Бөтә яңылыҡтар

Вуз-ара кампуста Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө тураһында һөйләнеләр

8 июлдә Рәсәйҙә Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө билдәләнә. Был байрамдың тарихы һәм традицияһы тураһында Өфө фән һәм технологиялар университетының Тарих һәм дәүләт идараһы институты доценты – вуз-ара студенттар кампусы резиденты, социология фәндәре кандидаты Зарина Сизоненко һөйләне.

Вуз-ара кампуста Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө тураһында һөйләнеләр
Вуз-ара кампуста Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө тураһында һөйләнеләр

8 июлдә Рәсәйҙә Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө билдәләнә. Был байрамдың тарихы һәм традицияһы тураһында Өфө фән һәм технологиялар университетының тарих һәм дәүләт идараһы институты доценты – вуз-ара студенттар кампусы резиденты, социология фәндәре кандидаты Зарина Сизоненко һөйләне.

- Байрам датаһы, 8 июль, осраҡлы һайланмаған, сөнки тап ошо көндә православныйҙарҙы ғаилә байрамын булдырыуға рухландырған изге Петр һәм Феврония Муромскийҙарҙы иҫкә алғандар.

Башта ул Владимир өлкәһенең Муром ҡалаһында билдәләнә, - ти ғалим. Риүәйәт буйынса, Муром кенәзе Петр махау сире менән ауырый уның бөтә тәне бөртөклө һәм ваҡ сыбартма менән ҡапланған. Кенәзде иң яҡшы табиптар ҡарай, әммә бер нәмә лә ярҙам итмәй, Петрҙың хәле насарая ғына. Кенәзгә Рязань янындағы ауылдан умартасы ҡыҙы ярҙам итә - Феврония уны үлән менән дауалай.

Петр менән Феврония өйләнешеп, бәхетле ғүмер кисерәләр, ә олоғайғас төрлө монастырҙарҙа йәшәйҙәр. Ир менән ҡатын бер көндә һәм бер сәғәттә - 8 июлдә вафат булалар. 1547 йылда Петр һәм Феврония изгеләр сифатында билдәләнә.

2008 йылдың 8 июлендә Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөн тәүге тапҡыр Муромдан ситтә лә билдәләйҙәр, ә 2022 йылда РФ Президенты Владимир Путин байрамды рәсмиләштереү тураһындағы Указға ҡул ҡуя.  

Өфө фән һәм технологиялар университетында әйтеүҙәренсә, юғары уҡыу йортоноң ғаиләле студенттары өсөн ярҙам саралары ҡаралған. Мәҫәлән, көндөҙ уҡыған (стипендия алмаған) ауырлы студент ҡатынға берҙәм пособие тәғәйенләнә. Никахын теркәгән һәм бәлиғ булмаған балаһы булған студенттар, йөклөлөктөң иртә срогында медицина учреждениеһында иҫәпкә торған ҡатын-ҡыҙҙар юғары уҡыу йортоноң матди ярҙамын ала ала.

Белешмә. Евразия Фәнни-белем биреү үҙәгенең юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусы Рәсәй Президенты ҡушыуы буйынса һәм Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының «Фән һәм университеттар» милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә төҙөлә. Өфө кампусы проекты - 4,3 мең кешегә иҫәпләнгән торлаҡ биналары, уҡыу-ғилми комплексы, лабораториялары, эшлекле зоналары, магазиндары, уңайлы скверҙары һәм башҡа уңайлы ҡала мөхите объекттары булған студенттар өсөн урын.

Мәғлүмәт: https://pravitelstvorb.ru/news/24375/.

 

  

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: