауылланы.
Бер көн Миратты тап итеп, “Мин һинһеҙ йәшәй алмайым! Ниндәй иҫәр булғанмын...” – тип ҡосағына ташланды. Ир тағы ышанды юха ҡатынға... Күп тә үтмәй, улар йәшерен генә осраша башланы.
Улының тағы Зәлиә менән бергә буласағы хаҡында ишеткәс, әсәй кеше йәнә дауаханаға эләкте: йөрәге күтәрә алманы был хәлде. Өйгә ҡайтҡас иһә улынан Нурания менән айырылышмауын үтенде. Яуап итеп, Мират: “Мин Зәлиәне яратам! Тиҙҙән өләсәй буласаҡһың”, – тине...
Был хәлгә байтаҡ ваҡыт үтте инде. Зәлиә менән Мираттың икенсе ҡыҙҙары ла тыуҙы. Тик бына ирҙең ата-әсәһе ейәнсәрҙәре менән генә аралаша, килендәрен күргеләре лә килмәй.
Нурания иһә невроздар менән ыҙалай, дауаханала ятып та ала. Уның һөйләшеү өсөн темаһы хәҙер берәү генә: “Миратты сихырлап үҙенә ҡаратты...”
Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ?”
(Бөрө ҡалаһында йәшәгән ҡатындың һөйләгәндәренән).
Автор фотоһы.