Бөтә яңылыҡтар

"Һинең иреңә ғашиҡ булдым..."

Әле әхирәтем дә, үҙем дә ауырлы! Ирҙәребеҙ килешмәгән икән...

"Һинең иреңә ғашиҡ булдым..."
"Һинең иреңә ғашиҡ булдым..."

Иманым камил, минеке кеүек хәлгә тарығанығыҙ юҡтыр әле...

Иң яҡын әхирәтем бар. Гөлшат менән мәктәптән дуҫбыҙ. Уның менән утты ла, һыуҙы ла үттек. Бер-беребеҙҙе ауыр саҡта һынаныҡ, ә иң мөһиме - бәхетле саҡтарҙа ла дуҫлығыбыҙ һынманы.

Бер-бер артлы кейәүгә сыҡтыҡ. Яйлап ғаилә дуҫтарына әүерелдек. Беҙ уларға, улар беҙгә ҡунаҡҡа йөрөшә инек. Дөрөҫөн генә әйткәндә, Гөлшаттың иренә бер ҡасан да ир-атҡа ҡараған кеүек ҡарағаным булманы. Әхирәтемдең дә минең иргә күҙ уйнатҡанын тойманым. Шуға ул яҡтан беҙ тыныс инек.

Дүрт йыл самаһы йәшәгәс, ир менән мөнәсәбәттәр насарлана башланы. Балабыҙ ҙа булмағас, уртаҡ ҡыҙыҡһыныуҙар бөтөнләй ҡалманы. Ул үҙенә төңөлдө, мин үҙемә тигәндәй. Уға хыянат итеү, башҡалар менән йөрөү тураһында уйым да юҡ ине. Шуныһы ҡыҙыҡ, ошо уҡ ваҡытта Гөлшаттарҙың да борсоҡтары бешмәй башланы. Улар ҙа балаһыҙ булғас, әхирәтем әллә ни борсолманы кеүек.

Бер көн төш мәлендә, юл ыңғайындағы кафеға индем. Ҡапыл яныма Ринат, Гөлшаттың ире килеп ултырҙы. Тегеләй-былай нәмә тураһында уйламай ғына бергә ашаныҡ, уртаҡ темаларға һөйләшеп көлөшөп алдыҡ. Баҡһаң, ул да йыш ҡына ошо кафеға йөрөй булып сыҡты. Төшкө аш мәлендә көн һайын тиерлек күрешә башланыҡ.

Дуҫтарса ғына башланған аралашыу ҙурыраҡ тойғоға әүерелә башлағас, ҡурҡып киттем. Ринат миңә шул тиклем тап килә, уның менән рәхәт һәм еңел. Тик айырылмаған ирем, унан бигерәк иң яҡын әхирәтем дә бар бит әле. Улар нимә тиер...

Ике ай самаһы ваҡыт үткәс, Ринатҡа ғашиҡ булыуымды аңланым. Уның да миңә ҡарата йылы хистәре бар ине. Түҙмәнем, ҡурҡа-ҡурҡа булһа ла Гөлшатҡа шылтыратып дөрөҫөн һөйләргә ҡарар иттем. Ул мине әрләр, ҡарғар, тормошонан һыҙып ташлар тип ныҡ ҡурҡа инем. Әхирәтем мине тыңланы ла шарҡылдап көлөп ебәрмәһенме. Ул да ошо һуңғы айҙарҙа минең ир менән осраша булып сыҡты...

Аптыраштыҡ та иртәгәһенә осрашырға булдыҡ. Юҡ, сәстәр йолҡошманыҡ беҙ. Матур ғына итеп һөйләшеп аңлаштыҡ һәм... ирҙәрҙе алмашырға булдыҡ.

Ҡыҫҡаһы, бер ай эсендә беҙ айырылышып, ирҙәр менән алмашып та ҡуйҙыҡ. Әхирәтем менән осрашып, улар тураһында йыш һөйләшәбеҙ. Мин элекке иремдең нимә яратҡанын, нисек күңелен күрергә кәрәк икәнлеген өйрәтәм, ул Ринат тураһында ҡыҙыҡлы серҙәр аса. Был беҙгә мөнәсәбәттәрҙе яҡшыртыуға булышлыҡ итә. Бер һүҙ менән әйткәндә, ир тураһында күберәк белһәң, хәтәр уңайлы икән.

Тик шуныһы: ошо хәлдән һуң беҙҙең ирҙәр бер тапҡыр ҙа осрашманы. Улар бер-береһенә үс һаҡлап йөрөй икән. Ҡыҙғаныс, элекке кеүек ғаиләләр менән осрашып, аралашып булмай. Әхирәтем дә беҙгә килмәй хәҙер, мин уларға бармайым. Нейтраль урындарҙа ғына күрешәбеҙ.

Яҡшы яңылыҡ әйтергә онотоп торам: икебеҙ ҙә ауырлы хәҙер! Үҙебеҙҙе түлһеҙ тип йөрөй инек, ни бары ирҙәребеҙ генә килешмәгән икән...

(Өфөлә йәшәгән ҡатындың һөйләгәндәренән).

Фото: Әлиә Хужәхмәтова. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: